Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
КЕШЕЛӘРГӘ БӘХЕТ ӨЛӘШЕҮСЕЛӘР
Untitled document

Эйе, эйе, башҡаларға ысын мәғәнәһендә бәхет өләшә улар! Сөнки кешеләге иң ҙур хазина, бәхет—ул бар ағзаларыңдың да теүәл булыуы, сәләмәтлеккә туйынып йәшәү, минеңсә!

Тик бәхеткәйҙәр генә тиң булмай икән шул: берәүҙәр көс-дарманын ҡайҙа һәм ниндәй юҫыҡта файҙаланырға белмәй аптыранған бер ваҡытта бәғзеләр теге йәки был сир менән яфалана, дауахана тупһаларын тапай, ирекһеҙҙәндер инде им-томсоларға мөрәжәғәт итә. Ошо юлдар авторына ла тиҫтә йылдар дауамында бик күп табиптар ҡулында дауаланырға, хәтһеҙ генә операциялар үткәрергә тура килде. Халыҡ һаулығы һағында тороусы аҡ халатлыларҙың барыһына ла тик рәхмәт һүҙҙәре генә еткерәм һәм үҙҙәренә лә иҫәнлек-һаулыҡ теләп йәшәйем. Әммә бөгөнгө һүҙем шуларҙың тик бер нисәүһе, дөрөҫөрәге, Баймаҡ ҡалаһының үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре тураһында.

...Бөгөн тотош илебеҙҙе ялмап алған ҡәһәрле шәкәр ауырыуы ваҡыт-ваҡыт үҙен һиҙҙереп, хәлдән тайҙырып алғылай. Талап ителгән диетаны һаҡлау ҙа, халыҡ медицинаһы кәңәштәрен ҡулланыу ҙа файҙа килтермәй тиерлек. Ахырҙа, әлеге лә баяғы табиптарға мөрәжәғәт итәһең. Шөкөр, был яҡтан Баймаҡ ҡалаһында һәм районында йәшәүселәр ауыҙ тултырып маҡтана ала—үҙәк дауаханала үҙ эшен белгән, кешеләрҙең сәләмәтлеге өсөн бар белемен һәм көсөн һалған квалификациялы табиптар һәм урта медицина персоналы эшләй. Шәкәр диабеты менән яфаланыусыларҙы эндокринолог Фәйрүзә Ҡаһарман ҡыҙы Fөбәйҙуллина менән шәфҡәт туташы Лиза Әбдрәхим ҡыҙы Сөнәғәтуллина һәр ваҡыт яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы ала, ауырыуҙы иғтибар менән тыңлай, кәрәк икән, стационарға йүнәлтмә бирә, төрлө кәңәштәре менән ярҙам ҡулы һуҙа.

Ә инде дауахананың терапия бүлегендә ауырыуҙарҙы тейешенсә дауалау, кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышалар. Бүлек мөдире—тәжрибәле табип Зинира Зиннур ҡыҙы Ишҡыуатова үҙенең ҡул аҫтында эшләүселәрҙән бүлектә һәр ваҡыт һәм һәр урында тейешле тәртип, ауырыуҙарға кеселекле, кешелекле мөнәсәбәт булыуын талап итә һәм был тәңгәлдә үҙе үк шәхсән өлгө күрһәтә. Мөдир үҙ йортонда дауаханалағыға ҡарағанда һирәгерәк тә булалыр әле хатта, сөнки ҡасан ҡарама—ул бүлектә, ауырыуҙар янында. Уның эш көнө иртәнге һигеҙ тулыр-тулмаҫтан башлана һәм алдағы төн уртаһына ҡәҙәр дауам итә. Шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә лә Зинира Зиннур ҡыҙын дауаханала йыш осратырға мөмкин. Шундай тынғыһыҙ, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән табип күптәрҙә һоҡланыу тыуҙыра. Шуға ла уны яраталар, хөрмәт итәләр. Медицина өлкәһендә эшләү дәүерендә бай тәжрибә туплаған шәфҡәт туташтары Миңниса Нуриман ҡыҙы Ишкилдина, Сәрүәр Фәрит ҡыҙы Исҡужина, Йәнбикә Рауил ҡыҙы Иҫсурина, Рәшиҙә Тимербулат ҡыҙы Баймөхәмәтова, Миңлегөл Мөхәмәтулла ҡыҙы Рәмиевалар тәғәйен бурыстарын урын-еренә еткереп башҡарыуы, ипле мөғәмәлә итеүе менән айырылып тора. Ундайҙар хаҡында «ҡулдарының шифаһы бар», тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер инде. Үҙҙәренән байтаҡҡа йәш коллегалары Роза Сәлимйән ҡыҙы Fәнеева, Гүзәл Марсель ҡыҙы Солтанғолова, Алһыу Айрат ҡыҙы Халиҡова, Гүзәлиә Радик ҡыҙы Дауытова, Лилиә Марат ҡыҙы Фәйезоваларға матур өлгө күрһәтеп, әйтеп-өйрәтеп тороуҙары менән дә маҡтауға лайыҡ улар. Ә инде кесе медицина хеҙмәткәрҙәре Гөлкәй Шәйхисламова, Альбина Әлмөхәмәтова, Вәсилә Һатыбалова, Миңһылыу Моратова, Әлиә Бүләкова, Әлиә Ҡашҡарова, Рәмилә Камалова, Хөмәйрә Хисмәтуллина, Луиза Байрамғолова, Әнисә Хөсәйеновалар бүлектә һәр саҡ тәртип һәм таҙалыҡ булһын өсөн аяҡ эймәй көн оҙайы эш менән мәшғүл.

Аш-һыу таратыусылар Татьяна Трейман менән Зөбәржәт Ҡолһариналар ҙа итәғәтле булыуы менән ихтирам ҡаҙанған. «Аш эйәһе менән татлы», тигәндәй, был мөләйем ике ҡатын ауырыуҙарға тәҡдим иткән аш-һыу ҙа сәләмәтлекте нығытыуға үҙ өлөшөн индермәй ҡалмайҙыр.

Бына шундай берҙәм һәм татыу коллективта хеҙмәт юлдарын башлаған йәш табиптар Гүзәл Миңлеғәле ҡыҙы Fүмәрова менән Гөлнара Тимербулат ҡыҙы Иманова үҙҙәрен бәхетлеләрҙән һанай алалыр, моғайын. Сөнки уларға ярҙам итергә әҙер тороусы коллегалары—остаздары бар!

«Һаулығың—байлығың!»—оло йәштәгеләрҙән йыш ишетергә тура килә был һүҙҙәрҙе. Тимәк, йәштәргә ана шул байлыҡтың ҡәҙерен белеп, сәләмәтлектәрен көн алдын ҡайғыртып йәшәүҙәрен теләр инем. Табиптар ҙа бит, сирҙе дауалағанға ҡарағанда алдан иҫкәртеү күпкә еңелерәк, тип ҡабатларға ярата...

Мотал Рәмов.

Баймаҡ районы

Иҫке Сибай ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap