Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
26.01.2015
ӘБЙӘЛИЛДӘ—СУРДЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ
Untitled document

27 марттан 5 апрелгә тиклем Рәсәйҙә тәүге тапҡыр XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындары уҙғарыласаҡ. Сурдлимпия—ул һаңғырау кешеләр араһында үткәрелгән ярыш. Уның төп маҡсаты—ишетеү һәләтенән мәхрүм кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойоуға, уларҙы спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға булышлыҡ итеү.

Программаға биш спорт төрө—шайбалы хоккей, тау саңғыһы, сноуборд, саңғы ярышы, керлинг индерелгән. Уйындарҙың төп өлөшө Ханты-Мансы республикаһының спорт объекттарында үткәреләсәк. Шуныһы иҫтәлекле: программаның бер спорт төрө буйынса ярыштар, атап әйткәндә, тау саңғыһы уҙышы беҙҙең ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә ойошторола. Был сараны уҙғарыу өсөн Әбйәлил районының Йәшел Туғайлыҡ ауылында урынлашҡан «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәген билдәләгәндәр.

Беҙҙең төбәктә ярыштар 31 марттан алып 3 апрелгә ҡәҙәр дауам итәсәк. Унда 26 илдән килгән 84 спортсы ҡатнашасаҡ. Тау саңғыһы буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһында беҙҙең республиканың өс саңғысыһы көс һынашасаҡ. Спорт сараларынан тыш ҡунаҡтарға бай мәҙәни программа тәҡдим итмәкселәр. Мәҫәлән, 28 мартта «Юбилей» шифаханаһында Башҡорт йортон асыу ҡаралған. Унда килгән ҡунаҡтар милли аш-һыуҙарыбыҙҙы тәмләп ҡараясаҡ, шулай уҡ республика һәүәҫкәрҙәренең концертын тамаша ҡыласаҡ.

Уйындарҙа 1 меңгә яҡын спортсының ҡатнашыуы көтөлә. Был сараның ойоштороусылары булып Халыҡ-ара Сурдлимпия комитеты, Рәсәй Федерацияһының спорт министрлығы, Ханты-Мансы автономлы округы—ЮГРА Хөкүмәте, Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй Сурдлимпия комитеты тора.

Йәйге һәм ҡышҡы Сурдлимпия уйындары дүрт йылға бер ойошторолоп тора. Быйыл беҙҙә уҙасаҡ Ҡышҡы Сурдлимпия-2015 уйыны һигеҙ йыллыҡ «тәнәфес»тән һуң үткәрелә.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap