Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
СӘЛӘМӘТЛЕК ҺАҒЫНДА ТОРОУСЫЛАР
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Дауалау учреждениеларының нисек эшләүен урындағы халыҡ белә. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә тигәндәй, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы амбулаторияһы эшмәкәрлеген бында дауаланыусылар юғары баһалай. Үҙ ауылы кешеләренән тыш Калинин, Кәрешкә, Әбдрәхмән, Татлыбай, Йәнйегет, Хәсән, Fәле һәм Дәүләт ауылдарында йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндереүсе был дауалау учреждениеһы районда иң яҡшыларҙан һанала. Табиптар билдәләүенсә, һигеҙ урынлыҡ көндөҙгө бүлектә сәләмәтлеген нығытырға теләүселәрҙән өҙлөк юҡ. Бынан тыш, педиатрҙарға, терапевтарға, стоматолог һәм акушерға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп икән. Ял көндәрендә һәм төнгө ваҡытта «Ашығыс ярҙам» хеҙмәте фельдшерҙары дежурлыҡ итә. Көнө-төнө һаулыҡ һағында торған берҙәм, уңған коллективты бына 30 йылға яҡын инде юғары категориялы табип-терапевт, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Варис Мулланур улы Шәкиров етәкләй. Беҙ дауахана хаҡында яҙырға барғанда ул Өфөгә «Ауыл табибы» программаһы буйынса алты айлыҡ уҡыуға юлланған ине. Әйткәндәй, тап иҫке сибайҙар районда тәүгеләрҙән булып был программаны үҙҙәрендә һынап ҡарамаҡсы булған.

Бөгөнгө көндә Иҫке Сибай амбулаторияһы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса ошо уҡ учреждениела оҙаҡ йылдар юғары категориялы теш табибы, ортопед булып эшләүсе Марсель Мәхмүт улы Батталов башҡара. Уның оҫта теш протезлаусы булыуын күптәр ишетеп беләлер. Бында 1996 йылдан алып Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы ауылдарынан мөрәжәғәт итеүселәргә теш ҡуялар.

Халыҡ юғары категориялы участка педиатры, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы Шәкированың эшмәкәрлегенән дә бик ҡәнәғәт. Ул үҙенең бар ғүмерен балалар һәм үҫмерҙәрҙең сәләмәтлеген ҡайғыртыуға бағышлаған. Үҙ эшенең оҫтаһы булған 1-се категориялы балалар теш табибы Гөлсирә Рәхимйән ҡыҙы Fәбитованың да эш стажы 25 йыл. Һуңғы йылдарҙа коллективҡа йәш көстәрҙең өҫтәлеүе ҡыуаныслы хәл. 2012 йылда «Ауыл табибы» программаһы буйынса терапевт Айгөл Варис ҡыҙы Хоҙайғолова килһә, 2013 йылда педиатр Гүзәл Fәлим ҡыҙы Тәржемәнова эш башлаған. Әйткәндәй, Айгөл Варис ҡыҙы—Шәкировтарҙың табиптар династияһын дауам итеүсе лә.

Иҫке Сибай амбулаторияһы эшмәкәрлеген өлкән шәфҡәт туташы Рәмзәлиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Кәримованан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. 26 йыл буйына бер урында хеҙмәт итеүсе юғары категориялы белгес башҡа медицина персоналдарының үҙ эшенә теүәл һәм яуаплы ҡарауын талап итә. Ҡыҫҡаһы, был тилбер ханым бик күп административ-ойоштороу саралары өсөн яуаплы. Иҫке сибайҙар акушеркаларынан да уңған. Хеҙмәт стажы 30 йыл булған юғары категориялы белгес Дилә Fәйфулла ҡыҙы Ирназарова—күп ғаиләләргә бала һөйөү бәхете бүләк иткән кеше. Дауаланыусылар шәфҡәт туташтары Әлифә Нурасова һәм Вәлимә Рыҫкилдиналарҙың шифалы ҡулдарына һөйөнөп бөтә алмай. Уларҙың икәүһе лә юғары категорияға эйә. Халыҡ шулай уҡ стоматология кабинетында эшләүсе юғары категориялы шәфҡәт туташы Фәниә Дәүләтбаеваның хеҙмәтләндереүенән дә ҡәнәғәт. Теш ҡуйыу буйынса техник Байрас Барлыбаев та үҙ вазифаһына яуаплы ҡарай. Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡараусы шәфҡәт туташтары Мәҙинә Насырова һәм Зилә Таҡтаеваларҙың да эше маҡтауға лайыҡ.

Ошо уҡ учреждениела «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһына ҡараған 28-се Баймаҡ район дарыуханаһы пунктының урынлашыуы отошло. Ауыл халҡы үҙ эшенең белгесе булып танылған фармацевт Эльвира Рәмованың хеҙмәтләндереүен дә яҡшы баһалай.

Күреүегеҙсә, был дауалау учрежденияһында бар яҡлап тәртип булды-рылған. Табиптар билдәләүенсә, һуңғы ике йылда Иҫке Сибай зонаһында үлем осраҡтары кәмегән, ә тыуым артҡан. Профилактика йәһәтенән йыл да уҙғарылып торған диспансеризация ла ыңғай һөҙөмтә бирә. Уның барышында 21 йәшлек йәштәрҙән алып 90-100 йәшлек ололарға тиклем барыһы ла өс йылға бер тикшереү үтә. Медицина күрһәткестәре буйынса уларҙың ҡайһы берәүҙәре район йәки республика дауалау учреждениеларына ебәрелә. Ни генә тиһәң дә, сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк бит. Шуға күрә бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур икәнлеген аңлап ҡарарға кәрәк. Бер нигә ҡарамайынса, һәр ваҡыт халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртып, ауырыуҙарҙың йәнен һәм тәнен дауалаусы, уларға киләһе көндәренә өмөт, ышаныс биреүсе Иҫке Сибай амбулаторияһы табиптары һәм шәфҡәт туташтарына эштәрендә уңыштар теләргә генә ҡала.

Һүрәттә: Иҫке Сибай амбулаторияһының татыу коллективы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap