Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
12.01.2015
ТЕННИССЫЛАРҘЫҢ ӨСЛӘТӘ ЕҢЕҮЕ
Untitled document

Башҡорт дәүләт университетының филиалдары араһында спартакиада иҫәбенә барған ярыштарҙа Сибай институты командаһы уңышлы сығыш яһап килә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған өҫтәл теннисы буйынса ярышта баш уҡыу йорто, Бөрө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Сибай филиалдары командалары көс һынашты. 50-нән ашыу спортсы ҡатнашҡан сарала Артем Лежнев, Александр Купцов, Ләйсән Шаһыбаловаларҙан торған Сибай командаһы икенсе урынға өлгәште. Ҡуласа системаһы буйынса ойошторолған ярышта спортсылар дәғүәселәре менән биш тапҡыр осрашып, мәрәйҙәр йыйҙы. Команда зачетында көмөш призер булған тенниссылар шәхси беренселектә лә алдынғылар рәтендә булды. Сибай институтының йыйылма командаһы лидеры Артем Лежнев егеттәр араһында беренсе урынға сығып, спартакиада чемпионы исемен яуланы. Ләйсән Шаһыбалова икенсе урында билдәләнде.

Стәрлетамаҡҡа ярышҡа сығыр алдынан ғына Сибай ҡалаһының урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары араһында теннис буйынса ойошторолған ярышта институттың йыйылма командаһы ярыш бөтмәҫ борон уҡ еңеүселәр рәтендә булыуын иҫбатланы.

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт медицина университетында республика юғары уҡыу йорттары араһында теннис буйынса уҙған чемпионат финалында БДУ-ның Сибай институтының иң яҡшы өсәү рәтендә билдәләнеүе айырыуса ҡыуаныслы. Сөнки һуңғы туғыҙ йыл эсендә спорттың был төрөндә ундай уңыштар күҙәтелмәне. Шулай итеп Артем Лежнев, Азалия Моталлапова, Ләйсән Шаһыбаловалар ингән йыйылма команда баш ҡаланан да еңеүҙәр менән ҡайтты. Шәхси беренселектә лә улар һынатманы: Артем Лежнев ярыштың абсолют чемпионы булһа, Ләйсән Шаһыбалова көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Уҡыу йортоноң йыйылма командаһы тренеры Фәнил Әминев тенниста өлгәшелгән юғары күрһәткестәр институтта спортҡа айырым иғтибар бирелеү һөҙөмтәһе, тип иҫәпләй. Матди-техник йәһәттән ныҡлы йыһазландырылған спорт базаһының булыуы ла студенттарға ҙур мөмкинселектәр аса.

Әхәт Мөхәмәтҡолов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap