Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
САҠ МЕНӘН СУҠ
Untitled document

Хикәйә

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Ҡыңғырау мажараһы онотолоуға тағы бер ғауға сығарҙы былар. Районға ауылдан һөт алып бара торған машинаның, беҙҙеңсә «малакавуздың», люгына ултырып киткәндәр. Ул заманда автобус йөрөмәй ине, районға барыусылар, башҡа транспорт тапмағанға, молоковоз шоферы Миңнулла ағайға инәлеп-ялбарып һөт люгы өҫтөндә йәки ике һауыттың береһе буш булһа шунда ултырып барырға һорайҙар. Шофер ағай ҡалайтһын инде, кешеләргә кәрәк бит, «ярамай ҙа ярамай» тип һөйләнеп торһа ла, ала. Шуны белгән Кәбир менән Кәрим дә люкка ултырып районға барып ҡайтмаҡсы булған.

Шулай бер көн, был ҡотҡо кемдең башына беренсе килгәндер инде, һәр хәлдә беҙ быны бер ваҡытта ла белә алмаҫ инек, игеҙәктәр, бер-береһен ҡыуалай-ҡыуалай мәктәпкә йүгерер урынға, ауыл ситендәге фермаға табан елдергән. Ҡойма тишегенән һауыттарҙың береһенә һөт тултырылғанын күҙәтеп торғандар ҙа, шофер ҡағыҙҙар артынан эскә инеп киткәнде генә көтөп тороп, йәһәтләп үрмәләп буш люкка төшөп тә ултырғандар. Бер ни һиҙмәгән ағай сығып люктарҙың ҡапҡастарын нығытып бикләп ҡуйған.

Һөт машинаһының ҡараңғы шыуғалаҡ һауытында улай-былай тәгәрәп йөрөүгә лә, өс тиҫтә саҡрымдай соҡор-саҡырлы юлда борсаҡ ише һикерешеүгә лә түҙгән малайҙар, район үҙәгенә етеп, һөт бушатҡанда шым ултырһа ла, төштән һуң тағы ла шул юлдан ауылға ыңғайлағанда тамам хәлдәре бөтә. Һуң бит люктың ҡапҡасы ябылған! Һауытына кеше ултыртҡанда Миңнулла ағай һауа инһен өсөн ҡапҡасты ябып еткермәй икән.

Шофер ҡайтып машинаһын өй алдына ҡуя ла, ашарға инеп китә, унан ғына һауытын йыуҙырырға фермаға төшә. Шунда ул буш люгында ниндәйҙер дыңғырлау тойолғандай булғанға ҡапҡасын асып ебәрһә-ә-ә, эстә ҡороға сығарып ырғытылған селбәрәләр ише ауыҙҙары менән һауа йотоп игеҙәктәр ята! Шофер шул ваҡыт хәле бөтөп машина башынан ҡолап төшкән, тип һөйләне шаһит булғандар. Ололар малайҙарҙы люктан сығарып, үҫенте һымаҡ булып һәлберәп төшкән кәүҙәләрен күтәреп, медпунктҡа йүгергән. Ә ауылда был икәүҙе юғалтып бөтә халыҡ эҙләй икән!

Ярай был хәлдә, шофер менән малайҙарҙың әсәләренең ҡото алыныуын иҫәпкә алмағанда, игеҙәктәр терелә төшкәс, бер туҡмалған да онотолғандыр, ә бына уларҙың киләһе ҡылған эштәре өсөн бөтә ауылға яуап бирергә тура килде.

Яҙ көндәре мәктәп менән ағас үҫентеләре ултыртырға алып сығалар ине. Ҙурыраҡ балалар делянка таҙалаша, уртараҡтар махсус көрәктәр менән соҡор яһай, беҙ—бәләкәсерәктәр шул соҡорҙарға үҫентеләрҙе төшөрөп, итек осо менән баҫып күмеп йөрөйбөҙ. Эш артыҡ ауыр ҙа түгел, үҙе ырамлы, килеп тороп күңелле, әленән-әле тубырсыҡ бәрешеп, баҫтырышып уйнап алабыҙ. Ҡабаландырған, ҡыуған кеше юҡ. Етмәһә, был эш өсөн аҡса ла түләйҙәр.

Төшкө ашҡа туҡтағанда игеҙәктәр бер төркөм тиҫтерҙәрен өйөрөп алып урман эсенә инеп киткәйне. Тамаҡ йүнәткән уҡытыусының: «Малайҙар! Алыҫ китмәгеҙ! Ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ ҙа килегеҙ!»—тип ҡысҡырыуын да ҡолаҡтарына элмәгәс, бик ҡыҙыҡ нәмәләре булғандыр. Тик ул «ҡыҙыҡ» бер нисә минуттан ҡара төтөн бағанаһы булып ағастар өҫтөнә күтәрелгәндә, малайҙарҙың ҡоттары алынып ауыл яғына һыпыртҡандар ине инде.

Яҙғы йылы, елле көндә сытырлап янған ҡарағай урманын һүндереү өсөн ауыл халҡына ике тәүлек кәрәк булды. Райондан ут һүндереү машиналары, хатта ҡайҙандыр самолет осоп килеп етте. Ултыртылған үҫентеләребеҙ тапалып бөттө. Ауыл өҫтөндә әллә ни ваҡыт ҡара төтөн болото аҫылынып торҙо. Күңелдәргә һуғыш киноларын ҡарағандағылай шом ятты.

Һуңынан асыҡланды, бөтә бәлә игеҙәктәрҙең «охотничий» шырпы алып килеүенән сыҡҡан икән. Был ҙур көкөртлө шырпыны магазинда балаларға һатмайҙар, бик кәрәк булмағанда өйгә лә ала һалып бармайҙар ине. Күберәген ҡырҙа ятып эшләгән, көтөүҙә йөрөгән ололар ала торған. Игеҙәктәр күршеләре булған көтөүсенекен сәлдергән һәм күрһәтеп маҡтаныу өсөн «пасаткаға» алып килгән. Күрһәтеү генә аҙ бит инде, уны мотлаҡ яндырып ҡарау ҙа кәрәк һәм һыҙып та ебәргәндәр. Шырпы осондағы суҡмарҙан көкөрт сажлап тоҡанып китә лә, осҡондар сәсрәтеп яна башлай. Быға тиклем ҡулдарында бындайҙы тотмаған малайҙар ситкә ырғый. Әлегәсә ҡыйыу ҡыланған игеҙәктәр ҙә албырғай һәм шырпы тотоп торғаны сәбәләнеп бармаҡтарын өтөп алып барған утын ергә ырғыта. Ҡоро сатыр өйөмө өҫтөнә төшкән шырпы һүнергә уйламай ҙа, киреһенсә, кипкән ылыҫҡа тоҡанып, тағы ла ҙурайып, көсәйеп китә. Ялпылдап ҙурая барған усаҡҡа бер килке күҙ йоммай текәлешеп торған малайҙар, шул ваҡыт ҡапыл иҫтәренә килеп, утҡа ташлана ла ул, тик инде һуң була: өҫ кейемдәрен сисеп һуҡҡылаһалар ҙа, ерҙән услап алып тупраҡ ташлап ҡараһалар ҙа ялҡын телдәре ҡоро ботаҡтарҙы ялауҙан һәм үргәрәк үрмәләүҙән туҡтамай. Сәс остары өтөлөп, бит-ҡулдары ҡоромға буялып бөткән малайҙар, утты күреп был яҡҡа йүгереүселәрҙе аңғарғас та, ҡурҡыштарынан ауылға ҡарай ҡаса.

Янған урман, тәләфләнгән үҫентеләр өсөн уҡытыусы апайыбыҙҙан алып совхоз директорына тиклем яуап тотҡан, тинеләр. Мин әсәйемдән: «Уҡытыусы апайыбыҙ яндырмаған да инде, нишләп уны әрләйҙәр икән?»—тип һорағайным, «Малайҙарҙы ҡарамаған өсөн»,—тине. Кәбир менән Кәримгә милиция килде. Һуңынан игеҙәктәр беҙҙең күҙҙе ҡыҙҙырып милицияның кейеме, йондоҙҙары, фуражкаһы тураһында һөйләне. Ул быларҙан әллә нәмәләр тураһында һорашҡан, күп итеп яҙған, сәпсим әрләмәгән, ул булғанда хатта әсәләре малайҙарының башына ла сиртә алмаған. Беҙ тын да алмай көнләшеп тыңланыҡ.

Ә бер көн, йәйге каникулдар алдынан, былар мәктәпкә тере йылан тотоп алып килделәр ҙә, тегене муйындарына, ҡулдарына уратып йөрөтөп цирк күрһәттеләр. Унан ҡалһа ҡыҙҙарҙы сырылдатып, баҫтырып ҡурҡыттылар. Ярай әле уҡытыусы килеп инеп өлгөрҙө. Тик ул да йыланды күргәс, «сар-р-р» итеп ебәрҙе, уның тауышына шул тирәлә генә йөрөгән физкультура уҡытҡан ағайыбыҙ инеп, малайҙарҙан йыланды тартып алды.

—Ҡара йылан бит был, алйоттар, сағылғығыҙ киләме?! Ну баш юҡ һеҙҙә!—тип әрләй ағай тегеләрҙе.

—Саға алмай, беҙ уның телен өҙөп алдыҡ,—тип маһая игеҙәктәр.

—Йыландың ағыуы телендә түгел, ә тешендә! Ул телен өҙгәнгә шаңҡып ҡына ауыҙын аса алмаған! Берәйһен саҡтырһағыҙ шунан?! Нишләтергә һеҙҙе?!—тип уҡытыусы оҙаҡ ҡына тәрбиәләне быларҙы. Беҙ ҡайтып һөйләп атай-әсәйҙәрҙе аптыраттыҡ. Һәр хәлдә был хәл игеҙәктәрҙең әсәһенә барып етмәгәндер, ундайҙы еткереүсе ҡыйыуҙар табылмағандыр.

Үҙ ваҡыты еткәс, игеҙәктәрҙең берәүһе (икеһенең кеме булғандыр инде?) ауылға эшкә килгән бухгалтер ҡыҙға үлеп ғашиҡ булған. Тик егет, ҡыҙ артынан саба башларға тип балаҡтарын төрөп тә өлгөрмәгән, һыңары тап ана шул ҡыҙ уныҡы буласаҡ икәнде хәбәр иткән. Хәҙер нишләргә? Быға тиклем үҫмерлек ҡоронда һатып алынған велосипедты бүлешә алмай һуғыша торғас онтағайнылар, һуңғараҡ матайҙарын емергәйнеләр, ана, магнитофондары ла дөмбәҫләшеүҙә ҡатнашып эсәктәре ҡойолоп ята. Әсәләре шуларға күҙе төшкән һайын: «Сәнселгерләр! Эттән тыуған эт балдары! Мал ҡәҙерен белмәгән таҙлар!»—тип эсе бушағансы ҡарғанып ала.

Был хәлдә лә игеҙәктәрҙең береһе лә махы бирә алмай ине. Тәүге көн клубтан ҡыҙ артынан беренсе булып Кәрим йүгереп сыҡты. Кәбир бильярд төртөп йөрөп аңғармай ҡалды. Әммә икенсе көн ул теге ҡыҙҙы фатирынан уҡ барып алды. Һыңарының һылыуҡай менән көлөшә-көлөшә килгәнен Кәрим клуб мөйөшөнән йәшенеп ҡарап торҙо ла ҡайтып китте. Иртәгәһен ул иртәрәк һыланып-һыйпанып сүкеш-бысҡыһын тотоп сығыуға ыңғайланы. Тик ишектә игеҙәге юлына арҡыры төштө:

—Ҡайҙа киттең?

—Теге көн ултырғыстарымды нығытып бирерһең, тигәйне.

—Үҙем йүнәтермен. Бармайһың!

—Өйрәтмә! Бына һин бармайһың! Мин уның менән баштараҡ таныштым, тәүге көндә мин оҙаттым.

—Танышҡанһың танышмай ҙа! Ул беҙҙең икәү икәнде лә белмәй, бер кеше тип уйлай!

—Значит мин тип кенә уйлай,—Кәрим Кәбирҙе ситкә төртөп ебәреп, тупһа аша атлауы булды, болдорҙан осоп төшөп тә китте, сөнки тегенеһе ҡыуып етеп артына тибеп ебәргәйне.

Асыуынан шартлар сиккә еткән Кәрим ике һикереүҙә һикәлтә үрендә ауыҙын йырып торған игеҙәгенең һыңар аяғынан эләктереп аҫҡа тартты. Кәрим соңҡаһы менән һәр тупһаны тигәндәй һанап төштө. Тауышҡа йәйге аласыҡ тәҙрәһенән башын һонған әсәләре әсе тауыш менән эңер ябып барған ишек алдын яңғыратты:

—Ҡороғорлар! Әпәт һуғышалар! Етәр һеҙгә! Этләр! Дөмөккөрләр! Дөмөгөшөп бөтмәйләр бит ошолар!

Тик егеттәр ҡолаҡтарына ла элмәне. Инде күптән улар әсәләренән ҡурҡмай. Әрләү-ҡарғауҙарын бар тип тә белмәй.

…Алыш ҡыҙҙы ғына. Әле Кәрим өҫкә сыҡты, әле Кәбир. Әле Кәрим шунда торған иҙән йыуыу таяғын Кәбирҙең арҡаһына һындыра һуҡты, әле Кәбир кескәй эскәмйәне алып атты, Кәрим көйәнтә менән, Кәбир гөл көршәге менән, Кәбир …, Кәрим …, Кәбир …, Кәрим …

—Свулышлар! Сәсрәп бөткөрләре-е! Этлә-әр!

Ҡапыл бөтә тауыштар ҙа бер юлы тынды. Әсмә инәй йүгереп сығып ултыра төштө. Ә Кәрим берсә ҡулына әллә ҡайҙан килеп эләккән сүкешкә (бая ултырғыс йүнәтергә алып китергә теләгән, күрәһең), берсә ерҙә күҙҙәрен ҙур асып һауаға ҡарап ятҡан Кәбиргә ҡарап ҡатты. Юҡтыр, алдап ҡына яталыр.

—Тор! Нимә ҡыланып ятаһың! Еңелдеңме?! Йә, еңелдем тиң.

Тик Кәбир торманы ла, өндәшмәне лә. Кәрим сүкешен ташлап игеҙәген елтерәтеп торғоҙоп баҫтырмаҡсы булды, әммә баш аҫтындағы соҡорға йыйыла башлаған йылы ҡанға ҡулы тығылғас, хәле бөтөп эргәһенә сүгәләне, тауышы ҡалтыраны:

—Кәби-ир!? Кәрпей, нимә булды!?.. Ныҡ тейҙеме әллә, Кәбир? Күтәреп индерәйемме өйгә?.. Пунктҡа апарайыммы әллә? Кәрпей, Кәрпей…

Кәбир район дауаханаһында иҫенә килде. Ҡатмарлы операциянан һуң. Тик хәтере элекке түгел ине… һәм аҡылы ла…

…Төрмә бүлмәһенән өҫтә торған тәҙрә рәшәткәләре аша зәңгәр шар булып тулған айға ҡарап ята Кәрим. Йәне әсей, йөрәге һыҙлай. Ошо һыҡраныуын бер нәмә менән дә баҫа алмай. Был һыҙлауҙы баҫыр көс тә, ҡөҙрәт тә табылмаған. Быға дауа ла юҡ. Шул ваҡыт ошо һағышы йәненән айырылып осоп сығып, ай янына күтәрелә лә, аҫта тереклек итеүселәрҙе шомға һала:

—Һ-һаҡ-ҡҡ! Һаҡ-ҡ-ҡ! Һаҡ-ҡ!

Ә был ваҡытта бөтөнләй икенсе тарафта ғәриптәр коляскаһында бар донъяға битараф булып ултырған Кәбир, нимәлер аңлаған кеше шикелле, яйһыҙ ғына итеп башын саңҡайтып оло тәҙрәләрҙең өҫкө өлгөһө тәңгәлендә йәбешеп бәүелгән әлеге зәңгәр шарға баҡты ла, тыңлашмаған телен көрмәлдереп ниндәйҙер ауаз сығарғандай итте. Ауырыуҙың хәлен аңлап ярҙамға килгәндәй, тышта өҙөп-өҙөп бер ҡош саҡырҙы:

—С-суҡ-ҡ-ҡ! С-суҡ-ҡ! С-суҡ-ҡ!

—Һаҡ-ҡ! Һаҡ-ҡ!

—С-суҡ-ҡ!

—Һ-һаҡ-ҡ!..

—С-суҡ-ҡ!..

Аҙағы. Башы 5-6-сы һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap