Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ТАУ БЕЛГЕСТӘРЕ ӘҘЕРЛӘҮ—УРТАҠ МАҠСАТ
Untitled document

БДУ-ның Сибай институты ғилми советының сираттағы ултырышы алдағыларына оҡшамауы менән айырылып торҙо. Унда тәүге тапҡыр башҡа уҡыу йорттары вәкилдәре лә ҡатнашты. Атап әйткәндә, Сибай күп профилле колледжынан килгәйнеләр. Ике уҡыу йорто республикабыҙға тау-мәғдән сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Ултырышта «Тау-байыҡтырыу тармағы предприятиелары һәм профессиональ белем биреү учреждениелары базаһында белем кластеры булдырыу перспективаһы тураһында» тип исемләнгән доклад менән Сибай институтының технология факультеты деканы А.С.Вәлеев сығыш яһаны. Ул шулай уҡ ҡыҫҡаса факультет хаҡында бәйән итте, уның матди-техник базаһына күҙәтеү яһаны.

Технология факультетына 2010 йылдың сентябрендә нигеҙ һалына. Бында 14 уҡытыусы ғилми-педагогика эше менән мәшғүл, уларҙың берәүһе—педагогика фәндәре докторы, һигеҙе—фән кандидаты, тағы ла берәүһе—Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Уҡыу процесына «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы, «Башнефть» йәмғиәте, «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең Сибай филиалы, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте, ҡаланың уҡыу йорттары һәм башҡа ойошма белгестәре йәлеп ителә. Предприятиелар менән булдырылған тығыҙ бәйләнеш теория менән практиканы бергә алып барырға ярҙам итә. Шулай уҡ институтҡа Мәскәү, Өфө, Силәбе һәм Магнитогорск ҡалаларының алдынғы юғары уҡыу йорттарынан профессор-уҡытыусылар саҡырыла.

Технология факультетының көндөҙгө бүлегендә 200-ҙән ашыу, ә ситтән тороп уҡыу бүлегендә 300 тирәһе студент белем ала. Бында дөйөм техник дисциплина һәм технологияны өйрәнеү методикаһы һәм теория кафедралары эшләй.

Производство өлкәһендә белгестәргә иҡтисади ҡытлыҡ үҫеүен иҫәпкә алып, 2011 йылда Сибай институты технология факультеты базаһында инженер йүнәлешендәге яңы—«Транспорт-технология машиналарын һәм комплекстарын эксплуатациялау» һәм «Художество материалдар технологияһы» бүлектәре булдыра. Шул уҡ ваҡытта «Технология һәм эшҡыуарлыҡ», «Педагогик белем» (технология йүнәлешендә) белгестәре әҙерләү юҫығында эштәр уңышлы дауам ителә. Уларҙың барыһы ла 2013 йылда дәүләт аккредитацияһы үтте.

Технология факультетында уҡыу аудиториялары, лаборатория һәм оҫтаханалар булдырыу һәм уларҙы камиллаштырыу йәһәтенән ҙур эштәр атҡарыла. Һәр аудитория техник йыһаз (мультимедия системаһы, компьютерҙар, ағас, металл, таш, балсыҡ кеүек материалдар) менән тәьмин ителгән. Әлеге көндә яңы уҡыу-лаборатория корпусы төҙөлә.

2009-2011 йылдарҙа кафедра мөдире һәм уҡытыусылар яңы йүнәлештәге бүлектәр асыу өҫтөндә эшләне. 2011 йылда транспорт-технология машиналарын һәм комплекстарын эксплуатациялау йүнәлешендә («Автомобиль сервисы» профиле) бакалавр төркөмө булдырылды. Уҡыу аудиториялары заманса йыһазландырылған, диагностика, ремонт эштәре башҡарырға була, моделдәр, стендтар, макеттар, автомобилдәр бар. Әлеге тәңгәлдә белем алыусылар теоретик белемдәрен практика менән нығыта. Һәр төрлө транспорт төрҙәрен өйрәнәләр, проект эштәре башҡаралар. Яғыулыҡ, майҙар, запас частар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеү, уларға анализ биреү, автотранспорт предприятиеларының кадрҙар мәсьәләһен өйрәнеү эштәре—студент һәм аспиранттарға белем биреү нигеҙе.

Артабан ултырышта Сибай күп профилле колледжы директоры Л.Х.Байморатов сығыш яһаны. Билдәле булыуынса, был уҡыу йорто ла тау белгестәре әҙерләү менән шөғөлләнә. Лундеж Хәлит улы әйтеүенсә, колледжда уҡыу-уҡытыу өсөн шарттар бар. Улар Пышма, Калининград, Новосибирск ҡалалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Сығыштарҙан һуң, ике уҡыу йорто араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы киләсәктә белем биреү кластерына тау-байыҡтырыу предприятиеларының юғары квалификациялы белгестәре йәлеп ителәсәк. Йәнә колледжды тамамлаусыларҙы институттың юғарыла әйтелгән йүнәлештәренә ҡыҫҡартылған уҡыу формаһы буйынса уҡырға алыу, ике уҡыу йорто араһында уҡыу-методика бәйләнеше булдырыу, бергә фәнни конференция-семинарҙар ойоштороу, профориентация эштәре үткәреү, колледж студенттарына институтта уҙғарылған олимпиадаларҙа, репетицион имтихандарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге биреү, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү хаҡында ла килешелде.

Рәүилә Хәсәнова,

Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap