Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
12.01.2015
ДАЛАНЛЫЛАРҘЫ БҮЛӘКТӘРЕ КӨТӘ
Untitled document

Миләүшә ХАБИЛОВА

Яңы йыл байрамы алдынан 2015 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыусылар араһында лото-уйын үткәрелде. Редакцияға ебәрелгән квитанциялар бер йыллыҡҡа, ярты йыллыҡҡа һәм коллектив менән яҙылыусылар араһында бүлеп уйнатылды.

Шулай итеп, алты айға гәзиткә яҙылған уҡыусыларыбыҙ араһынан вәғәҙә ителгән электр духовкаһына Сибай ҡалаһының Таусылар проспекты, 30-77 адресы буйынса йәшәүсе М.Г.Рыҫәнбәтова лайыҡ булды. Икенсе приз—шәхси эшҡыуар Ә.Аҫылбаевтың «Браво» һәм «Йәшлек» магазиндарына бирелгән 2500 һумлыҡ сертификат ҡаланың шул уҡ Таусылар проспектынан (36-33) Э.Баязитова өлөшөнә төштө. Артабан лототрон Сибай ҡалаһы Таулы урамы, 25 адресынан Ә.Сыбарғошовҡа—термопот, Чайковский урамы, 8-36-нан Ф.Насыроваға—фен, Баймаҡ районының Басай ауылынан М.Фәтхуллинаға—миксер, Сибай ҡалаһының Төҙөүселәр урамы, 4/1-12-нән И.Рыҫбаевҡа—үтек, Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан Б.Ямантаеваға—фен, Сибайҙың Ветерандар урамы, 6-13 адресынан Г.Сөләймәноваға фен һәм Блюхер урамы, 48-се йорттан Т.Мансуровҡа миксер отторҙо.

Гәзитебеҙгә бер йылға яҙылыусылар араһында «Сибай» шифахана-профилакторийына путевка һәм Ә.Аҫылбаевтың «Браво», «Йәшлек» магазиндарына 5000 һумлыҡ бүләк сертификаты уйнатылды. Әлбиттә, шул уҡ минутта был бәхетле кешеләрҙең исемдәре лә асыҡланды. Лототронды әйләндереүсе һәм квитанцияларҙы тартып сығарыусы бер гонаһһыҙ бала ҡулдары сертификатты Сибай ҡалаһы Горький урамы, 57-1 адресынан А.Вәлиеваға, ә путевканы Ленин урамы, 38-се йорттоң 75-се фатирында ғүмер итеүсе Т.Дәүләтшинаға тип бүлде.

Артабан лототрон «Атайсал» гәзитенә коллектив менән яҙылыусылар араһында бәхетте һынаны һәм был осраҡта өҫтөнлөк Сибай ҡалаһының «Ирәндек» лицейы коллективына сыҡты. Улар «Аладдин» магазинының балаҫы менән бүләкләнде. Ә инде вәғәҙә ителгән келәм Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы өлөшөнә төштө.

«Атайсал» гәзитенә яҙылыусыларҙы, уны яратып уҡыусыларҙы һәм, әлбиттә, бүләк отоусы даланлыларҙы башланып торған Яңы йыл менән ҡотлап, һәр береһенә айырым изге теләктәр еткерәбеҙ. Бүләктәр иһә хужаларын гәзит редакцияһында көтөп ҡала. Киләһе йылда ла бергә булайыҡ, яҙылайыҡ һәм мотлаҡ һеҙгә лә уңыш йылмайыр, дуҫтар!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap