Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
12.01.2015
ЙОНДОҘҘАР ТЫНЫС ҺӘМ ЙОМАРТ ЙЫЛ ВӘҒӘҘӘЛӘЙ
Untitled document


2015 йылдың хужаһы—Ҡуй, йәғни Кәзә. Ул ҡурҡаҡ йән эйәһе, әммә ныҡышмал һәм үҙ һүҙле. Бик һаҡ, шуға уйланмаған, еңел-елпе эштәр менән уны көйҙөрөргә ярамай. Йомшаҡлығы ла бар, кәйефе лә тиҙ үҙгәрә. Йыл барышы шундай уҡ һыҙаттар менән барыр.

Йыл стихияһы—ағас. Тәрән аҡыл—төп сифат. Был ҡыйыу, көслө һәм буйһонмаҫ билдә. Ағас—тормош, аҡыл һәм белем сығанағы. Быйыл ғаилә ҡороусыларҙың нигеҙе ныҡлы булыр.

Йыл төҫө—күк. Астрологтар тыныс, хәүефһеҙ һәм йомарт осор вәғәҙәләй. Бигерәк тә эшһөйәр, тырыш кешеләрҙе уңыш көтә.

Шулай итеп, күк төҫтәге ағас ҡуй яңы йылда беҙгә нимәләр вәғәҙә итә? Әйҙәгеҙ, йондоҙнамәгә күҙ һалайыҡ.

Ҡуҙы

Дөйөм алғанда, 2015 йыл һеҙҙең өсөн уңышлы булмаҡсы. Яңы, стандарт булмаған идеялар, мөмкинлектәр, сағыу мәлдәр онотолмаҫ хәтирәләр алып килер. Үҙ-үҙегеҙ өҫтөндә ышаныслы эшләрһегеҙ, башҡаларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалмай, алға атларһығыҙ. Һеҙгә төп кәңәш: йыл башында уҡ пландарығыҙҙы барлағыҙ, яҙып һалһағыҙ ҙа насар булмаҫ һәм яйлап-яйлап бойомға ашырығыҙ. Иғтибарлы булығыҙ. Яҡындары-ғыҙҙың терәк-таяныс булыуы бик мөһим, сөнки юлығыҙға арҡыры төшөүселәр ҙә табылыр.

Буға

Ҡуй йылы һеҙ-ҙең бар теләктәрегеҙҙе бойомға ашырырға тырышыр. Һеҙ әҙерәк энергия түгеп, һөҙөмтәһен күберәк алырға тырышырһығыҙ. Fаиләгеҙгә иғтибарҙы күберәк бүлегеҙ. Эштән иртәрәк ҡайтырға, эшегеҙҙе иртәгәлеккә ҡалдырырға ла тура килер. Сөнки күпме генә тырышһағыҙ ҙа, бар аҡсаны үҙ кеҫәгеҙгә һалып булмаясаҡ. Бар йүнәлештә лә үҙ позицияғыҙҙы нығытып, яңы сифатлы кимәлгә күтәрелерһегеҙ. Күптәрегеҙҙең ғаиләһе тулыланыр.

Игеҙәктәр

Һеҙҙе киләсәккә грандиоз пландар көтә. Был хаҡта хәҙер үк уйлана башлағыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа реаль, етди үҙгәрештәр булыр. Әле никахҡа инмәгәнһегеҙ икән, оҙаҡ уйлап тормағыҙ. Бик уңышлы мәл. Быйыл оҙайлы командировкаға сығыуығыҙ ихтимал, хатта сит яҡҡа күсеүегеҙ ҙә бар. Күңелле үҙгәрештәр, көтөлмәгән осрашыуҙар булыр.

Ҡыҫала

Камиллашырға, яңы һөнәр үҙләштерергә булған теләгегеҙ тормошоғоҙҙо ҡырҡа үҙгәртер. Кәртәләр ҙә осрап торор, әммә тәжрибәгеҙ унан сығыу юлдарын күрһәтер. Тулы үҙаллылыҡ һәм яуаплылыҡ осоро етте, бынан ҡурҡырға кәрәкмәй. Бары тик яңы тормош кимәленә сығырға күптән ваҡыт. Ауыр мәлдәрҙә яҡындарығыҙға, ғаиләгеҙгә һыйынырһығыҙ. Улар һеҙҙе һәр саҡ яҡлай, ярҙам итә. Һөҙөмтәлә финанс тотороҡлоҡ яуларһығыҙ.

Арыҫлан

Әүҙемлек артыр. Һәр ваҡыттағыса еңеү һеҙҙең яҡта. Шәп идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн бик ҡулай осор. Һәр башланғыста яҡындарығыҙ терәк булыр. Арыҫландарҙы тотороҡлолоҡ, шулай уҡ мөхәббәт өлкәһендә уңыштар көтә. Һөйөү менән ныҡ мауығып, эшегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы икенсе планға ҡалдыра күрмәгеҙ.

Ҡыҙ

Әллә ни сюрприздар, үҙгәрештәр көтмәгеҙ. Һеҙҙең һәр ваҡыттағыса барыһы ла алдан уйланылған, планға һалынған, барыһы ла үҙегеҙ күҙаллағанса һәүетемсә дауам итер. Әммә тормошоғоҙҙо күңелһеҙ, тип әйтеп булмай. Бер көнөгөҙ икенсеһенә оҡшамаған. Хистәргә, мажараларға бик бай. Әгәр һөйгән йәрегеҙ, ишегеҙ бар икән, уны юғалтыуҙан һаҡланығыҙ. Уға йылы тойғоларығыҙҙы йәлләмәгеҙ, ҡаты булмағыҙ. Фантазияғыҙҙы эшкә егеп, яратҡан кешегеҙгә күңелле мәлдәр бүләк итергә, көтөлмәгән бүләктәр эшләргә ашығығыҙ.

Үлсәү

Тулы ҡанлы, күңелле осор көтә. Уйланылмаған, ҡыйыу боролоштар булыр. Үҙ көсөгөҙгә ышаныс артыр һәм дөрөҫ маҡсаттар ҡуйырһығыҙ. Тырышлығығыҙ яҡын арала яҡшы һөҙөмтәләр килтерер. Был туғандарығыҙҙы ҡыуандырһа, башҡаларҙа көнсөллөк уятыр. Тормошоғоҙҙоң яңы этабы башлана. Энергияғыҙ, көс-ҡеүәтегеҙ ташып торор. Эштә етәкселек һеҙҙе баһалар, ышанысы артыр, матди хәлегеҙ ҙә яҡшырыр. Яңғыҙаҡтар тормош ҡорорға ашығыр, бигерәк тә Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында тыуған ҡыҙҙарҙы үҙгәрештәр көтә.

Саян

Ҙур эштәргә әҙер булығыҙ. Тирә-яҡты үҙгәртергә теләү, быны үҙеңдән башлау—быйылғы йылдың төп асылы. Үҙгәрештәр шәхси тормошҡа ла, эшкә лә ҡағылыр. Яңғыҙҙар ғаилә ҡорор, кемдер эшен үҙгәртер, ә ҡайһы бер саяндар йәшәгән урынын алмаштырыр. Көслө энергия ағымығыҙ, ниһайәт, дөрөҫ йүнәлеш алыр. Йыл уртаһында йәки уның икенсе яртыһында мөһим танышлыҡ көтә.

Уҡсы

Йыл хәл-ваҡиғаларға бай булыр. Тәүәккәллек талап ителер. Ҡурҡмайынса маҡсатығыҙға табан атлағыҙ. Һәр төрлө шик-шөбһәгә, ғауғаға бирелмәгеҙ. Профессиональ йәһәттән үҫеш көтә. Бында ла тәүәккәллек кәрәгер. Белемегеҙгә таянып ауырлыҡтарҙы еңерһегеҙ. Шәхси мөнәсәбәттәр ҙә яйланыр. Үҙ йәрен осратмағандарға бәхет йылмайыр. Икеләнмәйенсә—алға!

Кәзәмөгөҙ

Быйыл һәр йүнәлештә лә һөҙөмтә уртаса булыр. Икеләтә көс түгеп эшләргә тура килер, билдәле был түҙемлелек талап итә. Башҡаларға иғтибар итегеҙ, ниндәйҙер йәһәттән үрнәк алырға кәрәк булыр. Fаиләлә лә, эштә лә ҡытыршылыҡтар килеп сығыр. Профессиональ психолог ярҙамы кәрәк булыуы ихтимал. Кәзәмөгөҙҙәрҙең тормошон икенсе юҫыҡҡа туй йәки бәпәйҙең тыуыуы ғына бороп ебәрергә мөмкин. Бындай осраҡта ғәҙәти көндәрегеҙ сағыу һәм тынғыһыҙ һыҙат алыр.

Һыуғояр

Fөмүмән, уңышлы йыл килә. Үҙ-ара мөнәсәбәттәргә һалҡын аҡыл менән ҡарау күп кенә проблемаларҙан ҡоро сығырға ярҙам итер. Төп ҡоралығыҙ—битарафлыҡ. Уңышһыҙлыҡтарға иғтибар итмәгеҙ, ә һәр ынтылыш, үҫеш шатлыҡ килтерер. Тәүҙә ышанмай ҡараған кешеләр ҙә йыл аҙағында һеҙҙең яҡлы булыр. Таныштарығыҙ артыр, яңғыҙҙарҙың юлына берҙән-берҙәре сығыр. ЗАГС-ҡа барырға ашыҡмағыҙ, уйлағыҙ, һынағыҙ.

Балыҡ

Ижади көсөгөҙ ташып торор. Быйыл һеҙ үҙегеҙҙе ҡәнәғәтләндергән, үҙегеҙгә оҡшаған шөғөл табырһығыҙ. Аҡса килтергән генә түгел, күңел тыныслығы биргән дә эшкә юлығырһығыҙ. Әгәр яңғыҙһығыҙ икән, мотлаҡ ишегеҙҙе осратасаҡһығыҙ. Әммә мөнәсәбәттәрҙә ныҡ ышанып, бер ҡатлы булып китмәгеҙ. Ҡайһы бер кешеләр был сифатығыҙҙы үҙ файҙаһына ҡулланыуы ихтимал. Ышанған саҡта ла, тикшерергә онотмағыҙ. Күптәрегеҙ үткәндәр менән мөнәсәбәтен өҙөргә теләр. Әгәр кем менәндер аралашыу һеҙгә мәшәҡәт килтерә икән, уйлап та тормай дуҫлыҡ ептәрен киҫегеҙ. Юғиһә һеҙҙе йыл буйы стресс оҙатып йөрөр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap