Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ЮБИЛЕЙЫҢ МЕНӘН ШАҒИРӘ!
Untitled document

Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Фирүзә Илһам ҡыҙы Алсынбаевала әҙәбиәткә һөйөү мәктәп йылдарынан башлана. Сибай педагогия училищеһында уҡыу осоронда тәү башлап шиғыр яҙыу серҙәрен үҙләштерә. БДУ-ла уҡыған йылдарында ул «Шоңҡар» әҙәби берекмәһенең иң әүҙем ағзаһы, уның старостаһы була. Шиғырҙары матбуғат биттәрендә әленән-әле баҫылып тора.

Сибай ҡалаһына башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшкә килгәс, урындағы төбәк яҙыусылар ойошмаһының шиғриәт бүлеген етәкләй, үҙе лә илһамланып ижад итә. 2004 йылда З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Балҡыштар» йыйынтығында «Күңел иле», ә 2009 йылда «Салауат вариҫтары» серияһында «Донъяны мин асам үҙемә» китаптары донъя күрҙе. Хәҙерге ваҡытта «Минең асылым» тип аталған йыйынтығы тупланған.

Фирүзә Илһам ҡыҙы үҙенең шиғриәтендә төрлө темаларға мөрәжәғәт итә. Тыуған ергә һөйөү, әсәлек бәхете, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, тәбиғәт миҙгелдәре шиғырҙарында киң сағылыш таба, шиғриәте аша үҙенең күңел торошон асып һала. Шағирәнең тос, тапҡыр һәм үткер фекергә ҡоролған, фәлсәфәүи тәрәнлеге менән айырылып торған шиғырҙары уҡыусыны битараф ҡалдырмай. Ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән шағирәгә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Әминә Яхина, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.

Әсәйемә

«Һин нәфселһең»,—

ти ҙә миңә ҡарай,

Күпте күргән ғәрсел әсәйем.

Әсәй, әсәй!

Һинән өлгө алып, ҡомарланып,

Яҡты бер сәм менән йәшәйем.

Иҫеңдәме, атай иҫән саҡта

Иркә ҡатын инең, бошманың.

Йәй селләлә яңғыҙ тороп ҡалғас,

Бер ялҡаулыҡ булды дошманың.

Кемгә салғы,

кемгә тырма биреп

Һин эйәрттең беҙҙе артыңдан.

Fәрлекле уй һине оялдырған

Fәм күҙенән, эшсән халҡыңдан.

Хоҙай беҙгә эш рәхәте бирҙе,

Бер балаң да ятмай һикелә.

Үткәнеңә баҡ та, миңә ҡара

Уйҙар бүленгәндә икегә.

Ут уйнатып ергә баҫыуҙарым,

Һүҙ уйнатып көләс көлөүҙәрем

Һинән килә, әсәй! Еңел миңә

Һиңә оҡшап, нәфселләнеп

Һәм сәмләнеп

донъя көтөүҙәре!..

Башҡортлоҡ

Уйсан мәлдәр үтә.

Ҡай(һы) сағында

Мин ниңә һуң шундай дыуамал?

Бар тәнемдә ҡан тауышын тоям,

Башҡортлоҡто аңлап ҡыуанам.

Яусан-даусан атай ҡаны миндә,

Зирәклеге ғәрсел әсәмдең.

Ошо йәндәр ҡушылғанға микән

Ҡәҙерҙәрен беләм йәшәүҙең.

Ҡан хәтерен юйып булмай бит ул,

Алыштырған кеүек күлдәкте.

Минең холоҡ—

халҡым ҡөҙрәтенән,

Йәнем, тәнем менән

ҡабул итәм

Үҙ милләтем биргән бүләкте.

Шаулап ағыр оло йылғалар ҙа

Бер ҡалҡына, йәнә бер тына.

Тынлыҡ тыңлап уйға ҡалғанымда

Рәхмәт уҡыйым мин халҡыма.

Тыумаҫ элек минең күңелемә

Тынғыһыҙ бер орлоҡ сәселгән.

Шытым бирмәҫ элек

тулҡындырып,

Йәнгенәмде сүкеп йәнсегән.

Түрәләргә

Түрәләргә яҡын урын

булмай инде ул шағирҙарға.

Т. Fәниева.

Булған мәлдәр:

йырсы ҡоштар кеүек

Һарайҙарҙа торған шағирҙар.

Батшаларҙың теле етмәгәнде

Әйтә алған һүҙгә маһирҙар.

Сәсәндәр һуң? Аҡыл һандығына

Күҙ терәгән затлы ырыуҙар.

Ирҙең һүҙе—илдең көсө, тигән

Һүҙ ҡәҙерен белгән ҡыйыуҙар.

Йәшеллекте юйған асфальт кеүек

Таҡырлана бара күңелдәр.

Яныу ҙа юҡ унда, ҡыуаныу ҙа,

Күҙ һалыу юҡ йөрәк түренә.

Һүҙ ҡөҙрәте һеҙҙе ҡурҡытамы,

Фашланамы түбән аңралыҡ?

Хистәр, уйҙар бергә урғылғанда

Ярты һүҙҙән була аңларлыҡ.

Тоғро һүҙҙең

мин тәмдәрен беләм,

Язаһын да бик күп татыным.

Хаҡиҡәт тип, дауға сыҡҡанымда

Һайламаным һүҙҙең алтынын.

Бер уттарға, бер һыуҙарға индем,

Иңдәремдә булды ил ғәме.

Үҙең булып ерҙә йәшәмәгәс,

Донъяларҙың ҡала ни йәме?

Бәйге аты

Бәйге аты—екке аты түгел,

Кейҙергәндәр бығау-ҡороҡто.

Тәртәләргә һыймаҫ үжәтлектән

Күтәреп тә алған ҡойроҡто.

Һулыштары көҫәй дала елен,

Һыуһындары ҡаныр, бер елһә.

Майҙандарҙы ғорур ташлай алыр

Тиңһеҙ яуҙа еңел еңелһә.

Бәйҙә тормаҫ, тимен, бәйге аты,

Ярыш сәме ҡанын ҡайната.

Иңендәге бығау-тышауҙары

Өнһөҙ генә йәнен ҡаната.

Эй кешеләр! Зинһар, айырығыҙ

Йөк атынан бәйге аттарын!

Ҡыҙғанығыҙ,

Йәне менән бергә үҫеп сыҡҡан

Аҡбуҙҙың ҡанаттарын!

Яҙғы баҡсала

Тирә-йүндә киңлек, йәшел сирәм,

Ағас төпкәйҙәре күләгә.

Иртә яҙҙан ҡош тауышын тыңлау

Йә әйтегеҙ, кемгә эләгә?

Тәбиғәткәй кеүек моңло йәнем

Барыһын да һөйөп күҙәтә.

Леп-леп кенә осҡан күбәләктәр

Ниндәй сәскәләрҙе үҙ итә?

Тик бында мин ер һулышын тоям,

Яҡын миңә һәр бер ҡыяғы.

Орлоҡтарҙы һайлап ергә күмәм,

Бар бит әле уңыш йыяһы!

Сабый хәтере

Аҡ донъяны сикһеҙ һөйөп кенә

Хәтерҙәрен төйнәй сабыйым.

Һинең күҙҙә, һинең һында ғына

Мин үҙемде, гүйә, таныйым.

Бөтәһе лә булһын бала саҡта:

Ҡояшлы йәй, алһыу иртәләр.

Йәйғор илдәренә һоҡланыуҙар

Хыялға бай кеше итәләр.

Сабыйымдың хәтер һандығына

Затлы нурҙар булып тамайым.

Һәм хистәрҙең иң-иң сағыуҙарын

Бирнәлектәр итеп һалайым.

Бирнәлегем йәйғор төҫтәрендә.

Саф тойғонан затлы нағышы.

Күңелеңде биҙәп торһон әйҙә,

Бала саҡтың яҡты һағышы.

Донъя әкиәте

Кешеләрҙең вәхшилеген күрһәм,

Күңел һарайына бикләнәм.

Үҙ донъямда кескәй генә ҡыҙҙың

Әкиәттәрен тыңлап кинәнәм.

Донъя—

бөтмәҫ сер йомғағы икән,

Тәгәрәй ҙә һине эйәртә.

Үгәйһеткән тормош юлдары ла

Күңел офоҡтарын киңәйтә.

Әллә нисә сүрәттәргә инеп

Ымһындыра ыҙғыш алмаһы.

Кинәнесе өсөн түләүҙәр бар,

Үкенестәр генә ҡалмаһын!

Ә был тормош—үҙе оло сәхнә,

Кешеләре—тере ҡурсаҡтар.

Ерҙә йәшәү дауам итә икән,

Улар әле уйнаясаҡтар.

Ҡурсаҡ уйынына иҫем китмәй,

Ипкендәре тейә күңелгә.

Хоҙай миңә йән өргәндән бирле

Fүмер иткән ғәзиз оло донъям

Йәйғор илдәреләй күренә…

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap