Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
КҮҘ ЙӘШТӘРЕ ӘСЕ ИКӘН...
Untitled document

Хикәйә

Күптән ямғыр күрмәгән юлдың саңын борҡотоп, боролоштан уңға ҡайырылып, күҙҙән юғалған еңел машина артынан Хәмиҙә әбей, маңлайына ҡулын ҡуйып, урман ауыҙына төбәлеп, байтаҡ ҡарап торҙо.

Әүәлдән шулай күнеккән ул: оҙата һалып, өйөнә инеп китһә, китеүселәрҙе хөрмәт итмәй, уларҙан ҡотолоуына ҡыуана, тип уйларҙар төҫлө. Ә был юлы күңеле өйөнә тартманы. Саңлы юлға, туҙан баҫылғанын көткәндәй, һеңгәҙәп ҡарап ултырҙы Хәмиҙә әбей. Бына саң болото ла таралды, юл бушаны. Әмәл юҡ, инмәй ни хәл итәһең, тип ауыр уфтанды ла, өйөнә ыңғайланы ҡарсыҡ. Үҙҙәре ҡарт-ҡоро булһа ла, йорттары буйтым яңы әле уларҙың. Ҡартайғас өй яңыртырға ярамай, теге донъялағы мәңгелек йортоңа китәһең дә бараһың, имеш, тиһәләр ҙә, ҡулымда көс, кәрем барҙа, алама өйҙә ятып үләһем юҡ тип, ҡарты етмешкә яҡынлағас, йорт күтәрҙе. «Бер-ике ҡыш сыҡһам да үкенмәм»,—ти ине. Аллаға шөкөр, өр-яңы нигеҙҙә егерме йыллап көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ташланылар. Ай-бай, ысынлап та егерме йылдан да ашып киткән дә баһа. Шулай булмай ни, ҡартынан байтаҡҡа йәш Хәмиҙә лә туҡһанға яҡынлай. Донъя рәхәтен күреп, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр ҡылып, бирмәгәненә үпкәләмәй генә тиң ҡартайып, фанилыҡтың баҡыйлыҡҡа илткән айырсаһына килеп тә еттеләр. Хәмиҙә ҡарсыҡ, бабайым бәлки серемгә талғандыр тип, ишекте шым ғына асты. Ҡартының эргәһендә ултырып ҡалған улы—Кинйәһе, әсәһе ингәс, урынынан ҡалҡынды.

—Атайым һине таптырып та ята, әллә ҡайҙа китеп олаҡты, ти.

Хәмиҙә ҡарсыҡ ҡәнәғәт төҫ менән кет-кет көлдө. Карауатты һыпырып, төҙәт-келәп, ҡартының янына ултырҙы.

—Әбейеңде урлап ҡуймаһындар, машинаға тейәп, һөйәктәремде шауҙырлатып алып китеп бармаһындар тиһеңме, Хисмәтулла?

Ҡарт әбейенең ҡаҡса ғына ҡулдарын үҙенең шырауланып бөткән ҡатҡыл ҙур устары менән ҡапланы.

—Шулайтып хафаланам шул. Артыңдан йүгереп сыға алмағас ни.

Хәмиҙә бабайының өҫтөнә япҡан матур биҙәкле йоҡа юрғанды рәтләштерҙе. Кинйәһе яғына мәғәнәле ҡарап алғас, шым ғына:

—Әрләмәйһеңме, бабай, мин һинән шөрләп, инергә ҡурҡып ултырҙым әле,—тип шыбырҙаны.

Хисмәтулла ҡарт ғыжылдап тамағын ҡырҙы:

—Нимә тип кенә әрләйем инде, әбей, шундай онотолмаҫ байрам үткәргәнең өсөнмө? Әллә ҡасан уйлап та, ҡыйыулығым етмәне. Ә һин бер ҙә аптырап тормай, шунысама ерҙән ҡунаҡ саҡырып алдың. Илле йылдан ашыу күрмәгән, осрашырға теләп тә, баҙнат итмәгән яҡыным менән күрештерҙең… Мин бит һинең алда бөткөһөҙ ғәйепле инем, Хәмиҙәм. Инде түләп бөтә алмаҫлыҡ бурыслымын.

Оҙаҡ һөйләүҙән тамағы ҡарлығып, тауышы бөтөп китте, ахыры.

—Йә, йә, талсыҡтың, тыныс ҡына ят,—тигән булды әбейе, күҙҙәрендә балҡып кит-кән ҡыуаныс осҡондарын, бар йәне-тәнен биләп алған еңеллек тойғоһон йәшереп.

—Әйтеп ҡалайым, башҡаса әллә әйтә алам, әллә юҡ, хәҙер был бурысты ҡайтармай тороп, Хоҙай Тәғәлә алмаҫ та әле ул мине үҙе янына.—Кеткелдәп көлгәндәй итте, ә сирыш ас яңаҡтары буйлап йоморо күҙ йәштәре тәгәрләп төштө.—Түләрмен. Бер ҡайтарырмын был изгелегеңде, Хәмиҙә…

* * *

…Онотолоп барған был ваҡиғаны, бөтә нәмәне күреп, бар яңылыҡты белеп торған Разия иҫләтте. Магазинға сәйгә тип кенә сыҡҡайны Хәмиҙә. Разия ла ҡайтырға ыңғайланы. Йәне тартмаған ҡарсыҡ менән тыҡрыҡҡа тиклем бергә атларға тура килде. Ләпелдәп килгән ҡорҙашына әллә ни илтифат итмәй, бер ҡолағынан индереп, икенсеһенән сығарып килә ине юҡ-бар хәбәрен. Һуңғы һүҙен ишетеп, ҡулынан сумкаһы саҡ төшөп китмәне.

—Шул тилвизыр тигән нәмәне әйтәм, ҡараһаң йән көйә, ҡарамаһаң көн үткәреп булмай. Үткәндә яңылыҡ ҡарап ултырһам, филармонда эшләгән бер ҡатынҡай сығып, скрипкаһын сыйылдатып ебәргәйне, фамилйәһен һеҙҙекен әйтәсе. Юлдашбаева ызлата, ти. Үҙе мосолманға оҡшап тора. Бер ҙә мәрйәгә тартмаған.

—Булһа ни, фамилйәләш кеше әҙҙер шул,—тине Хәмиҙә, йөрәген килтереп баҫҡан ташты нисек тә ебәрергә, телен аңҡауына йәбештергән төйөндө нисек тә йоторға маташып.

—Әллә шулайҙыр ҙа. Кеше һүҙенә ҡараһаң да инде, Хәмиҙә. Хисмәтулланың һуғышта ҡалған балаһы бар, шул Питербурҙа йәшәй имеш, тигәнгә генә әйтәм. Миңә ни, чуртыма ла кәрәкмәй. Бәлки, һеҙҙе ҡыҙыҡтырыр тигәйнем…

—Нимәһе ҡыҙыҡ булһын, Юлдашбайҙар ни бөтөн ергә лә таралған инде ул. Өфөһөндә лә, Мәскәүендә лә,—тип һыр бирмәҫкә тырышты. Ә үҙе ҡайтыр яҡҡа тәнтерәкләне. Шул инде, шул, Хисмәтулланың ғына гонаһы.

Тырт-мырт килеп, ҡартына һырт ҡуйып йөрөһә лә, ҡыҙы хаҡында әйтмәне шулай ҙа. Иҫенә төшөрөп ни, әйҙә уйламаһын да, белмәһен дә. Ышан ир-ат затына, ҡартмын, олоғайғанмын, тип тормаҫ. Белә ине Хәмиҙә әбей ҡартының ҡыҙы барлығын, белмәгән генә булһасы!

* * *

Һай, бар ине лә Хәмиҙәнең ут кеүек саҡтары. Бер баҫаһын биш баҫып, урамдан юрғалап үтһә, осраған ир-аттың башы артына әйләнеп ҡалыр ине, ә ул берәүҙе лә күрмәне. Һис кемде һанға һуҡманы. Егеттәр тураһында шыш-быш серләшкән әхирәттәренән көлөп кенә йөрөнө, йәнәһе, тапҡандар уйлар, ҡайғырыр, илар нәмә, шулар хаҡында ауыҙ асып һүҙ әйткеһе лә килмәй уның. «Туҡта,—тине әхирәттәре,—ғашиҡ бул әле, шунан ҡарап ҡарарбыҙ». Ҡысҡырып көлдө генә.

Көлдө лә, үлде лә. Эйе, тәү ҡараштан үлтерҙе уны Хисмәтулла. Ялтыр ситле ҡара фуражкаһын ҡырын һалып, шоморт ҡара күҙҙәрен ҡыҫа биреп, бер генә ҡараны, ҡыҙҙың йөрәге әллә ҡайҙа талпынып осто ла китте. Нимә тип кенә үҙен әрләмәһен, егет хаҡында уйламаҫҡа, күргәндә тыныс ҡалырға тырышмаһын, йәш йөрәккә бойороп буламы ни?! Осраһа аңшайып ҡата ла ҡала, тегеһе һүҙ ҡушһа, телен йотҡандай өнө сыҡмай, уйламайым тиһә, күҙ алдынан китмәй. Бына шунда аңланы ун ете йәшлек сая Хәмиҙә мәхәппәттең (эйе, эйе, тап шулай мәхәппәт тиҙәр ине улар, хәҙер генә ул мөхәббәткә әйләндерҙеләр) сихри көсөн. Ашауҙан, йоҡонан ҡалып, һарыға һабыштым тигәндә, дауаһы табылды. Уға ла дауа бармы ни тимәгеҙ, бар икән шул.

—Һылыу,—тине Хисмәтулла, һәр ваҡыттағыса күҙҙәрен ҡыҫыбыраҡ, өҫтән ҡарап йылмайып.—Мәңгелек йәрем булаһыңмы? Ризалығыңды бирһәң, бөгөн үк яусы ебәрәм.

Ә Хәмиҙә, ут Хәмиҙә, күҙен таһырайтып, ҡатты ла ҡалды. Уға Хисмәтулла юрый ғына, уйнатып ҡына әйтәлер, ризалығын белдерһә, ҡысҡырып көлөр ҙә: «Үәт, һантый, ҡайҙа, кемгә үреләһең, уян, һаташма»,—тип әйтер төҫлө ине. Хәмиҙә күҙенә эркелгән йәште йотоп, ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай тора бирҙе, ә Хисмәтулла, ауылда ғына түгел, районда беренсе егет, ҙур аҙымлап ҡыҙҙың эргәһенә килде, күҙҙәрен тултырып ҡарап, ҡулынан тотто. Ошо урында ер ярылып китһә лә ул тиклем аптырамаҫ, юғалып ҡалмаҫ ине Хәмиҙә. Егеттең ҡулдарынан уға ут ҡапты, бар тәне ҡалтыранып, бешеп сыҡты.

—Ризаһыңмы, әйт, һылыу. Әйтергә ҡыймаһаң, баш ҡына ҡаҡ.—Тотошлай ут эсендә ҡалған ҡыҙ, үҙе лә һиҙмәҫтән, баш ҡаҡты. Хисмәтулланың ауыҙы йырылды, ул башҡа яуапты көтмәгән дә, ахыры. —Иртәгә яусы ебәрәм, ҡаршыларға әҙерлән. Бер минутҡа ла ташлап киткем килмәй ҙә бит, эш күп шул. Хуш, кәләш!

Баҫҡан еренән осҡон сәсрәтеп, егет урам буйлап китте. Ә Хәмиҙәнең йөрәгендәге ут дөрләп усаҡҡа әүерелде. «Кәләш»,—тине. Ниндәй матур, яғымлы һүҙ икән ул кәләш! Нисек бығаса ишетмәне, сихри тәмен татыманы икән Хәмиҙә?

Иртәгәһенә ысынлап та, бер ыштан балағын тыштан һалып, Хисмәтулланан яусы килде. Күренекле, ҙур урында эшләгән түрә егеткә (комсомолдың ра-йон комитетында сәркәтип ине), затлы тоҡомға ата-әсәһе ҡыуанып ризалыҡ бирҙе, ҡыҙҙарының мул тормошта, май эсендәге бөйөр кеүек йәшәренә өмөтләнде. Эй-й-й, ҡайҙа икән ул бәхетле, хәсрәтһеҙ саҡтар?! Аяҡ ергә теймәгән, түбәң күккә тейгән сәғәҙәтле минуттар. Төштәгеләй алыҫ-алыҫта изге хәтирә генә тороп ҡалды. Шул ҡәҙәр ҙә бәхетле булып буламы икән ни, тип аптыраны ҡыҙ. Барлыҡ ҡауышҡан йәш-елкенсәк тә шул бәхетте татыһа, шул наҙ эсендә йөҙһә, ни өсөн көллөһө лә ваҡытында өйләнешмәй, ҡауышҡас та ни сәбәптән ыҙғыша икән? Күҙ генә тейә күрмәһен, осоп йөрөп тормош башланы улар. Хисмәтуллаһы көнө-төнө райком эше менән йөрөһә лә, Хәмиҙә төн йоҡламай уны көтә, сәғәт нисәлә ҡайтһа ла, дебет шәленә уранып ала ла тәҙрә төбөнән китмәй, тышҡа текләп ултыра. Ҡайны-ҡәйнәһе үтә әҙәпле-иманлы, кеше йәнле ине.

—Ҡуй, килен, ҡайтҡас та тороп өлгөрөрһөң, ят, ял ит,—тиҙәр. Ҡатын өндәшмәй. Хисмәтуллаһы әллә ҡайҙа этләнеп, эшләп йөрөгәндә, уның яртыһы, ярты йөрәге ни әмәл менән ятып торһон, ти. Һөйөп-һөйөлөп йәшә лә йәшә! Юҡ, тормоштоң үҙ ҡануны, ул һинең бәхетеңә лә, ҡайғыңа ла төкөрөп тә бирмәй, алдыңа килә лә баҫа.

Эй, ул ҡәһәр һуҡҡыры көн! 22 июнь. Хисмәтулла үҙ теләге менән китте һуғышҡа. Беренсе көндә үк.

—Оҙаҡламам, һағынырға ла, буша-нырға ла өлгөрмәй ҡалырһың әле. Ҡайтҡас, ҡулыма үҙем тәүләп алырмын улымды,—тип йыуатты Хисмәтулла, кәләшенең беленә башлаған ҡорһағына ишаралап.

Хәмиҙә лә ышанды, ярай аҙна-ун көнмө, күп булһа ай үтер, ҡайтып төшөр. Тик бер сәғәт эсендә зар-интизар булған Хәмиҙә ул көндәргә, айға нисек түҙер? Халыҡтан тартынып, ҡосаҡлашманылар ҙа бит, исмаһам. Оҙаҡ ҡына бер-береһенең ҡулдарынан тотоношоп барҙылар ҙа, арбаға һикереп менеп ултырып, ҡуҙғалып та китте йән киҫәге. Ярты йөрәк менән ҡалғандай, йәненең яртыһын һурып, үҙе менән алып киткәндәй тойолғайны Хәмиҙәгә. «Нисек кенә ул көндәрҙе үткәрермен?»—тип уйлаған йәш ҡатынға был көтөү көнгә, айға ғына түгел, тиҫтә йылға һуҙылды ла ҡуйҙы. Түҙгәс, түҙә икән ул әҙәм балаһы…

Берен-бере ҡыуып айҙар үтте, улар ар-тынса йылдар һуҙылды. Һыу тамсылары кеүек оҡшаш игеҙәк улдары ла, итәк-сабыуға йәбешеп үҫеп килә. Аллаға шөкөр, Хисмәтулла имен-аман, унда-һанда бер булһа ла хаты килеп тора. Яҙмышына күнеп тә бөттө Хәмиҙә. Ҡайғырыр, уйлар ваҡыты ла ҡалмай уның хәҙер. Баланан бушанғас та, бер өйөр ҡыҙ-ҡырҡынды йыйып алып, тракторсылар курсында уҡытҡайнылар, шунан бирле тракторҙан төшкәне лә юҡ тип әйтерлек. Көнө-төнө ҡырҙа. Ярай әле ҡайны-ҡәйнәһе иҫән, малайҙары ҡараулы. Юҡһа, ҡайһы берәүҙәрҙең бала-сағалары йә аслыҡтан, йә һыуыҡтан, ауырыуҙан был донъянан китеп тора, ә уныҡылар, шөкөр, тотоп һөйөрлөк, ит ҡунған сабыйҙарына.

Һәр нәмәнең сиге бар, ҡан-йәш түктергән һуғыш та бөттө. Яйлап, берәмләп, аҡһап-туҡһап, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ фронтовиктар ҡайта башланы. Бар донъяға ҡулын һелтәгәндәй көн күргән Хәмиҙә лә йүнлерәк кейемен кейә, һыланыңҡырап, үҙен ҡараштырыңҡырап йөрөй. Әммә йәндәй генә күргән Хисмәтуллаһы юҡ та юҡ. «Һуғыш аҙағы яҡынайған һайын хаттары ла һирәкләгәйне, эй, Хоҙайым, имен генә ҡайта күрһен,—тип теләне Хәмиҙә.—Үҙем аяҡ та, ҡул да, күҙ ҙә булырмын. Тик ҡайтһын ғына. Шунһыҙ ул башҡаса йәшәй алмаясаҡ». Йәшәне. Ҡайтманы Хисмәтуллаһы…

Бер көн өйөнә табан боролған йәшел-һорғолт һалдат формаһындағы кешене күреп, баҫыуҙан йән-фарман йүгереп ҡайтып инде. Күтәрмәлә тәмәке тартып торған өлкән йәштәге ят ирҙе күреп уңайһыҙланды.

—Ә-ә, Хисмәтулла ҡайҙа?—тип бышылданы ҡапҡа бағанаһына һөйәлеп. Үҙе ҡолап китеүҙән ҡурҡып, тотҡаға йәбеште.

—Иҫәнме, ҡарындаш,—тине ағай кеше, ауыр һулап.—Яңылыштың, мин Хисмәтулла түгел. Уның аманатына хыянат итмәйем, тип килдем. Мин ҡайта алмаһам, кәләшемде барып күр, минең хаҡта һөйлә, тигәйне. Үә-әт, шулай, бына ниндәй кәләшен ташлап киткән икән Хисмәтулла,—тип һуҙҙы ҡарт һалдат.

—Нисек ташлап китте, ул тереме? Ҡайҙа ул? Ни өсөн ҡайтмай?—ҡатындың йән өҙгөс ауазы ирҙе айнытҡандай булды.

—Ҡарындаш, сеү-сеү, һин яңылыш аңланың, ташлап түгел, ҡалдырып китте, тип әйтергә уйлағайным. Fәфү ит, онотолоп китеп, бөтәшеп бөткән яраларыңды ҡуҙғыттым шикелле. Эх, тормош, тормош. Бына бит нисек: мине көтөп алыусы юҡ, ә мин ҡайттым. Ҡатын вафат, атай-әсәй, бала-саға юҡ, ә мин—тере. Өҙөлөп көткәндәргә ҡайтыусы булмауы үкенес, ҡалай үкенес…

Был ир-уҙаман торараҡ тағы килде әле Хәмиҙәгә, бергә тормош ҡорорға тәҡдим итте. Тик ҡатындың ғына йөрәгендә баш-ҡаға урын да, йылы ла юҡ ине шул. Үҙенән дүрт-биш йәшкә генә кесерәк ҡәйнеше ир етеп, егет ҡорона инде. Йылдар яҡшырған һайын сибәрләнгән, сәскәгә төрөнгән алмағас кеүек балҡып киткән еңгәһенә ғашиҡ булды. Тик Хәмиҙә ҡәйнешенең бер ым-ишараһына яуап бирмәне, ҡайны-ҡәйнәһенең өгөтөнә ҡараманы.

—Көтмәнең түгел, көттөң, килен. Ун йыл буйы, тере булһа, бер ҡайтып күренер, ҡош суҡышына элеп булһа ла хәбәр ебәрер ине. Иҫән түгелдер балаҡайым. Һыуын, төңөл, яңғыҙ кәкүк ише һарғайыр йәшең етмәгән. Ҡәйнешең күңелеңә ятмаһа, ятҡан кешеһенә бар. Беҙҙән хәйер-фатиха,—тинеләр. Хәмиҙә өндәшмәне, шул ҡәҙәрлем мәхәппәттең дә ирен һаҡлай алмауына ышанманы.

—Үҙ балаларымдай үҫтерермен, мине үҙһенмәһәң, минең яратыуым етер, бары яныңда булырға рөхсәт ит, еңгә,—тине ҡәйнеше.

—Ағайыңдың үле хәбәре килмәйенсә, мине хыянатҡа этәрмә. Мин дә әҙәм балаһы, минең дә эсемдә йәнем бар. Ун йылға яҡын һыуыҡ түшәк ҡосаҡлап, туң-ған йәнемде иреткем, йылынғым килмәй тиһеңме?! Тик ағайыңдың йә үле, йә тере хәбәре килмәйенсә, ундай аҙымға барасағым юҡ. Беҙҙе Хоҙай ҡауыштырҙы, айырһа ла ул ғына айырыр.

Ҡәйнеше ҡыҙыу ҡанлы егет ине.

—Хисмәтулла ағайым тере булһа, тере булып та һиңә хыянат итһә? Ни эшләр инең? Кисерер инеңме, әллә миңә барыр инеңме?—тине ярһып.

Хәмиҙә тәүҙә шаңҡып, ҡатып ҡалды, унан ҡәйнешенең күлдәк иҙеүенән мат-ҡып тотоп, шатырлатып үҙенә тартты. Ауыр эштә, ирҙәр эшендә егелеп, ҡарыуланып, ҡатҡылланып киткәйне ул.

—Кем әйтте һиңә? Ҡайҙан беләһең, ни өсөн минән йәшерәһең? Тереме ул, ҡайҙа ул? Әйт, әйт, йәшермә!

—Белмәйем,—тине ҡәйнеше.—Әгәр белһәм, әгәр ул икенсе ҡатында йәшәһә, миңә сығырға ризалыҡ бирәһеңме?

—Имен-һау булып та, мине башҡаға алыштырһа, мин уны ҡарғаясаҡмын. Ул саҡта… мин риза.

—Ярай,—тине егет.—Мин ағайымды табырмын. Табып алып ҡайтырмын. Әгәр ҡайтмаһа, үҙ ҡулы менән яҙған, һинән баш тартыуы тураһында хат килтерермен. Тик әйткән һүҙ—атҡан уҡ. Һин минеке буласаҡһың, еңгә.

Башы. Аҙағы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap