Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
БЕРҘӘН-БЕРЕМ, БЕРГЕНӘМ...
Untitled document

Аҙағы. Башы 101-104-се, 1-2-се һандарҙа.

—Китмәйһең! Кем тауыҡтарға ем һибер, кем баҡсаны ҡарар, кем мине эштән ҡаршы алыр, билем, радикулитым тотһа, кем аяҡҡа баҫтырыр, ә?—Ҡыҙып китеп Йыһаниәнең ҡулындағы юл сумкаһын һелкетә тартып алдым, үҙен ҡәнәфигә елтерәтеп алып барып ултырттым да ҡаршыһына тубыҡландым.—Йыһаниә, әйҙә, дуҫлашайыҡ, килешәйек, ә, әйтәм бит бөттө, башҡаса ҡабатланмаҫ! Минең һинән баш-ҡа бер кемем юҡ, һиңә лә минһеҙ ауыр буласаҡ. Бер-беребеҙгә өйрәнгәнбеҙ бит инде, берегеп бөткәнбеҙ.

—Мин дә шулай уйлай инем.

—Уйлағас һуң?

—Китәм, башҡаса ҡабатлатма!

—Юҡ, һин китмәйһең, икәүләп китәбеҙ, туҙҙырайыҡ донъяны, әйҙә ҡалһын шауҙырлап!—Енләнеп йөрөп икенсе сумкаға әйберҙәремде тыңҡыслап тултырҙым да ишек төбөнә килгәс, янаулы ҡысҡырҙым.—Яндырайландырма, Йыһаниә, әгәр йортто ташлаһаң, минең ни эшләрҙе беләһең!—Ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып киттем.

Бетенә үсегеп тунын яҡҡан кешеләй янаным инде шунда, ысынын әйткәндә нимә генә ҡыла алам?! Уйым менән Йыһаниәне нисек тә өйҙә ҡалдырыу инде теләк. Тура таныш ятаҡҡа киттем, комендантты таптым. Ипле мөғәмәләле, изге йәнле ҡатын ул.

—Гөлсара апай, йорттоң эсен һалҡындар төшкәнсе ныҡлап ремонтларға ине иҫәп, шуға һеҙҙә йәшәп торайымсы, ҡатынды ауылға ял итергә ебәрәм.

—Ремонт тиһеңме, йортоңдо иртә һипләмәксеһең, һалҡын ел үткәрәме шулай?—Күпте күргән ҡатын һүҙҙең айышын төшөнөп кинәйәләп һораны.—Бәлки килен менән йәшәрһегеҙ бергәләп, бер бүлмә буш әлегә, теге шахтала эшләүсе Рәшит тә йорт бөтөрөп күсенде яңыраҡ.

—Киленең күптән ауылда булғаным юҡ, шунда барам, ти. Өй ел үткәрмәй үткәреүгә, евроремонт яһамаҡсыбыҙ.

—Хәҙер европаса йәшәргә күстек шул, европаса йорттар, европаса ҡылыҡ-фиғел…

Бөтәһен дә аңлай хәйләкәр ҡатын, уратып һуҡтырып семетә генә. Кире борманы шулай ҙа, йәшәр бүлмәмде күрһәтте. Ваҡытлы торлаҡ мәсьәләһен еңел хәл иттем.

Кискеһен ҡараңғы төшөү менән йортобоҙ янына килдем. Тәҙрәләрҙә ут барлығын күреп, тынысланып кире боролдом. Китмәгән Йыһаниә, тимәк, яйлап барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр, тип өмөтләнеп кире боролдом. Тик өмөтөм аҡланманы, әллә нисә тапҡыр өйөбөҙ янына килдем, мәгәр ҡапҡаны асып инергә батырсылыҡ итмәнем. Сығып китеүе генә еңел икән ул, ә ҡайтып инеүҙәре… Тик ниндәй хәлдә булһа ла кеше яңғыҙ йәшәй алмай, уға һәр ваҡыт иш-иптәш, күңел йыуанысы кәрәк. Эштән ҡайтып карауатта аунап китап уҡыу ялҡытты, бер көн маҡсатһыҙ ҡала ҡыҙырырға сығып киттем. Приют янынан үтеп барһам, ишек алдында балалар уйнап йөрөй. Өс-дүрт йәштәр самаһындағы ҡыҙ тәгәрәгән тубы артынан йүгереп минең эргәгә килде. Сәстәре етен ише һап-һары, бөҙрәләнеп һибелгәндәр, күҙҙәре зәп-зәңгәр. Торғаны бер ҡурсаҡ инде, юҡ ҡурсаҡ ҡына түгел, Йыһаниәгә оҡшаған да баһа, сәстәре лә, күҙҙәре лә.

—Доченька, мячик в сторону улицы больше не кидай, ладно?—Тупты алып уға һондом.

—Белгегеҙ килһә, мин башҡорт ҡыҙы. Исемем—Фәйрүзә!—ти был ҡыйыу итеп.

—Оҡшағанһың шул. Ә исемеңә килгәндә ундай ҙа матур исемде тәүләп ишетеүем.

—Ысынмы?

—Ысын. Ант!

Ҡыҙ селтерәтеп көлөп ебәрҙе лә йөҙөн етдиләндерҙе:

—Ағай, һеҙ кем, минең атайым түгелме? Бындағы апайҙар атайың килеп алыр әле бер көн, тип йыуаталар, ә ул юҡ та юҡ…—Ҡыҙыйҙың ҡарашы моңһоуланды.

—Атайың килер ул… Бына мин дә ҡыҙымды эҙләйем…—Уйламағаныраҡ хәбәр ысҡындырҙым.

—Әгәр мин һеҙҙең ҡыҙығыҙ булып ҡуйһам?

—Бик ҡыуаныр инем.

—Иртәгә бында килерһеңме?—ти ҡыҙ алсаҡланып.

—Иртәгә эшкә, иртәнән һуңға килермен йәме.

—Килегеҙ, көтөрмөн.—Ҡыҙ йомшаҡ биттәрен минең ҡырылмаған сикәгә тейҙереп алды ла йүгереп китеп барҙы. Тәнемә бала ҡағылғаны булмағас, тетрәнеп киттем, тағы танауыма хуш еҫле бала еҫе бәрелде. Сүгәләгән килеш иҫемде йыя алмай ултырып ҡалдым.

Барҙым теге йорт янына, шунан тағы, тағы… Күстәнәстәр, уйынсыҡтар тотоп вахтанан һуң унда йүгереүем ғәҙәткә әүерелде. Фәйрүзә менән аралашыуым йәнемә дауа, күңелемә йыуаныс ине. Бер көн беҙҙең янға тәрбиәсе ҡыҙ килде:

—Һеҙҙе приюттың мөдире саҡырта.

Ҡырыҫ йөҙлө йәш ҡатын сәләмемде алғандан һуң күҙлеге өҫтөнән асыулы ҡараны:

—Миңә һеҙҙең хаҡта әйттеләр. Һеҙ кем?

Исем-фамилиямды, эшләгән урынымды әйттем.

—Документтарығыҙ?

—Ял иткәндә нимәгә ул документ? Миңә ышанмайһығыҙмы?

—Ышанмайым. Бөгөнгө заманда иң тәүҙә ҡағыҙ, шунан башҡаһы. Паспортығыҙҙы күрһәтһәгеҙ, һөйләшергә булыр ине, хәҙер урынһыҙ һәм файҙаһыҙ. Киҫәтәм, бында беҙҙең балаларға яттарҙың яҡынлауы ҡәтғи тыйыла.

Тоҡанып киттем:

—Ҡағыҙ йәндәр! Кешегә түгел хәҙер, ҡағыҙға ышаналар! Әгәр ҡала буйлап йөрөйөм, кем менәндер аралашам икән, ул минең шәхси эшем!

—Рәхим итегеҙ, аралашығыҙ, һеҙҙе бер кем дә тыймай, тик бынан һуң беҙҙең балаларға яҡынлайһы булмағыҙ!

—Насар уйҙан түгел дә, күстәнәстәр, уйынсыҡтар алып киләм.

—Уларға бөтә нәмә лә етә.

—Балаларға өлкәндәр йылыһы етмәй,—тип ҡырт киҫтем.

—Бына быныһын дөрөҫ әйттегеҙ.—Мөдир йомшағандай итте.—Фәйрүзәнең әсәһе юҡ, атаһы тере, тик ҡайҙалығы билдәһеҙ. Ошонан аҙаҡ ир-аттарға ышан инде. Ул уны көтә.

—Әгәр килеп йөрөргә рөхсәт итһәгеҙ, бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем.

—Ярамай, баланы ниңә ерле-юҡҡа ымһындырырға.

—Һеҙ хаҡлы, тик Фәйрүзә килеремде ҡапҡа ауыҙына килеп көтөп кенә тора бит.

—Ул хисле бала, һеҙгә эҫенмәҫ элек килеүегеҙҙе туҡтатығыҙ, мыжыр-мыжыр ҙа онотор.—Мөдир һөйләшеүҙең бөткәнен белдереп сәғәтенә ҡараны.—Аңлаштыҡ, килештек, тип иҫәпләйек.

—Килмәҫмен башҡаса… Шулай ҙа телефон номерымды ҡалдырам.—Һүрелеп, өмөтһөҙләнеп әйттем.

—Кәрәгерме икән?.. Хушығыҙ.

Аҙна самаһы таныш тарафҡа һуғылманым. Эс яна, әммә түҙергә кәрәк, ысынлап та нимәгә тормошҡа ашмаҫ хыялға ымһынырға.

Бер көн телефон шылтыраны. Теге мөдирҙең тауышы:

—Килегеҙ, Фәйрүзәнең йоҡоһо йоҡо түгел, ашауҙан яҙҙы, сирләп китмәһен, тип борсолабыҙ.

Эштән сығыу менән киттем приютҡа. Барһам, ҡапҡаға һөйәлеп Фәйрүзә тора. Мине күреү менән иламһырап муйыныма килеп һырылды:

—Атай, нишләп килмәйһең ул, ә мин һине көтәм, көтәм…

—Эш күп булды, ҡыҙым, инде көн һайын килермен, йәме…

Дәртләнеп Фәйрүзәне алыу өсөн документтар юлларға тотондом. Биреүҙәре икеле, беҙҙең айырым йәшәүебеҙҙе белһәләр, баш тартасаҡтар...

Икәүләп тынып ҡалдыҡ. Бер аҙҙан ул телгә килде:

—Ярай, һеҙҙе, эш кешеһен, тотҡарланым, ғәфү итегеҙ.—Тайфур тороп китергә йыйынды ла һораулы төбәлде.—Айҙар ағай, һиңә үтенесем бар ине…

—Әйтегеҙ.

—Көн аша булһа ла Йыһаниәнең хәлен белә алмаҫһығыҙ микән? Инеп тороу кәрәкмәй, өйҙә ут яныуын күрәһегеҙ ҙә миңә шылтыратаһығыҙ. Ике көн аша дежурствоға йөрөй, шуны ла иҫәпкә алһағыҙ… Йыһаниәнең йөрәге шәптән түгел, ауырып китеүе бар, уны мин ҡайғыртмаһам, кем ҡайғырта. Үҙем дә бара алам да ул, йә күрше-күлән күреп ҡалыр, өйһөҙ, берәҙәк эт ише ҡапҡа төбөн һаҡлауы оят. Былай ҙа таныш-белештәргә бер нисә тапҡыр тап булдым…

—Ярай һуң…

Минең өсөн мәшәҡәт эш түгел ине ул, эңер төшһә, тәҙрә янына барам да Тайфурҙың йортонда ут күрһәм, телефондан шылтыратам. Ошондай сәйер бәйләнеш тағы күпме дауам итер ине икән, белмәйем, бер көн кис теге таныш уттың ҡабыныуын көтөп ала алмағас, кейенеп шул яҡҡа йүнәлдем. Тәҙрәләр ҡараңғы. Ары ни ҡылырға белмәй ултырғысҡа сүгеп көтә башланым, бөгөн бит Йыһаниәнең дежурствоһы түгел, ҡайҙа йөрөй икән бығаса? Әллә өйҙә булып та ауырып киттеме? Яттарҙың яҙмышына ҡыҫылып, хәҙер килеп кеше ҡатынын хәстәрләп йөрө инде, бисә белһә ни тиер? Апаруҡ ваҡыт үтте. Тайфурға хәбәр итергә кәрәк, башҡаса сара ҡалманы.

—Кем унда?—Яҡынлаусы шөбһәләнеп һораны.

Йыһаниәне таныным.

—Иҫәнмеһегеҙ, был мин, Тайфурҙың танышы, хәтерләйһегеҙҙер, гел осрашҡанда сәләмләшәбеҙ.

—Ә-ә-ә, һаумыһығыҙ… Һеҙ нишләп бында?

—Саф һауа һулап йөрөнөм дә инеп хәлегеҙҙе белмәк иттем, тороп тор, мәйтәм, Тайфурҙар нисек йәшәп яталар икән!

—Ул өйҙә юҡ шул, командировкала…

—Ярай улайһа, хушығыҙ.—Китергә йыйынып ҡалҡҡайным ғына, кеҫә телефоным шылтыраны.

—Айҙар ағай, һеҙ ҡайҙа, нишләп бығаса шылтыратмайһығыҙ?—Тайфурҙың тауышы киске тынлыҡта ап-асыҡ ишетелә.

—Мин… урамда, артыҡ шаулама әле, тауышың таш яра!

—Ниңә тыяһығыҙ?!—Тайфур ғәҙәтенсә этеп алып бара.—Беҙҙең өйҙә ут янамы?

—Әлегә юҡ, хәҙер яныр…

—Нисек яныр? Янамы-юҡмы? Йыһаниә нисек?

—Һәйбәт, ярай, хуш, һуңғараҡ шылтыратырмын.—Телефонды кеҫәмә йәшерҙем.

—Аңлашылды…—Йыһаниә ҡапҡаны асты.—Үтегеҙ!

Утты ҡабыҙғас, залға саҡырҙы:

—Хәҙер сәй ҡуям.

—Рәхмәт, яңыраҡ ҡына өҫтәл артынан торҙом.

Хужабикә ныҡышманы, йәнәшәмә, ҡәнәфигә һеңеп ултырҙы ла аяҡтарын өҫкә тартып, ҡулдары менән яурынбаштарын ҡосаҡланы:

—Һыуыҡ, өшөтә…

—Ҡара көҙгә өйрәнә һалып булмай шул, ни тиһәң дә ҡыш яҡынлаша, көндөҙ беленмәһә лә кистәрен һалҡын.

—Йәшермәйем, Тайфур киткәс, өйҙән ҡот ҡасты. Ә һеҙ уның йомошсоһомо?

—Шулайыраҡ.

—Күпме дауам итер икән был уйын?

—Йыһаниә, мин барыһын да беләм. Бәлки…

—Fәфү итергәме? Хыянат ғәфү ителәме?

—Тормош тигәнең ҡатмарлы, быны өлкән булараҡ һеҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ беләм, аңлайым.

—Тимәк кисерергә?

—Уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин һеҙгә хөкөмдар түгел. Тайфур ятаҡта йәшәй, һеҙ бында яңғыҙығыҙ ҡаңғыраһығыҙ, ары былай дауам итмәҫе билдәле.

Был юлы Йыһаниә яуап ҡайтарманы, һенағастай ҡатып ултыра бирҙе. Уның күҙҙәре киң асылып киткән, ағартҡансы аҫҡы иренен тешләгән. Ул көслө, икеләнеүле тойғо кисерә ине шикелле, һаҡһыҙ һүҙ ысҡындырһам, һытылырға әҙер.

Аҙыраҡтан сығырға йыйынып урынымдан ҡалҡтым:

—Донъя йәме—иң әүәл бала ул, Йыһаниә… Әгәр Тайфур ҡайтһа, яңғыҙы ғына ҡайтмаҫ, приюттан бәләкәс бер ҡыҙ баланы эйәртер, әгәр һеҙ ҡаршы булмаһағыҙ, ҡабул итһәгеҙ, әлбиттә.

Ишек төбөнә килгәс, Йыһаниәнең өҙәләнеп, сабырлығын юйып ҡысҡырыуы ишетелде:

—Айҙар… ағай, Тайфур ҡыҙ бала алып ҡайта, тинегеҙме? Беҙҙең өйөбөҙгә бала инәсәкме? Йә Хоҙай, беҙҙең дә берҙән-беребеҙ буласаҡмы?.. Нимә тип кенә яуап бирә- йем икән?.. Белмәйем, быуыным бушаны, зиһенем таралып бара!—Ул ике сикәһен ҡуш услап йәш аралаш ҡараны.—Әллә нишләп йылмайғым килеп киттесе. Иртәрәк икәнен дә беләм, барыбер ҡыуанғым, көлгөм, йылмайғым килә, минең… беҙҙең дә осмот ҡына бәхеткә хаҡыбыҙ барҙыр!..

Ҡыш башы. Миҙгелдең моңһоу бөләңгертлектән арынып ныҡҡа таянып сафлыҡҡа сумған мәле. Күпмәһенең тышына аҡ юрғанын бөркәнгән бар тәбиғәт, тирә-яҡ рәхәтләнеп йылы, ҡалын түшәгендә иҙрәй. Офоҡ уратаһын шыйыҡ, үтә күренмәле шекәрә болот ҡаплаған. Күк көмбәҙенең ҡап уртаһындағы түңәрәк асыҡлыҡтан тирмән мөкөһөнән* һирпелгән он кеүек ер өҫтөнә ҡар һибәләй. Подъезд ишегенән сыҡтым да, һалҡынса һауаны күкрәк тултырып һулап, аҙға ғына ян-яғыма ҡараш ташланым. Илаһи гүзәллектән күҙҙәрем ҡамашты, күңелемде ошо ҡабатланмаҫ балҡыш гөлтләтеп ҡабыҙып ебәрҙе. Туҡта, анау етәкләшеп барған өсәүҙең һыны бик тә таныш та баһа. Сырамыттым. Ҡунаҡбаевтар. Ҡыҙ бала тәтелдәп ниҙер һөйләй, эйелеп, йомшаҡ ҡарҙы услап алып һауаға һибә лә, биттәренә бөркөлгән һалҡындан ҡытығы килеп шарҡылдап көлә. Уға бала ҡыуанысынан ирәмһегән ата-әсә ҡушыла. Шат тауыштар шырпы ҡабылай тигеҙ рәттәргә теҙелгән таш йорттарға бәрелә лә паклыҡҡа сорналып, сихри биҙәктәргә әүерелеп, юл ҡырлатып ойоған ағастар иңенә ҡуна, ҡунып ҡына ҡалмай, уларға һанһыҙ йымылдыҡ осҡондар өҫтәй. Бына уларға ауырлы ҡатын осраны. Уның башындағы шәшке кәпәсе, ҡабарынҡы яғаһы ла һанһыҙ ынйыларҙан емелдәй, йәш, һылыу, бер аҙ тутлана төшкән йөҙө ҡыҙарған. Ҡатын яҙа баҫып абыныуҙан ҡурҡып, һаҡ, ипле аҙымлай, әле тыумаған сабыйын ҡурсыуылыр. Тайфур бер аҙға ғына туҡталып, моңһоу төбәлеп уның яғына ҡайырылды. Ҡатын уны абайламаны, әллә күрһә лә күрмәмешкә һалыштымы, белмәйем, башын ғорур сөйөп, бер кемгә иғтибар итмәй атлауын белде. Йөклө ҡатын асылырға тумалаған сәскә менән бер шул, уның күңеле ерҙә түгел, йондоҙло күктә. Атаһының аңшая биреп тороуы ҡыҙыйға оҡшаманы, йүгереп килеп етәкләп алды ла ирендәрен турһайтып, үпкәләп һөйләнеп уны алға тартты: «Атай, беҙгә генә ҡара, беҙҙе яратмай-һыңмы әллә?» «Яратам, яратам, ҡыҙым…»

—Ни тиклем матурҙар, бәхетлеләр…—Йәнәшәмә баҫҡан ҡарсыҡ шулай тине.

—Ә? Нимә тинегеҙ?—Был һүҙҙәрҙең кемгә тәғәйенләнгәнен айыра алмай ҡабатлап һораным.

—Көн матур тим, балам. Ана бит, ҡышты әйтәм, ҡарын да көрәп яуҙырып ҡуйҙы, хәҙер холҡон күрһәтергә самалап буранын ҡуҙғыта.

Тәбиғәттең кәйефе күҙ асып йомғансы үҙгәрә шул. Бейектән, бик бейектән ябалаҡлап елгәрелгән ҡар талғын өйөрөлөп әйлән-бәйлән көйөнә бейей ҙә башлаған. Теге өсәү йәйәүле буранға эйәреп китте, ауырлы ҡатын йөҙөн елгә ҡуйып уға ҡаршы атланы...

*мөкө—ҡул тирмәненең он ҡойола торған тишеге

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap