Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
КҮҘ ЙӘШТӘРЕ ӘСЕ ИКӘН...
Untitled document

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА

Хикәйә

Аҙағы. Башы 11-12 һанда.

Шул саҡта ҡәйнеше Хисмәтулланың алыҫтан килгән фронтташ иптәшен телгә алды. Уның терелеген, ҡайҙалығын Хәмиҙәгә әйтергә баҙмай, ҡәйнешенә сискән икән.

Сығып китеүенә айға яҡын ваҡыт үткәс, ағарып-һурылып киткән ҡәйнеше әйләнеп ҡайтты. Уның артында ҡултыҡ таяҡлы, мөһабәт буйлы, инде үлеменә күнеп тә бөткән Хисмәтуллаһы, тере ире баҫып тора. Шул уҡ йөҙ, шырт ҡуңыр сәс, шоморт ҡара күҙҙәр. Тик уларҙа элекке мөләйем йылылыҡ урынына бөткөһөҙ ғәйеп һәм хәсрәт кенә.

Иренең түшенә барып ҡапланды ла һулҡылдап иланы ла ебәрҙе. Шымтайған ҡәйнешенән дә, күҙен күтәреп ҡарамаған ҡайны-ҡәйнәһенән дә, ауыҙҙарын асып тынып ҡалған игеҙәктәренән дә тартынманы, сытырман йәбешеп иланы ла иланы. Ун йыл буйы кисергән ғазаптары, аслығы, үҙәккә үткән ауыр эше, хәсрәттәре, юҡһыныуы, йоҡоһоҙ үткән төндәре, ҡанмаған танһыҡтары күҙ йәштәре булып аҡҡандыр, бәлки. Хисмәтулла ла иланы. Ирҙәрсә, өнһөҙ-һүҙһеҙ. Күҙ йәшенә мансылған, түҙгеһеҙ ғазаплы, онотолғоһоҙ бәхетле, бөтмәҫ кеүек оҙон-оҙаҡ осрашыу көнө…

Ире ҡайҙа, кем менән, нисек йәшәгән—Хәмиҙә һорашманы. Башта үҙе һөйләр тип көттө, аҙаҡ асыуландырырмын да сығып китер, тип ҡурҡты. Һуңынан инде иҫенә төшөрмәүҙе хәйерле һананы. Ә шулай ҙа ишетте ул Хисмәтуллаһы ауыҙынан ул һүҙҙәрҙе.

Ураҡты тамамлап, төндә ҡыҙмаса ҡайтты ире. Ауылда әле эскелек юҡ саҡ, бал ҡойоп, ҙур ҡунаҡ йә туйҙа ғына һыйлана ине халыҡ. Күтәрмәлә кем менәндер гөрөлдәшкән тауышты ишетеп, Хәмиҙә ишекте асып, «Әйҙә, инеп ят»,—тип әйтмәксе ине. Иренең тауышын абайлап, туҡтап ҡалды. Ире күршеһе менән тупһаға ултырған, тәмәке тарта-тарта хәбәрен һүтә, танауын тартып, иҫерек кешеләрсә, мышҡылдап илап та ала.

—Белһәң ине миңә нисек ауыр икәнен,—тине Хисмәтулла тамаҡ төбө менән.—Мин бит Тамарамды ла, алтын сәсле ҡыҙым Златамды ла үлеп яратам. Ни өсөн ебәргәндер Хоҙай миңә ул мәхәппәтте. Ниңә генә килеп сыҡты ул миңә мәхшәрле һуғыш юлында?! Башҡа юл бөткән инеме, башҡа ир-ат аҙ инеме? Концерт бригадаһы менән килде ул Ленинград артисткаһы Тамара. Хуш китерлек сибәр, зауыҡлы. Торғаны кәртинкә. Беҙ уларға Аллаға ҡарағандай ҡараныҡ. Шулай булмай, бығаса ысын әртисте күргән дә юҡ бит. Баш өҫтөнән пулялар һыҙғыра, ә ул үҙәкте өҙөп йырлай, тыпырлап бейеп тә китә. Концерт бөткәс, усаҡ янына йыйылыштыҡ. Кемдер шунда минең ҡурайҙа уйнағанды әйтеп һалды. Былар мине уйнарға ҡыҫтай башланы. Мин ни, уйлап та бирмәй, тарт та ебәр ҡурайҙы. Ә Тамара иҫе-һушы китеп миңә төбәлгән. Шул ҡарашы менән арбаны мине. Хәмиҙәм дә шулай сихырлағайны бит. Ә бында—һуғыш, минут һайын үлем. Мин дә үлермен, был гонаһымды бер кем белмәҫ, ҡәбергә алып китермен, тинем. Юҡ, көнөм бөтмәгән икән. Ә Тамара кире Ленинградҡа ҡайтманы, санитарка булып беҙҙә ҡалды. Мине лә ҡотҡарҙы ул: яраланғас, һуғыш яланынан пуля ямғыры аҫтында һөйрәп сығарҙы. Хәҙер мин уға бурыслы булып ҡалдым. Fүмерем өсөн һөйөүем менән түләнем. Һуғыш тамамланыуға ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Шунан мин Ленинградта ҡалырға ҡарар иттем. Бер аяҡһыҙ, сатан килеш мин ауылға, колхозға, Хәмиҙәгә ниңә кәрәк? Ул мине күптән онотҡандыр, бала ғына ине бит, үҙенә тиңен тапҡандыр, шул ғүмер кем көтөп ултырһын, тинем. Үҙемде ошоға ышандырҙым. Улдарыма үҙем Азамат менән Азат тип исем ҡушығыҙ, тип яҙһам да, күрмәгәс, тотоп һөймәгәс, яҡынлыҡ тойманым, уларға тартылманым.

Хәҙер, бында ҡайтҡас, Тамара һәм Златам-Алтынсәсем алдында үҙемде бөткөһөҙ ғәйепле тоям. Ошо ғәйеп мине бәхетһеҙ, тыныс йәшәүҙән мәхрүм итә. Хатта, их, ниңә ике бисәмдең береһе үлеп кенә ҡуймай икән, былай икегә ярылып, ике ҡатынды һөйөп, ике ғаиләне уйлап, хыялыйға әйләнеп ҡуйырмын, тип уйлаған саҡтарым да бар...

Ишеткәнен аңына һыйҙыра алманы Хәмиҙә. Нисек ике ҡатынды берҙәй яратмаҡ кә-рәк? Бына ул икенсе ир тураһында уйлау түгел, ят абышҡаны ҡулына ла ҡағылдыра алмай. Ерәнәме, харам тип иҫәпләйме—белмәҫһең. Ә ул, уның хәләле, уның яртыһы, ҡайҙалыр ситтә, сит бисәне ҡосҡан. Уны наҙлаған ҡулдары нисек башҡаға ҡағылды, нисек ҡороманы? «Кәләшем, һылыуым»,—тип, уға ғына бағышлаған һүҙҙәрҙе теге мәрйәһенә лә бышылданымы, әллә уға бөтөнләй икенсе һүҙҙәр һайланымы икән? Хәҙер ике улын алмаш-тилмәш тупылдатып яратҡанда, күҙ алдында теге алтын сәсле тыумаһы торалыр. Ҡайһылайтып йәшәмәк кәрәк бынан ары бер ҡыйыҡ аҫтында, бер түшәктә, бер яҫтыҡҡа башты нисек терәмәк? Күңелдәре бөтөн булмағас, уйҙары икенселә булғас, нисек итеп ҡатынын күкрәгенә ҡыҫыр, ни йөҙө менән яратыуын әйтер? Ә Хәмиҙә нисек сыҙар уның ике йөҙлөлөгөнә? Сатнатып тураһын әйтер туғандарына ла ярамағанды, ни йөрәге менән һаҡлар был гонаһты? Айырылырҙар. Ире киренән теге мәрйәһенә юлланыр. Унһыҙ, һөйөклөһөҙ, күҙ ҡараһылай күргән Хисмәтуллаһыҙ Хәмиҙәгә йәшәү булырмы? Тиҫтә йылды, оҙон бер ғүмерҙәй, аңҡы-тиңке үткәрҙе. Эйе, үткәрҙе, йәшәмәне. Әммә ул саҡта бер үҙе түгел ине. Бар ҡатын-ҡыҙ, бар бала-саға, ҡарт-ҡоро күтәрҙе ул йөктө, һағышты, етемлекте. Ә был юлы ул бер үҙе, япа-яңғыҙ тороп ҡаласаҡ. Сыҙармы? «Ир бирмәк—йән бирмәк» тигәндәре шул ҡәҙәр ҙә хаҡ икәнен кем белеп әйткән?! Үҙ башынан кисереп, йөрәге ҡанһырап, үҙәге өҙөлгән бисә әйткәндер. Башына төшмәгән уны ҡайҙан аңлаһын. Юҡ, йәнен бирмәҫ Хәмиҙә, сөнки йәнһеҙ үләсәк ул. Ике игеҙәге өҫтөнә, инде дүрт аяҡлап шыуышып йөрөгән ҡыҙсығын етем итмәйәсәк. Ил былай ҙа етем-еһер менән тулы. Үҙ ҡулы менән Хәмиҙә ирен шул мәрйәгә бирмәйәсәк, тырышыр-тырмашыр, сәсе менән ер һеперер, әммә түҙер. Түҙгәнгә—түш.

Был ишеткән ҡурҡыныс серҙе йөрәгенең төбөнә йәшереп ҡуйҙы ла, һис ни булмағандай, килешеп йәшәп алды ла китте. Балаларына бауыр баҫты. Ҡыҙы артынан төпсөк улдары Кинйә тыуҙы. Балаға батырып эйәләштерҙеме, әллә һәр ваҡыт етәкселектә эшләгән Хисмәтуллаһының башҡаса көфөр уйҙарға тарыр ваҡыты наҡыҫайҙымы, һис ҡасан мәрйәһе хаҡында ла, Алтынсәс-Златаһы хаҡында ла ауыҙ асманы. Бар ауыл халҡы кеүек, ҡәҙимгесә, артыҡ сөсөләнмәй, татыу-татлы йәшәне бабайғынаһы менән. Һуҡранмай, ыңһарламай ғына ҡартлыҡ тупһаһына ла килеп төртөлдөләр. Бына игеҙәк улдары ла улар артынса ҡартайышып, хаҡлы ялда инде. Ауырып, һыҙланып та китәләр: ауыр йылдар, аслыҡ йылдар үҙенекен итеп, һулҡылдап, һиҙҙереп ҡуя. Үҙҙәре аталары шикелле шилма:

—Беҙ сырхайбыҙ, дауахана юлын тапайбыҙ. Һеҙ эһ тә итмәйһегеҙ,—тип көләләр. Эй-й, ауырымаған ҡайҙа ул! Fәҙәттәренә инмәгәс, бер-береһен ташлап, дауаханаға йөрөмәнеләр, уныһы хаҡ. Төрлө үлән, сәскә сәйе эсеп, һылап-майлап төҙәләләр, бағынып ҡына йәшәйҙәр үҙ яйҙарынса.

—Хәмиҙә, кәләш,—тип ҡарсығының алыҫҡа тәгәрәгән уй йомғағын өҙҙө Хисмәтулла ҡарт, бер талай йүткереп туҡтағас.—Һин мине әрләп, ғәйепләп ҡалма инде. Күп ыҙалаттым һине, әйтмәһәң дә, ни уйлап, ни кисереп йөрөгәнеңде һиҙҙем. Ә һин минән күпкә ҡыйыуыраҡ, аҡыллыраҡ булып сыҡтың. Рәхмәт, исмаһам, һуңғы тапҡыр ҡыҙымды—Алтынсәсемде күрҙем. Инде үлһәм дә үкенмәм. Ә Тамараны, мәрхүмкәйҙе, тегендә тап итермен, ғәфү үтенермен, иншаллаһ.

Бабайының тамағы кипкәнен һиҙеп, Хәмиҙә әбей ҡартының ирененә сынаяҡ менән сәй терәне:

—Йәле, саҡ ҡына йот,— Хисмәтулланың ауыҙ ситен һөртөштөрҙө.—Улайтып, йәнә мине ташлап китмәксеһеңме? Юҡ инде, ҡартыҡайым. Башҡаса һинән ҡалыу юҡ. Энә ҡайҙа—еп шунда, ҡалмайым. Бергә-бергә күңеллерәк булыр.—Кет-кет көлдө, ә күҙҙәренән, һаман да салтлығын юғалтмаған һөйкөмлө күҙҙәренән, ике бөртөк йәше ағып төшөп, ҡартының битенә, юҡ, тап ирененә генә тамды. Ҡарт тамшанып ҡуйҙы. Әсе, тоҙло ине күҙ йәше. Уның әселеген тәүгә тойҙо Хисмәтулла ҡарт һәм ынтылып әбейенең яурынынан ҡосто. Бәхилләшеүеме, фатиха һорауымы, әллә һуңғы ҡат, өҙөлөп һөйөп ҡауышҡан, әммә әҙәм күтәргеһеҙ ҡайғыларға һалған ғүмер юлдашына үҙенең мәхәппәтен белдереүе инеме?..

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap