Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
БАРЫҺЫНА ЛА ҠӘНӘҒӘТБЕҘ
Untitled document

Беҙ декабрь айында Сибай шифахана-профилакторийында ял иттек. Унда алған тәьҫораттарыбыҙҙы «Атайсал» гәзитенә яҙып, шифахана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдергебеҙ килә.

Сибай ҡалаһынан ял йортона автобус йөрөп тора. Шуға ла бер ыҙаһыҙ ғына килеп урынлаштыҡ. Беҙҙе ишектән үк мөләйем хеҙмәткәрҙәр йылмайып ҡаршы алды һәм палатаға тиклем оҙаттылар. Бүлмәләр бик таҙа, йылы, тыныс ине. Корпустар йыһазландырылған, телевизорҙар эшләп тора.

Бында коллектив күптән тупланған. Хеҙмәткәрҙәр тәжрибәле, һәр кемеһе үҙ эшен белеп, урын еренә еткереп башҡара. Ял итеүселәр менән яҡшы мөғәмәлә итәләр, процедуралар ваҡытында башҡарыла. Шифахана етәксеһе, баш табип Замир Рәфҡәт улы Күсәбаевтың эшмәкәрлегенә профилакторий хеҙмәткәрҙәре юғары баһа бирә. Улар һәр саҡ әңгәмәләшеп, кәңәшләшеп эшләй.

Лидия Вячеславовна Барабанова (эш стажы—30 йыл), Венера Рәим ҡыҙы Хафизова (25 йыл), Валентина Викторовна Бычкова (22 йыл), Гөлсәсәк Рәис ҡыҙы Ирназарова (25 йыл) шифаханала күптән эшләүсе тәжрибәле белгестәр. Оло йөрәкле, йомшаҡ ҡуллы шәфҡәт туташтары менән ял итеүселәрҙең барыһы ла ҡәнәғәт. Диета буйынса шәфҡәт туташы Әсҡәпьямал Күбәкова етәкселегендәге ашнаҡсыларға айырым рәхмәт белдерге килә. Ашханаға инге килеп кенә тора! Көнөнә 4 тапҡыр туҡланыу ҡаралған. Аштары, салаттары бик тәмле. Нәсимә Зиннур ҡыҙы Ихсановаға, Рәмилә Йыһанур ҡыҙы Fүмәроваға һәм уларҙың ярҙамсыларына ҙур рәхмәт.

Шифахана-профилакторийҙа күңел асыу саралары ла ойошторола. Мәҫәлән, беҙ ял иткән мәлдә Хәйбулла йәштәре, Сибай институты студенттары концерт ҡуйҙы. Шулай уҡ фәһемле, кәрәкле лекциялар тыңланыҡ. Белгестәр килеп пенсия өлкәһендәге үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Беҙ бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ.

Форсаттан файҙаланып, шифахана-профилакторий коллективын башланып торған Яңы 2015 йыл менән ҡотлайбыҙ. Барыһына ла уңыштар, ғаилә бәхете, һаулыҡ теләйбеҙ.

Мәхмүтйән Мәхийәнов,

Роза Кәбирова,

хеҙмәт ветерандары.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap