Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
20.01.2015
«ОҘОН АҠСА» МЕНӘН ГЕНӘ БАЛАҒА ТӘРБИӘ БИРЕП БУЛАМЫ?
Untitled document

Эш хаҡының, пенсияның артасағы тураһында һүҙ сығыу менән аҙыҡ-түлеккә, тормош кәрәк-яраҡтарына, кейемгә һәм башҡа әйберҙәргә хаҡтар шунда уҡ күтәрелә башлай. Шуға ла ҡулға килеп эләккән аҡсаның бер нисә һумға өҫтәлгән булыуы бер ҙә ҡыуаныс килтермәй, ул айырма хатта беленмәй ҙә тиерлек. Беҙҙәге түбән эш хаҡы, шул уҡ ваҡытта ябай халыҡтың «теше үтмәҫлек» йорт һәм фатир хаҡтары халыҡты ситкә сығып китергә мәжбүр итә. Ысынлап та, хәҙер ир-егеттәр һәм йәштәр генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, өлкән йәштәгеләр ҙә сит илдәргә, Себер тарафтарына эшкә юллана. Сөнки ғүмер буйы йыйған хәлдә лә, беҙҙәге эш хаҡына өй һалыу йәки фатир алыу бик ауыр, ә бәғзе берәүҙәр өсөн мөмкин дә түгел. Ипотеканы ла һәр кемгә биреп бармайҙар, бирелгән хәлдә лә уны артығы менән ғүмер буйы тигәндәй түләргә кәрәк.

Ситкә эшкә, ғәҙәттә, яңғыҙ йәшәгән ҡатындар, әле ғаилә ҡормаған егеттәр һәм ҡыҙҙар, ғаиләле булһа, ҡатынын һәм балаларын тәьмин итер өсөн вахта ысулы менән ирҙәр китә. Шулай тиһәк тә, балаларын үҙҙәрен генә тормош көтөргә ҡалдырып, ир менән ҡатындың икәүләп киткән осраҡтары ла бар икән. Был мәҡәләлә шундай бер ғаиләнең тормошон бәйән итмәксемен.

Ҙур булмаған ҡалала аҙ ғына эш хаҡына йәшәү көн- дән-көн ауырлаша башлағас, өҫтәүенә бынау донъя көрсөгө килеп сыҡҡас, Сәлимовтар* ғаиләһенә лә ҡыйынға тура килә. Үҙҙәренең фатирҙары ла, өйҙәре лә юҡ. Кешенең ике бүлмәле фатирына түләп йәшәргә мәжбүрҙәр. Бөтәһе биш кеше: ике ҡыҙҙары, бәләкәй улдары бар. Уларҙы ашатып-эсерергә, кейендерергә, мәктәп өсөн кәрәк-яраҡ алырға кәрәк. Фатир өсөн түләгәндән һуң барлы-юҡлы аҡса таҡа-тоҡа ашауға, ул-был кейем-һалым алыуға етә. Һәр бер тинде иҫәпләп кенә тотмайынса булмай. Уның араһында балалар ауырып китә, дарыу-фәлән алам тиһәң, тағы шул аҡса кәрәк. «Больничныйҙа» ултырһаң, эш хаҡың әҙ була. Былай йәшәп булмаясағын аңлаған ирле-ҡатынлы Сәлимовтар ниндәй ҙә булһа ҡарар ҡабул итеү, яҡшы килем килтергән эш табыу хаҡында һөйләшә. Нимә эшләргә? Ҡайҙа барырға? Ана, дуҫ-иштәре күптән Себер яғын ҡыҙыра, мул ғына аҡса эшләй. Әллә уларға ла ынтылып ҡарарға микән? Ике ҡыҙҙары ла хәҙер ҙур: өлкәне—һигеҙенсе класта, икенсеһе алтынсыла уҡый, малайҙары беренсе класта. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына ҡырға эшкә китергә булалар. Балалар өсөн бер бүлмәле фатир табалар. Уға бер йыл өсөн алдан аҡса түләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙың иңенә һеңлеһе менән ҡустыһын ҡарау яуаплылығы йөкмәтелә. Уларҙы мәктәпкә алып барыу, ашарға бешереп, тамаҡтарын туйҙырыу, керҙәрен йыуыу, магазиндан аҙыҡ-түлек, мәктәп кәрәк-яраҡтары алыу, өйгә эштәрен тикшереп дәрескә әҙерләү, ваҡытында йоҡларға һалыу, иртәнсәк һуңлатмай ғына йоҡонан уятыу һ.б. Тәү ҡарауға һанап киткән эштәр ябай кеүек. Әммә улар—ата-әсә башҡарырға тейеш бурыстар, ә һигеҙенсе класс уҡыусыһыныҡы түгел. Бәлки, яҡын туғандары ярҙамлашып, эргәләренә килеп торалыр ҙа ул, әммә улар ҙа бит көнө буйы туғандары менән бергә ултырмай, бергә йәшәмәй.

Ата-әсә йыш ҡайтып йөрөй алмай: Яңы йылға, йәйгеһен—отпускыға. Юлға ла байтаҡ сығым китә. Махсус иҫәпкә күсерелгән аҡсаны өлкән ҡыҙҙары кәрәгенсә алып тора. Балаларын яңғыҙын ғына ҡурҡма-йынса ҡалдырып киткән ата-әсә улар нисек йәшәй, кемдәр менән аралаша, ата-әсә ярҙамы һәм наҙы кәрәк, тип уйламанымы икән? Юҡтыр. Юғиһә, атаһы эшкә киткән хәлдә лә әсәһе ҡалыр, үҙе тапҡан балаларын үҙе бағыр, ирен эштән көтөп алыр ине. Ә был балалар нисек көн итә? Өлкән ҡыҙҙары менән бергә уҡыусы Әлиәнең һөйләгәндәренән түбәндәгеләр билдәле булды: улар йәшәгән фатирҙың ишеге ныҡлап бикләнмәй, ябай ғына шпингалетты бер тартһаң, ул шунда уҡ асылырға тора. Балкон көпләнмәгән, шуға күрә беренсе ҡатта урынлашҡан фатирға һикереп кенә инеү ҙә ҡыйын эш түгел. Кухнянан балконға сыҡҡан ишек тә еңел асыла. Подъезға кодлы тимер ишек ҡуйылмаған, инеү менән тәүге фатир—уларҙыҡы. Тимәк, эргә-тирәлә йәшәүсе күрше-тирә, яуыз уйлы әҙәмдәр был хаҡта белеүе мөмкин. Балалар мәктәптә саҡта фатирға төшһәләр, ишек-тәҙрәне емерһәләр йәки башҡа бер-бер хәл була ҡалһа, улар нимә эшләй ала?

Үҫмерҙәрҙең 14-15 йәштәрҙә холоҡ-ғәҙәттәре үҙгәрә, характерҙары формалаша. Мөхәббәт осҡоно йөрәктәрен өтә, күңелдәре иләҫ-миләҫкә әйләнә. Был ваҡытта инде спиртлы эсемлектәр менән тәмәкене лә күптәре тәмләп ҡараған була. Артабан ата-әсәләр тотмаһа, тыймаһа, был «эштәр» йәшерен-боҫортон дауам итә. Уҡыусы ҡыҙҙарҙың эсеп-тартып йөрөүе хәҙер инде ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Карточкаға килгән аҡсаны иркен рәүештә тотонғас, һыра һәм башҡа алкоголле эсемлектәрҙе алыу ҙа әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Сөнки балиғ булмағандарға спиртлы эсемлектәр, тәмәке һатыу тыйылһа ла, был закон етди үтәлмәй. Киоскыларҙа бигерәк тә. Беҙҙең уҡыусы героинябыҙ был «юл»ды күптән инде үткән: уның класташ ҡыҙҙары һәм егеттәре менән һыра эсеп йөрөүен ата-әсәһе, бәлки, белмәйҙер ҙә...

Мәктәп уҡыусыларынан һорау алыуҙар шуны күрһәтә: хәҙерге ваҡытта эсмәгән, тартмаған йәки был нәмәләрҙе тәмләп ҡарамаған балалар һирәк. Малайҙарҙың күбеһе йәшереп булһа ла тәмәке тарта. Ҡайҙалыр походҡа йәки экскурсияға барғанда ата-әсәләр биргән аҡсаға мотлаҡ һыра, шарап йә башҡа шундай иҫерткес эсемлектәр алына. Уҡытыусылар уларҙы һиҙмәйме ни? Әлбиттә, һиҙәлер, әммә бер ниндәй ҙә эш боҙмаһалар, «ЧП» сығармаһалар, улар өндәшмәй ҡалырға тырыша. Берәй нәмәгә кәрәк тип баланың ҡулына биргән аҡса бына шулай итеп, алырға кәрәк нәмәнән арттырылып, тәмәке йәки спиртлы эсемлеккә тотонола. Күмәкләшеп тә алыуҙары мөмкин, сөнки тиндәрҙән һумдар йыйыла. Тимәк, үҙенә үҙе хужа булып ҡалған балалар был йәһәттән иркен ҡылана ала, нимә теләй шуны ала. Аҡсаһының муллығы менән маҡтанып, башта үҙе һыйлаһа, аҙаҡ йәш организм спиртлы эсемлектәргә һәм тәмәкегә, хатта наркотиктарға бәйлелеген һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ. Тағы ла шуны әйтеп үтергә кәрәк, көн дә эшкә барған саҡта өй арттарында йәшенеп тәмәке тартып торған уҡыусы һәм студенттарҙы йыш осратабыҙ беҙ.

Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән ҡайһы бер әсәләр ҙә күберәк аҡса эшләү маҡсатында ситкә сығып китә. Улар улын йә ҡыҙын өләсәһенә, туғанына ҡалдырыу сараһын күрә. Fәҙәттә, ундайҙар был аҙымын аҙ ғына аҡса эшләп, «күҙем асылһа» ҡайтам, тип аңлата. Әммә «оҙон аҡса» артынан киткән кешеләрҙең күбеһе өйрәнеп алған ҡалаһынан һәм эшенән ҡайтырға ашыҡмай. Сөнки, беренсенән, балаһы йылдар буйы яңғыҙ ҡалып йәки сит кешеләр менән йәшәп өйрәнгән инде, икенсенән, яңғыҙ ҡатын икенсегә ғаилә ҡорған, тағы ла бала тапҡан икән—тәүгеһе уларға ҡамасау буласаҡ. «Ҙурайғас ул мине аңлар әле»,—тиҙәр, ғәҙәттә. Ә балаһының наҙға, йылы һүҙгә мохтажлығын, эс серҙәрен һөйләр кешеһенең эргәлә булмауына эсе бошоуын улар уйлаймы? Ата-әсәһе булып та, сит кешеләр тәрбиәһендә үҫкән бала үҙен етем кеүек тоя. Телефондан аралашыу яныңдағы тере кеше менән һөйләшеү түгел шул. Йылына бер-ике тапҡыр, ҡайһы саҡ ике йылға бер ҡайтҡан әсәһен һағынып көтөп ала. Ул китергә бер нисә көн ҡалһа, күңелһеҙләнә, оҙатҡан ваҡытта илауҙан күҙҙәре шешенеп бөтә. Аҙаҡ аҙналар буйы яҙылмай, кәйефһеҙ йөрөй. Эстән генә улар һорау бирә: «Һеҙҙең эргәгеҙгә мин дә һыймайыммы ни? Ни өсөн мине ҡалдырып китәһегеҙ?».

Балаларҙың үҙҙәренә генә ышаныуы ҡыйын, сөнки улар берәй хәүефтән үҙен яҡлай ҙа, һаҡлай ҙа алмай. «Бала саҡтан үҙ йүнен үҙе күрергә өйрәнһен», «Шулай уға тормоштағы ауырлыҡтарҙы еңеүе яҡшыраҡ булыр», «Аҡса кәрәк бит!», «Бер-ике йылға түҙә инде, башҡаса ҡалайтайым», «Ул хәҙер ҙурайған да инде, илап йөрөрлөк бәләкәс түгел» һ.б. Шулай аҡлай үҙҙәрен сит тарафтарға эшкә киткән ата-әсәләр. Ә уларҙың балаларының ҡулдарында ҡыйбатлы айфон-айпадтар, планшеттар, ноутбуктар, фотоаппараттар... Шул рәүешле алдаштырып, үҙҙәренең улар янында булмауын «компенсациялай»ҙар йәнәһе.

Балаһын әҙәм рәүешле, етеш тормошта йәшәтәм, тип тырышҡан ата-әсәне лә аңларға була кеүек. Шулай ҙа ваҡытында бүленгән һөйөү-наҙға, тәрбиәгә бер нәмә лә етмәйҙер, моғайын. Балаларыбыҙҙың бала сағын аҡсаға алмаштырып, һуңынан үкенеп ултырырға тура килмәһен, сөнки туйҙан һуң дөмбөр ҡаҡмайҙар...

Земфира Таһирова.

* Фамилия үҙгәртеп алынды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap