Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
12.01.2015
ХАҠТАР НИСЕК БУЛАСАҠ?
Untitled document

Рәсәйгә ҡаршы ҡулланылған санкциялар, һумдың түбән тәгәрәүе арҡаһында аҙыҡ-түлеккә, автомобилдәргә, башҡа тауарҙарға хаҡтар әкренләп күтәрелә. Эксперттар билдәләүенсә, 2015 йыл Рәсәй өсөн еңелдән булмаясаҡ.Сит илдән индерелгән тауарҙарға хаҡтар бермә-бер күтәреләсәк. Кейем һәм аяҡ кейеменә хаҡ кәмендә 30 процентҡа артасаҡ, сөнки уларҙың күбеһе ситтән килтерелә.

Аҙыҡ-түлек

2015 йылдың тәүге айҙарында Рәсәй магазиндарында аҙыҡ-түлеккә хаҡ 14,5-15 процентҡа артасаҡ, тип күҙаллана. Был сит ил аҙыҡ-түлегенә генә түгел, үҙебеҙҙекенә лә ҡағыла.

Башҡортостанда ла аҙыҡ-түлеккә хаҡтар һуңғы осорҙа арыу уҡ артты. Мәҫәлән, һөт һәм һөт ризыҡтарына, сырға, шәкәргә хаҡ күтәрелде. Сибай ҡалаһының сауҙа нөктәләрендә аҙыҡ-түлек уртаса алғанда 10-15 һумға ҡиммәтләнде. Был бигерәк тә дөгө, ҡарабойҙай ярмаһы, май, он, көнбағыш майы, шәкәр һәм йомортҡа, макарон изделиеларында күренә. Шәкәрҙең килограмы «Магнит» сауҙа селтәрендә 46 һум булһа, эргәһендәге «Пятерочка» магазинында 52 һум тора. Йомортҡа, көнбағыш майы ла ҡиммәтләнде. Икмәккә лә хаҡ артты.

Тәмәке

Хөкүмәт тәмәке сәнәғәте өсөн акциздар ставкаһын ҡырҡа күтәрергә ҡарар итте. Шул сәбәпле, 2015 йылда бер ҡап тәмәке уртаса 12 һумға арта. Былтыр Рәсәйҙә тәмәке етештереү 5,9 процентҡа кәмеһә, киләһе йылда тағы ла 25 процентҡа түбән төшөүе көтөлә.

Электр энергияһы

Тарифтар киләһе өс йылда тағы ла артасаҡ. 2015 йылдың 1 июленән электр энергияһы 8,5 процентҡа күтәрелә. Ә 2016 йылдан—6,5, 2017 йылда 5,5 процентҡа арта. Тимер юл транспортында йөрөүселәр ҙә күберәк түләйәсәк.

Автомобилдәр

2015 йылдан хаҡ ҡырҡа артасаҡ. Былай ҙа арзан булмаған сит ил машиналарына хаҡтар 2,3 проценттан алып 27,5 процентҡаса күтәрелгән. Машинаны техник хеҙмәтләндереүгә лә күберәк түләргә кәрәк буласаҡ. Импортлы резиналарға ғинуарҙан хаҡтар 30 процентҡа күтәрелә.

Бензин

РФ Дәүләт Думаһы ноябрь айында ҡабул иткән һалым маневры тураһындағы закон киләһе йылда яғыулыҡҡа хаҡтар артыуына килтерәсәк. Финанстар министрлығы билдәләүенсә, бензиндың литры 1,8 һумдан артыҡҡа күтәрелмәҫкә тейеш. Әммә Думаның энергетика буйынса комитеты ағзалары фекеренсә, 2015 йылдың тәүге яртыһында уның хаҡы 45 һум, ә йыл аҙағынаса 50 һумға етеүе ихтимал.

Араҡы, һыра

2015 йылда сит илдән индерелгән спиртлы эсемлектәрҙең хаҡы 35 процентҡа юғарыраҡ буласаҡ. Рәсәй сеймалынан эшләнгән продукция 10-12 процентҡа ҡиммәтләнәсәк. Ҡиммәтле сит ил шарабына һәм башҡа алкоголь продукцияһына хаҡтар артасаҡ.

Дарыуҙар

Долларҙың курсы артыу менән бәйле, сит илдән индерелгән дарыуҙар һәм косметика ла ҡыйбатланасаҡ. Эксперттар әйтеүенсә, уларҙың хаҡы 7-15 процентҡа арта.

Кәңәш

Көрсөк башланып ҡына тора һәм уның ҡасан тамамланырын әлегә берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай. Белгестәр был мәлде шәхси хужалыҡтарҙа йәшәүселәр күпкә еңелерәк үткәрәсәк, тип фаразлай. Күпләп картуф, йәшелсә үҫтереү, һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ, һыйыр малы үрсетеү менән ныҡлап шөғөлләнеү, ҡошсолоҡ тармағын үҫтереүгә тотоноу мөһим. Ергә ереккән кеше көрсөктө һиҙмәйәсәк.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap