Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ШАҒИР ҠАТЫНЫ
Untitled document

Күңелем, зиһенем ҡушыуы буйынса мәҡәләгә исем бирҙем дә уйға ҡалдым. Шағир ҡатыны... Яҙыусы ҡатыны... Ниндәйерәк булырға тейеш һуң ул? Яҙыусы-шағирҙың ижади асыштарын күңеле, рухи донъяһы аша үткәреп, төплө кәңәштәрен бирә алырлыҡ фекерҙәше лә, яңы үрҙәргә ҡанатландырыусы фәрештәһе лә бит ул. Ә бит әҙәбиәт тарихынан бик күп миҫалдарҙы килтерергә була: һуғыштан ауыр яралар менән ҡайтып, хәрәкәтһеҙ ҡалған яугир-яҙыусы Ибраһим Fиззәтуллин һәм уның әҫәрҙәрен ташҡа баҫтырырға күп көс һалған ҡатыны Зөләйхә ханым; тере сағында уҡ халыҡ шағирына әйләнгән Рәми Fарипов, иренең вафатынан һуң башҡорт грамматикаһын ентекле өйрәнеп, әҫәрҙәрен донъяға сығарыусы украин ҡыҙы Надежда Васильевна...

Ана бит, халыҡ шағиры ғүмер яҙында һөйгәненә артыҡ вәғәҙәләр бирмәй генә былай ти:

Ауыр булыр һиңә минең менән...

Тик булмаҫ һис һиңә күңелһеҙ:

Һинең менән мин сабый ҙа булам,

Һәм таба ла беләм көлкө һүҙ...

(Р.Fарипов. «Надяға»).

Әҙәбиәтебеҙ күгендә балҡыған бик күп шағир-яҙыусыларыбыҙҙы ижади үрҙәргә әйҙәүсе үҙ алиһәһе, үҙ мадоннаһы бар.

Матурлыҡты ситләп үтә белмәгән, эскерһеҙ, күңел донъялары шаран асыҡ, тәү ҡарағанда ябай, әммә үтә лә ҡатмарлы зат бит улар шағирҙар. Һөйөү хистәренә йыш бирелеүсән, үҙ йөрәктәре аша үткәреп, шедеврҙар тыуҙырыуға һәләтле бөйөк ижадсылар. Уларҙың күңел донъяларын аңлаған, ниндәй генә хәлендә лә ҡабул иткән гүзәл заттарҙы күңелемдән барлайым да төплө фекергә киләм: көслө рухлы, тоғро ҡатындарҙы һайлай белгән улар! Һүҙем—талантлы шағир, Ш.Бабич премияһы лауреаты Рәйес Түләктең тормош юлдашы Флүрә Хәсән ҡыҙы тураһында.

Рәйес Түләкте Өфөлә уҡығанда уҡ яҡындан белә инем. Уның ҡатыны Флүрә Хәсән ҡыҙы менән танышыуым Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбендә булды.

90-сы йылдар башы. Ҡаланың мәҙәни тормошонда күтәренкелек. Халыҡтың үҙ асылына ҡайтып ҡыуаныуы бар ерҙә лә һиҙелә: башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәр асыла. Халыҡ радио, телевидение аша үҙ телендә тапшырыуҙар тыңлап кинәнә. Филармония, институт, Сибай төбәк яҙыусылар берлеге үҙ ишектәрен асты. Әммә һәр яңылыҡ ҡаршылыҡһыҙ булмай. Башҡорт кластарына балалар йыйыу өсөн аңлатыу эштәре алып барыу, кәрәкһеҙгә ҡалдырылған туған телдең, халыҡ йолаларының күркәмлеген балҡытып ебәреү башҡорт теле уҡытыусыларынан бик күп нәмәне талап итә. Башҡорт башланғыс класс уҡытыусыһы булып эш башлаған Флүрә Хәсән ҡыҙының талымһыҙ, үҙ һөнәренә ижади ҡарауы ла, һомғол буйына матур костюм кейеп өҙҙөрә баҫып бейеүе лә, халыҡ йырҙарын моңло итеп башҡарыуы ла һоҡланыу уята ине. Ә уҡыусылары нисек ярата! Һәр бала күңеленә асҡыс таба белгән, ата-әсәләр өсөн яҡын кәңәшсе лә булған яңы уҡытыусының хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡараны коллектив.

Ҡайһы саҡ эшкә килгән Флүрә арыған күҙҙәрен йәшерә. Сөнки ул шағир ҡатыны: төн уртаһында шиғырҙар тыңлаған, фекерҙәрен әйткән. Әммә ул һәр ситуацияны шаярып үткәрә белә. «Рәйестең шиғырҙарын ятып тыңларға ярамай, мотлаҡ ултырып йәки тороп ҡына»,—тип көлә ул. Эштән һуң бала бағыу, Рәйестең ижадташ дуҫтарын яҡты йөҙ, һый-хөрмәт менән ҡаршы алыу күңел көсөн генә түгел, физик көстө лә талап иткәндер. Әммә уның үҙ яҙмышынан ризаһыҙ булған мәлдәре булманы.

Әҙәбиәт даирәһендә ҡайнаусы кеше булараҡ, мин шағирҙарҙың сәйер бер ғәҙәтенә иғтибар итәм: үҙҙәре йыш ғашиҡ булалар, ә ҡатындарынан тоғролоҡ талап итәләр. Бер саҡ урамда Рәйес осраны. «Фирүзә, һин ир була беләһеңме?»—ти был. «Беләм»,—тим, аптырауға ҡалһам да. «Яҡын әхирәте булараҡ әйт әле, Флүрә янында ир-ат сыуалмаймы?»—тип һораулы ҡарашын миңә төбәне. Шул саҡ дыуамаллығым, һүҙ эҙләп кеҫәгә инмәүем өҫкә ҡалҡып сыға: «Бер юлдан эшкә йөрөгән, шул юл менән кире ҡайтҡан кристалл һымаҡ таҙа бер ҡатынды беләм. Ул да булһа—Флүрә»,—тинем дә юлымды дауам иттем. Иртәгәһен эштә Флүрә бәхеттең етенсе ҡатында ине. «Һин ысын шулай тип әйттеңме? Ҡайһылай матур әйтә белгәнһең! Ә Рәйестең шатланғанын күрһәң... Һинең һүҙҙәреңде ҡабатлай ҙа ҡыуана, ҡабатлай ҙа ҡыуана»,—ти.

Шулай ул, һүҙ ҡөҙрәте үҙлегеңдән сығарып, кемлегеңде танытып та ҡуя.

Киләсәккә хыялдары ҙур ине йәштәрҙең. Сибай төбәк яҙыусылар берлеге асылғас, Рәйес уның етәксеһе булды. Ул саҡтағы ҡала башлығы З.F.Йәрмөхәмәтов бик күп таланттарға уңайлы шарттар булдырҙы, фатирлы итте. Түләковтар ғаиләһенә лә бәхет йылмайҙы—дүрт бүлмәле фатирлы булдылар.

Ҡыуанып-шатланып йәшәргә ине лә бит, Хоҙайҙың әмере аяуһыҙ: 1994 йылдың яҙында Флүрә ауырып китте. Дөрөҫ ҡуйылмаған диагноз, төрлө препараттар менән һуңғы сиккә еткерелгән ҡатындың аяҡ-ҡулдары хәрәкәтләнеүҙән туҡтаны. Бар донъяға яратып, һоҡланып баҡҡан нескә күңелле шағир ниҙәр кисергәндер...

Йәшлек дәрте беҙҙең күңелдәрҙә

Бөтмәһә лә тамам һүрелеп.

...Аяҡтарың юҡ шул йөрөрлөк,

Күҙкәйҙәрең юҡ шул күрерлек.

Йылы, бер-береһенә хәстәрлекле мөнәсәбәттәргә ҡоролған ғаилә тормошона оло һынау килде. Тоғролоҡҡа һынау, тип әйтер инем мин.

Һыҙланаһың. Мин теш ҡыҫам

Уртымды ҡанатҡансы.

Эй, ошо ауырыуыңды

Үҙемә алалһамсы,—тип яҙҙы бындай саҡтарҙа һөйгәненә шағир. Ҡатынының һауығыуына өмөтөн өҙмәгән Рәйес Түләк ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне: дауаханаларға күтәреп йөрөттө, көнөн-төнөн янында булды. Мең хәстәрҙәр менән аяҡҡа баҫып китә алған Флүрәгә төрлө ҡорамалдар тапты, шарттар булдырҙы. Ауыртыу-һыҙланыуҙары күҙҙәренә сығып түшәккә ятҡанында ла Флүрә Хәсән ҡыҙы зарлана, тормошҡа аһ ора белмәне. Һөйләгәндәре изге, уйҙары аҡ, өмөтө—йәшәү. Йылыға йылан да эйәләй, тиҙәр. Күңел йылыһын йәлләмәй өләш- кән Флүрә янынан туғандары, дуҫтары өҙөлмәй. Стенаға тотона-тотона йөрө-гәнендә лә Рәйес өсөн яратҡан аҙыҡтарын бешерергә ярата ине. Күҙҙәренең етә күрмәүе аҡыл һәләтен, зиһенен эшкә егә. Шуға ла бар ерҙә бөхтәлек, тәртип.

Донъялыҡтан бик иртә киткән тормош юлдашының ижади мираҫын ҡәҙерләп һаҡлай ул. Шиғыр-поэмаларының, публицистик мәҡәләләренең яҙылыу тарихын, әһәмиәтен, йөкмәткеһен яттан белә, сөнки уларға уның да күңел йылыһы ингән. Мәҫәлән, «Башҡорт һылыуҙарына» шиғыры. Флүрәнең тыуған ауылы Әлибайҙа барлығы 62 өй, шул бәләкәй генә ауылдан 15 ҡыҙ урыҫ, әзербайжан, әрмән милләтенә кейәүгә сыҡҡан. Милләт бөтә, тигән уйҙан әсенеп яҙған ул шиғырҙы Р.Түләк.

Балалар өсөн яҙылған шиғырҙары бигерәк тә уңышлы сыға ине Рәйестең. Сөнки кескәй Таһирҙың шуҡлығы, донъяға ҡарашы, атай-әсәйҙең яратыуы сағыла уларҙа. Бына Рәйес улын ваннала йыуындыра, уның менән шаярып һөйләшә, әсәй ҙә һүҙҙәр өҫтәп ебәрә, һөҙөмтәлә «Ванна капитаны» тыуа. Таһир трансформер уйната, әсәһе менән һөйләшеп ултыра. Баланы фекерләүгә, уйлатыуға ҡоролған шәп «Трансформер» шиғыры кескәйҙәргә бүләк булды. Күмәкләп яҙылған был шиғырҙар ғаиләнең бәхетле миҙгелдәре булып хәтерендә ҡалған Флүрәнең. Уларҙы ул әле лә һөйләргә ярата.

Fәзизе үлгәндән һуң Флүрә Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Йырлы йәндә ҡояш байымай» тип исемләнгән әҙәби тәнҡит мәҡәләләренән, әңгәмәләрҙән торған китап сығарҙы. Күҙҙәре бик яҡшы күрмәүенә ҡарамаҫтан, бар тырышлығын һалып эшләне ул. Һөҙөмтәлә, хәтерҙә уйылып ҡалырлыҡ, традицион булмаған анализ алымдарына ҡоролған тәрән йөкмәткеле әсбап әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырҙы.

Балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын туплап, китап сығарыу хыялы менән дә йәшәй ул. «Мең дә икенсе кис» китабын һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп икән. Тормош иптәше тураһында һөйләгәндә Флүрә хәтирәләрен һағышҡа әйләндермәй, үҙ яртыһын тереләй күреп һөйләй. Сөнки уның күңел донъяһы Рәйес менән бөтөн. Ошо халәт үҙе тоғролоҡ түгелме ни? Мөхәббәтеңә, иманыңа, вәғәҙәңә тоғролоҡ. Ысын башҡорт ҡыҙҙарын, бигерәк тә шағир ҡатындарын мин шулай күҙ алдына килтерәм. Әле Рәйестең тере сағында, фекерҙәшем һәм серҙәшемдең йәшәйешен күҙаллап, ошо шиғырҙы ла яҙғайным.

Флүрәгә

Ил ғәмдәре шағир иңендә бит,

Илем тиеп яныр—һүндермә.

Тай-тулаҡҡа былай майҙан ҡулай,

Тышауҙарға ғына күндермә!

Дөп-дөп кенә елгән тай-тулаҡтың

Тояғынан моңдар ҡойолор.

Нәфислеккә ғашиҡ ир йәненең

Наҙҙары ла алдаҡ тойолор.

Сал аҡһаҡал төҫлө уйланыр ул,

Ир-уҙаман һымаҡ уй төйнәр.

Уй-ғәмдәрен йәндә үрсетер ҙә

Сабый теле менән һүҙ һөйләр.

Рухланыр ул тойғо теле менән,

Дәрт-дарманын уятыр кешенең

Хакимдары уның—Ваҡыт, Заман,

Һәм юлдашы шағир эшенең.

Ике полюс бергә ярашҡандай,

Пар аҡҡоштар һөйөп аңлашҡандай,

Йәндәрегеҙ булһын игеҙәк.

Шағир өсөн күңел иле кәрәк,

Донъя малдарынан бигерәк.

Фирүзә Алсынбаева.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap