Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ПРИЮТ БҮЛӘККӘ КҮМЕЛДЕ
Untitled document

Яңы йыл байрамы—бүләктәргә иң байы. Сибай халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең «Ышаныс» приюты коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре 2015 йылды ҡаршы алған мәлдә күпләп ҡотлау-тәбрикләүҙәр ҡабул итте.

Приютта 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге 30 бала иҫәпләнә. Тәрбиәселәр улар өсөн матур байрам ойоштороп, шыршы янында ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе. Ата-әсә наҙынан мәхрүм булған балалар быға ҡәҙәр моңһоу һәм күңелһеҙ йөрөһә, әлеге сарала күңелдәре күтәрелеп, ихлас йырлап-бейене. Килгән ҡунаҡтарҙың бүләктәре уларҙың шатлығын тағы ла арттырҙы.

—Яңы йыл тылсымдарға бай, мөғжизәле байрам. Ул һеҙгә бары тик ҡыуаныстар, һаулыҡ-бәхеттәр алып килһен. Күренеп тора: тәрбиәселәрегеҙ һеҙҙе бик ярата, бар көсөн-дәртен һалып һеҙгә байрамдар ойоштора, кәйефегеҙҙе күтәрергә тырыша. Шулай ҙа һәр берегеҙҙең үҙ ғаиләһе булыуын теләр инем,—тине үҙ сығышында Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов.

Әйткәндәй, ҡала хакимиәте етәкселеге приют тәрбиәләнеүселәренә тәмле-татлы күстәнәстәр менән килгән ине. Шулай уҡ башлыҡ, киләһе йыл приют подвалы «Урал» мәрхәмәтлек фонды тарафынан спорт залы итеп ремонтланғандан һуң, уны йыһазландырыу бурысы ҡала хакимиәте көсө менән башҡарыласаҡ, тип вәғәҙә бирҙе. Ә инде приютты шефлыҡҡа алыусы ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау органдары, атап әйткәндә, «Ҡалҡан» һаҡ йәмғиәте, ҡала эске эштәр бүлеге, прокуратура хеҙмәткәрҙәре йомшаҡ мебель һәм компьютер кәрәк-ярағы бүләк итте. Ҡаланың мәғариф бүлеге фотоаппарат менән ҡыуандырҙы.

Шыршы байрамына тиклем иһә приютҡа Баймаҡ муниципаль район хакимиәте (канцтауарҙар һәм уйынсыҡтар), «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте (тәмле күстәнәстәр), «ЦентрОбувь» магазины (аяҡ кейемдәре һәм уйынсыҡтар), шәхси эшҡыуар Д.А.Сергеев (спорт кейемдәре), шәхси эшҡыуар Соколова (байрамға Ҡарһылыу костюмы), шәхси эшҡыуар Ш.М.Сынбулатов (тәмлекәстәр һәм футбол тубы) һәм ҡала гражданы Радмир Fиниәтовтар (шыршы һәм байрам костюмдары) үҙ бүләктәрен ебәргән. Сибай халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге хеҙмәткәрҙәре уларҙың барыһына ла оло рәхмәтле!

Резеда Усманова.

Һүрәттә: Яңы йыл байрамынан күренеш.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap