Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
САҠ МЕНӘН СУҠ
Untitled document

 

хикәйә.

—Ҡороғорлар! Сәнселгерләр! Ҡайҙа шул эт баллары?!

Барлығы дүрт класс та бер коридорҙан торған кескәй мәктәптең һәр бүлмәһенә асыҡ ишетелде был һөрән. Яңы ғына туҙан туҙҙырып парталар араһында сабышҡан балалар йәшен һуҡҡандай урындарыбыҙҙа ҡатышып ҡалабыҙ ҙа, «йә инде, тағы ниндәй эш боҙған былар», тигән шелтәле лә, ҡурҡынған да ҡараштар менән игеҙәктәргә төбәләбеҙ. Ә тегеләрҙең беҙҙең кеүек бөршәйеп торор хәле юҡ, кемуҙарҙан йәшенергә ташланалар. Береһе түңәрәк тимер мейес артына өйөлгән сей ҡайын утын артына һикерһә, икенсеһе кластың мөйөшөн таҡта менән бүлеп яһаған китапханаға инеп ҡаса. Ул арала ишек һелкетә тартып асыла ла:

—Йәшәмәгерләр! Этләр!—тип һамаҡлап малайҙарҙың әсәһе, дәү кәүҙәле Әсмә инәй килеп тә инә. Баҫҡан урындарыбыҙҙа таш булып ҡатҡанбыҙ, тегеләр йәшенгән яҡҡа күҙ алмабыҙҙы ла шылдырып ҡарап, бер ауыҙ һүҙ өндәшә алмайбыҙ. Һәр хәлдә мин шулай. Ҡурҡам ошо инәйҙән. Бигерәк тә игеҙәктәрҙең унан ҡурҡмағанынан ҡурҡам. Нисек итеп шундай уҫал әсәйҙән дә шөрләмәҫкә мөмкин?!

Әсмә инәй улай-былай күҙ йүгертеп класты бер байҡап сыға ла, малайҙарының мейес артындағыһын аңғарып ҡала һәм тос йоҙроҡло беләген хәле еткәнсе һуҙып тегене төймәксе. Тик утындар аша ҡулы етеңкерәмәй ахыры. Бына ул һис аптырап тормай түрҙә элеүле торған байраҡты йолҡоп алып, шуны һөңгө итеп түңәрәк мейес артын әле был, әле теге яҡтан көжгөй башлай. Ә тегендәге тотҡон шарҡылдап көлә-көлә әле бер, әле икенсе яҡҡа ырғый. Шул ғына ла етмәй, шайтан, әсәһен үсектереп эләкләшеп маташа:

—Теймәне битәлүк! Әһә-һә, теймәне!

Был мажара әсәй кеше тамам көйөп-ярһып арығансы дауам итә. Ахырҙа ул байраҡты тағы бер киҙәнеп шул мөйөшкә ҡарай осора ла, «Ер йотҡорлар! Йәлсе-мәгерләр!»—тип ҡарғана-ҡарғана гөп-гөп баҫып сығып китә. Ниһайәт, беҙ ҙә иркен тын алып ебәрәбеҙ. Уҡытыусы апайыбыҙ ҙа килеп инә. Ул да, моғайын, Әсмә инәйҙең ғауғаһынан ҡурҡып уҡытыусылар бүлмәһенән сыға алмай ултырғандыр. Унан хатта директор ағай ҙа шикләнәлер ул, тип уйлайым. Ҡурҡмаһа, уҡыусыларын яҡлашырға инер ине лә инде.

—Нимә сығарҙығыҙ тағы?—тип һорай Зәлиә апай шым ғына игеҙәктәрҙең һыңары Кәбирҙән.

—Әллә!—тип ауыҙ йырып яурынын ғына һикертә тегеһе.

—Һин нишләнең?—уҡытыусы китапхана кәштәләре аҫтынан ап-аҡ саң һөртөп сыҡҡан Кәримдең өҫтөн ҡағыша.

—Әллә,—ти быныһы ла.

—Кемегеҙгә эләкте?—апайыбыҙ малайҙарға алмаш-тилмәш ҡарап ала.

—Эләкмәне! Берҙе лә!—мейес артында һөжүм ҡабул иткән Кәбир сер бирергә теләмәй.—Әсәй был яҡтан тыс-тыс, мин теге яҡҡа фью-фью!—шаталаҡ малай әле генә булған «алышты» йүгереп йөрөп мажара итеп күрһәтеп бирә. Хәҙер инде уға ҡарап баяғынан ҡыҙыҡ табып көләбеҙ. «Шауламағыҙ»,—тип беҙҙе ураған һайын тыйып торһа ла, апайыбыҙ ҙа ауыҙын баҫып саҡ тора.

Икенсе көн был ғауғаның сәбәбен белдек: малайҙар йәшелсә баҡсаһын япмай киткәндәр ҙә, уңыштарын мал инеп тәләфләгән. Көҙгәсә тәрбиәләп үҫтергән йәшелсәләрҙе инде йыйып алыр ваҡытта һыйырҙан ашатһаң, әлбиттә, кемгә лә эләгер ине, тик башҡа берәүҙең әсәһенең мәктәпкә килеп етерен күҙ алдына ла килтерә алмайым.

Кәбир менән Кәрим минән ике йәшкә ҙурҙар. Шулай булһа ла беҙҙең кластарҙы бер бүлмәлә уҡыталар. Уҡытыусы апайыбыҙ ҙа бер.

Был ике малай шул тиклем тиктормаҫ, шул хәтлем шуҡ. Көн һайын булмаһа ла, көн аша нимәлер сығарып ҡына торалар. Йә тәҙрә яралар, йә берәйһен илаталар, ручкаһын һындыралар, китабын йырталар, уҡытыусыны тыңламайҙар, һис юғы тас-тос килеп үҙ-ара һуғышып китәләр. Зәлиә апай дәрес буйына: «Кәбир! Кәрим! Кәбир! Кәрим!»—тип кенә тора. Бер ҡолағынан инә лә, икенсеһенән сығып та китә тегеләрҙең. Уҡытыусы апай баштараҡ, беҙгә яңы килгән саҡтарында, тыңламағандары өсөн игеҙәктәрҙең әсәләрен саҡыртып ҡарағайны. Йәнәһе оялта, тәрбиәләй инде. Әммә Әсмә инәй килеп: «Оятһыҙлар! Сәсрәгерләр!»—тип ике малайын парта аҫтына төшөп йәшеренгәнсе тупылдатып туҡмап ташлағас, бик уңышһыҙ уй уйлағанлығын аңланы. Хәҙер нимә генә булғанда ла тиктормаҫтарҙың әсәләренә өндәшмәй ҙә бит, тик Әсмә инәйҙең енләнеп килеп китеүенә форсаты ла аҙ сыҡмай тормай шул. Бер-ике тапҡыр уҡытыусыбыҙ, әсәләре инеп килгәнде күреп, үҙе малайҙарҙы ҡасырҙы әле. Әсмә инәйгә ағарынып-күгәренеп: «Теүәлиткә тип һорап сыҡҡайнылар»,—тигән булды. Инәй ишек төбөндә килеш кенә: «Ҡороғорлар! Шифанирҙа ятҡан өр-яңы түл менән балыҡ һөҙгәндәр ҙә йәшереп ҡуйғандар, яңы таптыҡта йөрөһәм, килеп сыҡты. Дөмөккөрләр!»—тип ҡулына йомарлап тотҡан ала-сола төргәкте күтәреп күрһәтеп, малайҙары артынан сығып китте. Әсәләре сығыуға шкафтың ишеге шар асылып, унан даһыр-доһор булып, күҙҙәре баҙлап игеҙәктәр килеп тә сыҡты. Fәйептәрендә эштәре лә юҡ, һуғышып маташалар:

—Апай, Кәбир мине семтеп тик тора!

—Алдай, үҙе…

—Нишләп әсәйегеҙҙең түленә тейҙегеҙ?!—апай тегеләрҙең ҡулдарынан һелкетә тартып алып килеп класс алдына баҫтыра.—Нишләп һеҙҙең ҡулығыҙ тик тормай ул, ә?!

Малайҙар күкрәктәренә еткәнсе баштарын эйәләр ҙә торалар. Ә аҫтан ауыҙҙары йырыҡ, күҙҙәре ялт-йолт. Апай ҡыңғырау шылтырағансы әсәйҙәрҙе тыңлау һәм эш боҙмау хаҡында вәғәз уҡый. Ул сығып киткәс тә, Кәбир менән Кәрим парталарҙы шылдырып ҡуйып, өҫтәренә баҫып, кем оҙонораҡ һикерә тип ярыша башлай...

Әсмә инәйҙән ҡурҡыуым хаҡында әйтеп үткәйнем инде. Әммә уның миңә бер ваҡытта ла ҡаты ҡағылғаны булманы. Киреһенсә, магазиндамы, медпункттамы тура килгәндә: «Тәнәйләр, ҡыҙыҡайлар»,—тип арҡамдан тапап һөйөп ебәрә. Әллә ул малайҙарҙы ғына яратмай микән, тип уйлайым. Игеҙәктәрҙең инде үҫмер ҡорона ингән өс оло апаһы бар, уларҙы әрләгәнен ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ. Был Кәбир менән Кәрим үҙҙәре инәйҙе шулай сығырынан сығаралыр ул. Шуға ла урам буйлап «Ҡороғорлар! Сәсрәгерләр! Этләр!»—тип әрләп эҙләп йөрөйҙөр инде. Миңә иһә инәйҙең һөйләшеүе ҡыҙыҡ. Беҙҙең яҡта берәү ҙә уның кеүек «лар-ләр» тип әйтмәй, киреһенсә «эштәп, таштап» тип «тапап» һөйләшәбеҙ. Инәй уҫал булһа ла бик матур әрләшә кеүек күрәм. Өләсәйемә шуға: «Әсмә инәй хәтәр ҡыҙыҡ әрләй ивет»,—тиһәм, ул: «Кит шуны, үҙ балларын юҡ өсөн туҡтауһыҙ ҡарғап, инә ҡарғышы ятмай буламы, ята инде ул. Үткәндә лә әйттем әле үҙенә, тәки аңдамай… Саҡ менән Суҡ итмәксеме шуларын»,—тип һуҡрана.

Мин шулай уҡ Кәбир менән Кәримдең бер төҫтәге ике кеше булыуына ла аптырайым. Аптырамаҫлыҡмы һуң, бер иш, әммә икәү. Күсермә кеүек. Шуғалырмы һәр ваҡыт икеһенә бер үк нәмә оҡшай һәм шул бер нәмәгә талашып, һуғышып ғүмер итәләр. Был нәмә китап, ручка, туп, хатта хеҙмәт дәресендәге таҡта киҫәге лә булырға мөмкин. Ололарҙан берәйһе айырмаһа, улар сәғәттәр буйына ла туҡтамайса көрмәкләшә алалар. Инде хәлдәре бөтөп, саҡ аунашып йөрөйҙәр, әммә һөҙгәк тәкәләр ише береһе лә артҡа сигенмәй. Бына шундай малайҙар улар игеҙәктәр.

Улар тыуғанда ла ҡыҙыҡ хәл булған. Әсәләре бәпәйгә ауырып киткәс, өс апай өйҙөң алғы яғында көтөп ултырғандар. Бына фельдшер бәпәйҙе төргәккә төрөп алып сығып ҡыҙҙарҙың олоһона: «Бына һиңә бәпәй»,—тип тотторған да инеп киткән. Бер аҙ ваҡыттан тағы ла бер төргәк алып сығып уртансы ҡыҙға: «Бына һиңә лә бәпәй»,—тип биргән. Унан торараҡ килеп сыҡһа, өсөнсө ҡыҙ: «Миңә нишләп бәпәй юҡ?!»—тип ҡысҡырып илап ебәргән, ти. Быны ла миңә өләсәйем һөйләгәйне. Теге икәү кеүек өсөнсө малай ҙа булһа, нимә булыр ине икән?

Ул игеҙәктәрҙең ҡылғандарын һәм ҡыланғандарын һөйләп кенә бөтөп булмаҫтыр. Әле хәрефтәр өйрәнгән генә сағыбыҙҙа улар уҡытыусыбыҙҙы бер ағартыр, бер ҡыҙартыр ине. Шулай «Ү» хәрефен үтәбеҙ. Апай беҙгә ошо хәреф булған һүҙҙәр табырға ҡуша. Кәбир менән Кәрим үҙ кластарындағы миҫалдарҙы сисә алмаһалар ҙа беҙгә, бәләкәстәргә, хут бирмәйҙәр. Кемуҙарҙан белгәндәребеҙҙе әйтәбеҙ тип ҡулдарҙы йәлпелдәтәбеҙ:

—Апай, апай, мин! Апи-пи-пи-пи!

—Апи-пи-пи! Апи-пи!—Кәрим бөтәбеҙҙән дә нығыраҡ пипелдәп оҙон ҡулын төшөрмәй ҙә.

—Әйҙә, әйт һуң,—ти бынан ҡотола алмаҫын аңлаған уҡытыусы.

Кәрим һикереп тора ла, бар класты яңғыратып һуҙып ебәрә:

—Кү-ү-үт!

—…

Бер шулай иртәнсәк мәктәптә дәрестәр башлауға ҡыңғырау шылтыратайым тиһәләр—тапмайҙар. Иҙән йыуыусы, мейес яғыусы һәм бер үк ваҡытта ҡыңғырау шылтыратыусы ла булған Фатима инәй теге бәләкәс кенә еҙ шылтыраҡты эҙләп арманһыҙ булды. Хатта дүрт кластағы һәр парта аҫтын тикшереп сыҡты. Уға эйәреп беҙ ҙә, аҙаҡ уҡытыусылар ҙа эҙләште. Юҡ ҡыңғырау! Ахырҙа дәрестәрҙең башланыуын һәм бөтөүен белгертеү өсөн коридорҙа ултырған һыу багына асҡыс менән шаҡылдатып һуғып торҙолар. Торараҡ малайҙар араһында ниндәйҙер шыш-быштар китте. Шыбырлашыуҙарынан «Кәбир-Кәрим», «ҡыңғырау» тигән һүҙҙәр айырым-асыҡ ишетелеп ҡалғас, уҡытыусы апайыбыҙ кластағы малайҙарҙы ҡыҫымға алды:

—Йә, әйтегеҙ, кемдә ҡыңғырау? Кемегеҙ алды?

Тегеләр баштарын эйеп китеп шыма, ҡаш аҫтарынан ғына күҙҙәр йүгерешә. Унда-бында пырхылдап көлөп ебәрәләр.

—Хәҙер Рәил ағайҙы саҡырам, ҡолағығыҙҙы шытырлатып борһа, көлкөгөҙ яңырыр!

Быныһы инде көлкө түгел. Директор Рәил ағай ысынлап та күп һөйләшеп тормай. Ҡолаҡтарҙы (малайҙарҙыҡын ғына, әлбиттә) ҡыпһыуыр бармаҡтары менән эләктереп алып, будильник борғосо кеүек итеп бора ла ҡуя. Шунан тегеләрҙең ҡолаҡтары ҡып-ҡыҙыл булып ҡарпышайып китә. Ҡолаҡтарға барып етмәҫ борон, ағайҙың бер төҫөнән, ҡалын тауышынан, һуҡ бармағын өҫкә күтәреп янауынан уҡ тәртип боҙоусылар бөршәйеп төшә. Хатта урамда теге оста Рәил ағайҙың килгәне күренһә, малайҙарҙың эш боҙғаны ла, боҙмағаны ла юлдарын икенсе яҡҡа бороп һыпыртыу яғын ҡарай.

Әле лә директор ағайҙың исемен ишеткәс, яңы ғына пырхылдашып маташҡан малайҙар ысынлап тынысһыҙланды, бер-береһенә «һин әйт» тигән мәғәнәлә терһәктәре менән төртөштө. Кәбир менән Кәрим иһә әле был, әле икенсе яғына боролоп аҫтан ғына йоҙроғон күрһәтте, йәнәһе әйтеп ҡарағыҙ, тәнәфестә кәрәгегеҙгә бирербеҙ. Бөтөн был әкәмәтте күҙәтеп ултырған апайыбыҙ Кәбир менән Кәримгә алға сығып баҫырға ҡушты ла, үҙе тегеләргә яҡын уҡ килеп торҙо, баштарын күтәреп күҙҙәренә ҡарарға тырышты. Тегеләр апайҙан һирпелгән һиҙелер-һиҙелмәҫ татлы хушбуй еҫенән, елкәләренә уның йомшаҡ ҡулы ҡағылыуҙан тағы ла нығыраҡ уңайһыҙланды һәм баштарын шаҡарып та күтәрмәҫлек итеп һәлпәйтте. Былай ҙа көсө етмәҫен аңлаған апай һуңғы сараға бармаҡсы булды:

—Тәк, все! Әсәйегеҙҙе саҡыртам хәҙер! Әйтегеҙ! Ҡайҙа ҡыңғырау?!

Хәҙер инде ҡыҙҙар ҙа ҡурҡты. Ҡалай ҙур бола сыҡмаҡсы!

—Йә, көтәм. Өскә хәтле һанайым да, Хәсән, һин хәҙер йүгереп барып әсәй-ҙәрен алып килерһең.

Бындай ҡурҡыныс йөкләмәнең үҙ ел-кәһенә ятырға торғанын ишеткән Хә-сәндең түҙеме шартланы һәм ул әсе тауыш менән сарылдап уҡ ебәрҙе:

—Давай әйтегеҙ! Атыу үҙем әйтәм!

—Бе-ер! Ҡайҙа ҡыңғырау?! Ике-е-е…

—Кәзәлә…

Был яуаптан апайыбыҙ бер килкегә телһеҙ ҡалды.

—К-кә… Ниндәй кәзәлә?

—Хәҙисә әбейҙең ҙур имсәкле ала кәзәһендә.

Ятып көләбеҙ.

—Шымығыҙ!—апайҙың шаярыу ҡайғыһы юҡ, ул тамам асыуланды. Шым булабыҙ.—Нисек ул кәзәгә барып эләкте, аңлат?!

Хәҙер инде игеҙәктәргә барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп биреүҙән башҡа сара ҡалмай.

—Кәбир кисә дәрестән һуң ҡыңғы-рауҙы Фатима инәй күрмәгәндә генә урланы ла…

—Алдай! Кәрим үҙе!

—Э-э! Һин алайыҡ тинең бит!

—Алдаҡсы, һин кеҫәңә тыҡтың!

—Шым!—Апай бәләкәс кенә йоҙроғо менән өҫтәлгә туҡылдатҡансы һуға ла, ауыртыуҙан матур танауын сирып ҡулын һелкеп тора.—Алдығыҙ, шунан?!

—Ҡайтып бара инек, Хәҙисә әбейҙең кәзәһе китеп бара, имсәге ҙу-ур, беҙ уны әҙерәк һауып ҡараныҡ та, шан…

—Йә, шунан?!

—Шан Кәрим бер йүкә табып ҡыңғырауҙы кәзәгә тағып ебәрҙе…

—Һин!

—Тәк, етте!—Апайыбыҙ ҡупшы туфлиҙарының үксәһенә ныҡ баҫып кластан сығып уҡ китте лә, күп тә үтмәй директор ағайҙы эйәртеп килеп тә инде. Игеҙәктәр хәҙер инде шымыраҡ тауыш менән әлеге һөйләгәндәрен тағы ла ҡабатлай. Ағай тегеләр бөтөр-бөтмәҫтән икеһенең дә ҡолағын еңел генә итеп бороп та ҡуя. Шайтандарҙың ауыҙҙары асыла ла, өндәре сыҡмай. Директор ҡолаҡ борғанда ҡысҡырыу йә илау тыйыла.

Физкультура дәресендә класыбыҙ менән теге ала кәзәне эҙләргә ебәрҙеләр. Башта эркелешеп барып Хәҙисә әбейҙәргә индек. Әбекәйгә «Тимур командаһы» менән былай ҙа аҙ йөрөмәйбеҙ, шунлыҡтан ул беҙҙең килеүгә аптыраманы.

—У-уй, ҡолонсаҡтарым, эш юҡ ине бит әле…

—Инәй! Ала кәзәң ҡайҙа?!—тип хор менән тигәндәй ҡысҡырабыҙ.

—Аһ-аһ… тауҙалыр.

Ары аңлатып торған кеше юҡ, һыпыртабыҙ тауға. Эре таштар араһында яҙғы ҡояш йылыһында иҙрәп ятҡан кәзә көтөүен көжгөп ҡуҙғатып ебәреүебеҙ була, ҡолағыбыҙ өйрәнеп бөткән наҙлы зың-зың сыңлап та китә. Ала кәзәнең ней ҡасырға уйы ла юҡ, беҙҙең кеүектәрҙе артыҡ һанға һуҡмай, күрәһең. Ҡыңғырауҙы сисеп алыу ғына етмәй, өҫтөбөҙгә сәптертә-сәптертә ергә тейә яҙып торған йомшаҡ еленде тартҡылайбыҙ. Кәзәкәй керт-керт көйшәнеп ирәйеп эйеп тора бирә лә, күмәк ҡулдар артыҡ әрһеҙләшеп төрлө яҡҡа һуҙғылай башлағас, боролоп ҙур мөгөҙлө башын һелкеп ебәрә. Турғай тубы кеүек тау түбәнгә осабыҙ. Игеҙәктәр ҡыңғырау шылтыратып алдан төшкән.

Башы. Аҙағы киләһе һанда.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap