Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
12.01.2015
ЯҢЫ ЙЫЛ КӘЙЕФЕ БИРҘЕЛӘР
Untitled document

Йылдан-йыл тәбиғәтебеҙ ҡырыҫлана бара. Йәйҙәребеҙ ямғырһыҙ интектерһә, ҡыштарыбыҙ инәлтеп кенә ҡар яуҙыра. Ни хәл итәһең, тәбиғәттән көслө булып булмай. Шулай ҙа ҡайһы бер мәсьәләләрҙе һауа торошона ҡарамай ғына хәл итергә тура килә.

Сибай ҡалаһына ап-аҡ ҡарлы ҡыш бик һуң килде. Әммә уның яуғанын көтөп тормайынса, ҡаланың Үҙәк майҙанына шыршы ла ҡуйылды, боҙҙан фигуралар ҙа эшләп ултырттылар. Ә инде унда байрам тантанаһы рәсми рәүештә асылған мәлдә ябалаҡлап эре-эре ҡарҙар яуҙы. Ошо мәлдә ҡаланың балалар баҡсаларынан, мәҙәниәт усаҡтарынан йыйылған Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар урамдарҙан теҙелеп үтте. Был әлеге тәңгәлдә йыл да ойошторолоп килгән конкурстың башы ине. Парадтан һуң, байрамдың төп ҡунаҡтары—Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙар Үҙәк майҙанға йыйылып, бәйгелә көс һынашты. Кемеһе матурыраҡ сәләмләй, кемеһенең кейеме сағыуыраҡ? Ҡайһыныһы халыҡтың күңелен асып, матур уйындар ойошторор ҙа, ҡайһыныһы талантлыраҡ? Быларҙың барыһын да жюри—ҡаланың мәҙәниәт бүлеге методисы Ф.Ф.Ҡәҙерғолова, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге директоры Г.Р.Нәҙерғолова һәм Сибай художество мәктәбе директоры С.М.Николаев баһаланы. Уларға еңелдән булманы, сөнки бик көслө, тырышып әҙерләнгән коллективтар бар ине. Уйын-дарына, бейеүҙәренә, ҡыланған ҡылыҡтарына тап ҡына килеп торған музыка һайлауҙары менән һоҡландырҙылар. Ҡайһы бер бәйгеселәр бөтә коллективын йәлеп иткән. Улары ла маска-костюмһыҙ килмәгән: кемеһелер убырлы ҡарсыҡ, кемеһелер һарыҡ, кемеһелер ҡуян... Конкурс барышында иң шатланғаны балалар булды. Кескәйҙәр өшөү белмәй ихлас уйнаны, шыршы буйлап бейене, Ҡыш бабайҙар биргән һорауҙарға яуаптар ҡайтарҙы.

Шулай итеп, конкурс тамамланды. Гран-при «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы коллективына тапшырылды. Беренсе урынға Сибай Балалар сәнғәт мәктәбе сыҡты. Икенсе урын «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһы һәм Арҡайым мәктәбе Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыуына бирелде. Өсөнсө урынды «Сулпылар», «Ҡурай» балалар баҡсалары һәм «Сибай» шифахана-профилакторийы уртаҡлашты. Башҡа коллективтар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Барыһына ла дипломдар һәм «Ваш дом» магазинының сертификаттары тапшырылды.

Артабан Үҙәк майҙанға Сибай филармонияһы артистары сыҡты. Улар тәүҙә «Маша һәм айыу» йәнһүрәте геройҙары кейемендә сәхнәләштерелгән тамаша күрһәтте. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап, ихлас теләктәрен еткергәндән һуң, майҙанға йәм биреүсе шыршы уттары яндырылды. Артабан байрам сараһын йәнләндереү бурысы йырсыларға тапшырылды. Халыҡ ҡәнәғәт булып, күтәренке кәйеф менән таралышты.

Нурия Фәйзрахманова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap