Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
БЕРҘӘН-БЕРЕМ, БЕРГЕНӘМ...
Untitled document

 

Дауамы. Башы 101-104-се һандарҙа.

—Быйыл йәй эштән Ҡырым тарафтарына тәғәйенләнгән, «янып» барған путевка бирҙеләр. Әммә ул бер кешелек кенә, ял итеү ваҡытын ҡыҫҡартып икегә бүлеп тә булмай. Профкомда, әгәр алырға теләмәһәң, көсләшмәйбеҙ, барырға теләүселәр муйындан, тинеләр. Тоттом да алып ҡайттым. Һүрелгән хистәргә дәрт өрөү өсөн аҙыраҡ бер-береңдән ял итеп алыу кәрәклеген дә ишеткәнем бар ине, үҙемдең дә аулаҡта ҡалғым килде. Өҫтәүенә тиҙҙән ҡатындың тыуған көнө, әйҙә, шәп бүләк менән ҡыуандырайым, исмаһам, шул дауахана, сырхауҙар мөхитенән айырылып ял итеп ҡайтһын йәнәһе. Башта тиҫкәреләнһә лә күндерҙем ҡатынды шифаханаға барырға. Ебәрмәҫкә кәрәк булған да бит, йығылыр урынымды алдан белһәм, һалам түшәп ҡуйыр инем, тигән, ти, бит борон берәү.

Йыһаниәне оҙатыуға өс көн тигәндә теге саҡ бүлмәләш йәшәгән Роберт исемле егет шылтырата.

—Нихәл, буйҙаҡ,—ти был. Яңғыҙ көн иткәнлегемде әллә ҡайҙан белеп тә өлгөргән.

—Кемдән ишетәм бит әле, ата буйҙаҡтан түгелме икән,—тип шаярттым.

—Нисә йыл бер бүлмәлә йәшәп, бер һауыттан ашаған дуҫыңды оноттоң түгелме? Не хорошо, не по человечески, брат!

—Онотманым, өйлән башта, шунан икенсе яртың менән бергәләп килерһегеҙ.

—Донъя үҙгәртһә, үҙгәртә икән кешене! Миңә тигән ярты тыуған микән әле? Йәнә ғаилә арбаһының тәртәһенә ниңә ҡабаланып тығылырға? Күҙ һал, күпме сибәрҙәр уратҡан беҙҙе, береһенән-береһе шәберәк, ауыҙ һыуың ҡорорлоҡ! Уларҙың һәр береһе внимание һәм яғымлы мөнәсәбәт талап итә. Әгәр гүзәл заттарға ваҡытында ир йылыһын бүлмәһәң, дөмөккәс ҡаты итеп Аллаһы Тәғәлә наказать итер, ти.

—Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, шылтыратыуыңдың сәбәбен әйт.—Бының теле телгә йоҡмай бытылдауы йәнемә тейә башланы.

—Өйләнәсәк кәләшемде һиңә күрһәтергә ине иҫәп.

—Уны башта атай-әсәйгә алып ҡайталар түгелме?

—Это потом… Ни тиһәң дә, һин старше меня, күҙең дә осло. Ана бит бисәнең ниндәйен эләктерҙең!

—Нимә эшләргә ҡушаһың?—Ҡыйынһынып ҡалдым.

—Ә һиңә ничего делать и не надо, барыһын да үҙем менән килтерәм. Өҫтәлде бергәләп накроем.

—Ярар улайһа…—тип әйтеп тә өлгөрмәнем, теге оста шул һүҙҙе генә көткәндәй телефондың ҡыҫҡа гудоктары ишетелде.

Ярты сәғәт үттеме-юҡмы өй эргәһенә өр-яңы иномарка килеп тә туҡтаны. Ҡаршы алырға сыҡтым. Килеүселәр өсәү ҙә баһа. Иптәшемде ҡултыҡлағаны зиннәттәрен тышҡа бытлыҡтырған тар, үтә лә асыҡ иҙеүле блузка, бот төптәрен һаран ҡаплаған ҡыҫҡа юбка кейеп алған, бит-йөҙө лә буяҡтарҙан ғына әүәләнгән. Эргәһенә баҫҡан ҡыҙҙың кейгәне тыйнаҡ та, килешле лә, үҙе лә был икәүҙән айырылырға теләгәндәй ситкә тартыла биреп баҫҡан. Уға ҡараным да… бер мәлгә генә баҙаным да ҡалдым, йөрәк сабырһыҙ тулап ҡуйҙы, тәнемде ҡайнар ҡан ипкене бешерҙе, ҡараштарыбыҙ осрашҡас, теге ҡыҙ ҙа тоҡанып китеп керпек остарын ергә ҡаҙаны. Бындай хәлдә тәү тапҡыр ҡалыуым ине. Ысынлап әйтәм. Күрешеп танышҡандан һуң ҡунаҡтарымды өйгә саҡырҙым. Иптәшем үҙ өйөндәгеләй иркен йөрөй, багажникты асып килтергән күстәнәстәрен аш бүлмәһенә ташый ҙа башланы, хужалай ҡыланып ыңғайы бер ҡыҙҙарға йомоштарын ҡуша, эш араһында бышылдап һорай һалып та ҡуйҙы: «Йә, нисек?..» Ситләтеп яуаплайым: «Үҙең ҡара, йәне теләгән йылан итен ашаған...» «Шулай ҙа?» «Ата-әсәйең ҡаршы буласаҡ, быныһын аныҡ әйтә алам. Ниндәй милләттән икәнлеген дә айырыу ҡыйын бит...» «Таш быуат осорондағы мамонттай артта ҡалғанһың, старик, һине современно итеп тәрбиәләү—невозможно!» «Ниңә Асияны эйәрттең?» «Опять облом с вашей стороны! Бер яҡ осо тупарған мөхәббәт өсмөйөшө яһап өсәүләп ултыра алмайбыҙ ҙа инде. Һиңә лә бит һәрмәр өсөн объект кәрәк, братан! Әйткәндәй Аська ла заман ағышына эйәрә алмаған йән, яҡындан танышҡас, төшөнөрһөң әле… Вообще-то, бая һиҙҙем, ул һиңә оҡшаны шикелле, вкусыңды белеп алып килгәнмен, заметь!» Был тел биҫтәһе менән һүҙ көрәштереү файҙаһыҙ икәнлеген аңлап башҡаса һүҙ ҡуйыртманым. Йәнә, килгәндәр икән, ҡыуып сығарып та булмай.

Тағы ла бер аҙҙан ҡыҙҙар хәстәрләгән өҫтәл артына ултырып ҡапҡылап алдыҡ. Роберт ашарын да, эсерен дә иркенләп һыйланырға иҫәпләп мул тейәп килгән. Музыка ҡабыҙып ебәрҙем. Парлашып бейеп алдыҡ. Күптән ауыҙға алмағанға әллә эсемлек тәнде еңеләйтеп ебәрҙе, кәйеф күтәрелде, сәбәпһеҙ эс бошоу онотолдо. Офоҡтағы болот итәгенә һағып байыу яғына ығышҡан ҡояш, ниһайәт, ысҡынып китеп тау киртләстәренә бәрелеп сәсрәне лә ҡандай ҡыҙыл эҙ ҡалдырып билдәһеҙлеккә ҡоланы, ыңғайы бер тышта эңер ҡараңғылығы ҡуйырҙы. Тәмәке тартҡан арала Роберт уйлаған уйын нығытып та ҡуйҙы: «Һуңға ҡалдыҡ, тағы эстек тә, машинаны йөрөтөр кеше юҡ, беҙ бында ҡалырбыҙ инде. Рената менән взаимоотношениеларыбыҙ әллә ҡасан ир менән ҡатындыҡы кеүек, шуға ҡунып сығыр мөйөшөңдө йәлләмәҫһең бит?» «Ә Асия?» «Аська залдағы диванда ҡуныр, ә һин… Тайфур Мамонтович, төшөнмәһәң төшөндөрәм, аш бүлмәһенә раскладушка ҡуйып шунда…»

Табын барышында Роберт менән Рената асыҡтан-асыҡ ҡосаҡлашып үбешә торғас, ҡыҙышып киттеләр шикелле, йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнделәр, Асия ҡашаяҡты йыуырға кереште, мин дә үҙ сиратымда өҫтәлдәге һауыт-һабаны уның эргәһенә ташый торҙом. Тамам. Ары ни ҡылырға белмәйенсә икебеҙ ике ултырғыста суҡайыштыҡ. Уңайһыҙ тынлыҡты Асия башлап боҙҙо:

—Һеҙ беҙҙе ғәйеп итмәгеҙ инде, саҡырылмаған ҡунаҡтай һөмһөҙләшеп баҫып индек.

—Зарар юҡ. Таныштыҡ та. Әгәр килмәһәгеҙ, ҡалала Асия исемле ҡыҙҙың йәшәгәнен белмәҫ тә инем әле.

—Белеү кәрәкмәйҙер ҙә. Бына иртән беҙ ҡайтып китербеҙ, ә һеҙ барыбер минең хаҡта насар уйҙа ҡаласаҡһығыҙ. Мажара, ҡыҙыҡ эҙләүсе бынан да юғарыраҡ баһаға лайыҡ түгелдер.

—Ундай уй башыма ла инеп сыҡманы. Ихластан әйтәм, һеҙ миңә оҡшанығыҙ, бына әле тыныс ҡына һөйләшеп ултырабыҙ.

—Бәлки тыныстыр ҙа… Тик күңелдә бушлыҡ, ул ҡоторған диңгеҙҙә барыр йүнәлешен белмәй унда-бында ташланып бәргеләнгән юнысҡылай ярын эҙләй… Асылғаным өсөн кисерегеҙ, кемгә лә булһа быларҙы һөйләргә кәрәктер бит,—Асия киҫелгән сәстәрен рәткә килтерҙе, башындағы ауыр уйҙарын алып ташларға йыйынғандай нәфис бармаҡтары менән маңлайын ыуҙы.—Мин үҙем ошо ҡаланан, ошонда тыуҙым, ошонда үҫтем. Мәктәпте алтын миҙалға бөтөрҙөм дә, финанс институтына ауырлыҡһыҙ инеп, уны уңышлы тамамланым. Бөгөн коммерция банкыһында бүлек етәксеһе вазифаһында эшләйем. Ике бүлмәле фатирым, машинам бар. Юҡ, бында килгән машина минеке түгел, Ренатаныҡы. Әйткәндәй уның менән бергә эшләйбеҙ. Бөгөн табын ҡороп алырға ла ул димләне, яңғыҙлыҡтан ҡасып бына һеҙгә килдем. Бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйем, тик ошо яңғыҙлыҡ йәнемде ашай, кимерә… Ошоғаса ни өсөн тырыштым икән, нимәгә өлгәштем? Береһен табаһың, икенсеһен юғалтаһың. Әле миңә 35 йәш. Fаилә ҡорорға ла, бала табып әсә ҡыуанысын татырға ла һуңланым. Яңғыҙ кеше өсөн иң ҡурҡынысы нимә, беләһегеҙме? Кискеһен коллегаларыңдан айырылып һалҡын өйгә ҡайтыуы. Ял көндәре тағы ла хәтәрерәк. Ҡайһы ваҡыт онотолорға теләп, өй йыйыштырып ташлайым, тырышып-тырышып рецепт буйынса тәм-том бешерәм, көҙгө ҡаршыһында биҙәнеп алам, тик ул нимә өсөн һәм кем өсөн? Яңғыҙың ашағың да килмәй, кәрәк һәм тейеш булғанға ғына таштай ризыҡты көсләп йотаһың да эшеңә йүгерәһең. Ә унда рәхәт, шау-шыу. Эшкә иртә киләм, һуң ғына ҡайтам. Хәлемде аңламаған начальник мине өлгөгә ҡуйып башҡалар алдында маҡтаған була. Тағы ла тиҫтә йыл үтер, шунан тағы ла. Уның артында нимә? Ҡурҡыныс билдәһеҙлек… Минең һымаҡ йылы мөйөшөн эҙләп ҡаңғырғандар менән донъя тулған. Рената кеүектәр ҙә етерлек, артығын уйламай, бошонмай йәшәй бирәләр. Бәлки улар ҙа үҙҙәренсә хаҡлылыр, һәр кемдең үҙ хаҡиҡәте,—Асия артыҡ һөйләп ташлауҙан ҡурҡҡандай һиҫкәнеп китте.—Тайфур ағай, такси саҡыртығыҙ әле. Бөгөнгө визитым өсөн, артыҡ асылып китеүем өсөн кисерегеҙ, ғәфү итегеҙ…

—Һуң бит инде, Асия, йәйге таң оҙаҡламай һыҙылыр ҙа. Бар залға сығып диванға башығыҙҙы терәп тороғоҙ. Мин бында, раскладушка ҡуям да...—Күтәрмәгә сыҡтым. Төнгө еләҫтә һыуынырға теләп урынымда оҙаҡ тапандым. Зиһенемде үҙем дә аҙағынаса аңлап бөтмәгән теләк ҡалсылдатты. Боҙоҡлоҡ көҫәүгә, ҡырағай һыуһынды, кәрҙе ҡандырыуға оҡшамаған ят та, танһыҡ та теләк. Асияны осратҡас йөрәк юҡҡа ғына тертләмәне, көткәнемде осраттым шикелле. Күк ҡабағының асылып ябылған мәле, уйлағанымды әйтеп, ҡылырымды ҡылып өлгөрмәһәм, мәңгегә һуңлаясаҡмын. Шунан үкенәсәкмен, ай, нисегерәк үкенәсәкмен әле. Тәңренән буталсыҡ уйҙарымды аңлауын үтенгәндәй күккә төбәлдем. Унда туҙғаҡ болоттарҙы йыртып балдаҡҡа ҡайылған ай йөҙә. Бына ул һанһыҙ йондоҙҙар бейешкән асыҡлыҡҡа сыҡты ла ер өҫтөн һыуҙай аҡ, үтә күренмәле нурҙарға ҡойондорорға тотондо. Оҙаҡҡа бармаҫ көмөш ямғыр, көн боҙолор, моғайын. Ынтылып ҡараным, залда баҙлаған ут һүнде. Икеләнеүемде еңә алмай бәүелеп тора биргәс, тәүәккәл ынтылып инеү яғына йүнәлдем. Зал менән аш бүлмәһе араһында оҙаҡ торҙом һерәйеп, һәм… тыйып торғоһоҙ көс мине залға этәрҙе. Әйт әле, Айҙар ағай, планлаштырылған бәхет буламы, яратыу гонаһмы?

—Иртәгәһе көндөң беҙгә ни килтеререн әйтә алмайбыҙ шул. Әгәр бөтәһен дә алдан белһәк, йәшәүҙең ҡыҙығы ла, мәғәнәһе лә ҡалмаҫ ине, минеңсә. Ә яратыуға килгәндә, ул—изге төшөнсә. Изге нәмә гонаһҡа инмәй.

—Мин дә шулай уйлайым… Асия ла сыпраңламаны, сәбәләнмәне, көтөп ятҡандыр, япманы асып үҙенә тартты, һалҡынса, йомшаҡ яланғас ҡуйынына ҡыҫты. Тик һуңғы мәлдә генә ҡалтыранған ҡулдары менән мине өҫтөнән алып ырғытырға теләгәндәй этәрҙе лә, бер аҙҙан улары ла хәлһеҙләнеп һалындылар. Ҡыҙ сафлығынан ҡатынлыҡҡа күсеү пәрҙәһенә осрауым мине ғәжәпләндерҙе лә, һиҫкәндерҙе лә. Ирҙәр өсөн бер тапҡыр ғына ишетелер иңрәүле ыңғырашыу ҡараңғылыҡты телде. Ҡолаҡты түгел йәнде сыңлатҡан ошо илаһи моң булмышымды биләне, кәүҙәмде асманға аштырҙы, шунан фанилыҡҡа ҡайтарып, берсә боҙло һыуға быраҡтырҙы, берсә ҡайнарлығында бешерҙе. Тәндең түгел ярты йәндәрҙең ҡушылып берегеүе булды шикелле ул мәл. Ҡара тиргә төшөп салҡан әйләнеп яттым. Ҡорған ситенән гонаһыбыҙҙы күҙәтеүсе ай яҡтыһында Асияның йөҙөн асыҡ күрәм. Ул йылмайыу аша түгелеп илай ине…

Иртән, таң һарыһы беленер-беленмәҫтән, Асияның эргәмдә һорау билдәһеләй һерәйеп ултырыуын күреп, мин дә ҡалҡтым.

—Тайфур ағай… Тайфур… Миңә хәҙер үк китергә кәрәк… Бер кемде лә ғәйепләмәйем, мине лә ғәйепләмәгеҙ, хөкөм дә итмәгеҙ… Уйламағанда һеҙҙе осратырмын, тормошоғоҙға килеп инермен, тип башыма ла килтермә-гәйнем. Һеҙ алдараҡ тыуғанһығыҙ, мин киреһенсә һуңлап, шуға яҙмыш һуҡмаҡтары икебеҙҙе ике яҡта алып йөрөгән. Барыбер осраштыҡ бит. Fаиләгеҙҙе емерергә йыйынма-йым, теләмәйем дә… Әгәр ошо яҡынлығыбыҙҙың емеше булып бала донъяға килһә, ҡыуанасаҡмын ғына… Уны бәхетле итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкмен… Осрашыу эҙләмәгеҙ башҡаса, бер ни ҙә килеп сыҡмаҫ. Әгәр ошо хатаны ары ла дауам итһәк, гонаһыбыҙ боҙоҡлоҡ һәм хыянатҡа әүереләсәк… Хушығыҙ мәңгегә, һирәкләп булһа ла мине хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Хәйер, ҡыҫҡа йәйге төндәге төштөң нимәһен хәтерләйһең? Онотолор…

Ул ҡабаланып кейенде лә асыҡ ишектән тышҡа уҡталды, мин дә уның артынан ташландым. Аҡ төҫтәге күлдәк, аҡҡош елпенеүендәй талпынып, һыҙылып килгән таң ойотҡоһона инеп юғалды… Өнөм булдымы был, әллә һаташыулы төшөммө, аҙашҡан яҙмыштар ҡауышыуымы, белмәйем. Тышта көн боҙолоп киткән, шым-шырыҡлап ямғыр һибәләй. Төйәләҫ йылғаһы яғында аҙашҡан, күшеккән яңғыҙ ҡоштоң өҙәләнеп ҡысҡырыуы ишетелде. Тиҙ арала өҫтөм еүешләнде, сәстәремде башыма һылаған һалҡын тамсылар биттәрем, сикәләрем буйлап түбән һарҡтылар...

Тайфур шулай тине лә тынып ҡалды, мин дә һөйләнелгәнде нисек ҡабул итергә белмәй аптырап ултырам. Шулай ҙа сәйер тарихтың аҙағын белергә теләп һорарға йөрьәт иттем:

—Асия башҡаса осраманымы?

—Осраттым яңыраҡ. Поликлиниканан сығып килә ине. Сырайы шат, яҡты, ҡорһағы ла бүлтәйә төшкәйне. Күңелемә тыйып торғоһоҙ шатлыҡ урғылды бит әй! Тимәк, мин атай буласаҡмын, тимәк, ҡаным киләсәктә ҡаласаҡ. Һәр ир шуны теләй, шуға ынтыла. Был уның йәненә тәбиғәттән һалынған хәләт. Әле шатландым, тинем, шатлыҡ хыянат аша түгел, сафлыҡ аша килергә тейеш, шул саҡта ғына ул күңелде елкендерә. Һағышҡа, моңһоулыҡҡа, билдәһеҙлеккә сорнал-ған ҡыуаныс кешене ысын мәғәнәһендә бәхетле итә алмай.

—Ә Йыһаниә?

—Ул ғорур зат. Шифахананан ҡайтыу менән үк уға ошо ваҡиға хаҡында еткерҙеләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, энәһенән-ебенә ҡәҙәр тәфсирләгәндәр. Күршенең арҡырыны буйға һалырға эшкинмәгән йобалҡы* ҡатыны беҙҙең тараф-ҡа ҡолаҡ һалырға, тормошобоҙҙо ҡойма егенән күҙләргә бигерәк хирес* шул. Йыһаниә ғауғалашманы, ундай холҡо юҡ уның, бөтә нәмәне тыныс, һәүетемсә хәл итә.

Эштән ҡайтыуыма, ҡатыным әйберҙәрен йыйып төйнәгән дә, зал уртаһына ултырғыс ҡуйып шунда ултыра. Күңелгә шөбһә төштө, шулай ҙа сер бирмәй һин дә мин ҡыланам, сикәһенән «әп» итеп алырға үрелгәйнем, ситкә тайшанды. Гел һыйын әҙерләп көтә торғайны, был юлы өйҙән аш еҫе лә килмәй. Сисенеп үтеүемде сабыр ғына көттө лә тоноҡ тауыш менән һораны:

—Был дөрөҫмө, Тайфур?

Нимә тип кенә әйтәйем, башым эйелде, ауыҙыма һыу уртланым.

—Тимәк, дөрөҫ… Мин һинән китәм, Тайфур…

—Нимә, аҡылдан яҙҙыңмы әллә? Булған да бөткән, башҡаса ҡабатланмаҫ, вәллаһи, ант итәм бына!

—Нимә тинең?—Ул әйткәнемде аңламағандай ҡабатлап һораны.—Уйламай эшләгән кеүек үк ҡайһылай еңел ант итәһең, Тайфур, уйынсығын яңылыш ватҡан бала һымаҡ ҡыланаһың… Ә мин һиңә ышанғайным…

Сығырға ынтылған ҡатынымдың юлын быуып ишеккә арҡыры баҫтым:

—Ҡабаланма әле… Теге, ни, уйлашайыҡ…

—Уйлағанһың бит инде, мин дә үҙемсә хәл итәм.

—Йүләрләнмә, ҡайҙа бараһың, ҡалала яҡын туғаның да юҡ та баһа… Урамда көн итмәксеһеңме?

—Уныһы минең хәсрәт.

—Былай итәйек улайһа, һин бында йәшәп тор, мин усаҡлыҡта, шунан тынысланғас…

—Китәм, Тайфур, тотма!

*йобалҡы—йыбытҡы.

*хирес—әүәҫ.

Аҙағы киләһе һанда.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap