Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
Һѳнәрле кеше юғалмай
Untitled document

 

1934 йылда Йылайыр районының Юлдыбай ауылында асылған 80-се һѳнәрселек лицейы республикала иң тотороҡло эшләүсе һәм бай тарихҡа эйә уҡыу йорттары иҫәбендә. Был дәүер эсендә лицей илебеҙгә 40 меңдән ашыу эшсе ҡулдар әҙерләп сығарһа, шуларҙың алтауһы Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған.

Әле бында Йылайыр, Ейәнсура, Әбйәлил, Бѳрйән, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарынан килгән 252 кеше уҡый. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, лицейҙа йәштәргә хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланылған специальностар буйынса белем алыу ѳсѳн бар мѳмкинлектәр ҙә булдырылған. Ситтән килгәндәргә ятаҡтан урын бирелә һәм бушлай ашатыу ойошторола. Ятаҡтың һәр ҡатында кухня, йыуыныу, душ бүлмәләре бар. Кинозалдар киң экранлы телевизор һәм башҡа аудио-видеоаппаратура менән йыһазландырылған. Иркен ашханала уҡыусыларҙы ѳс тапҡыр тәмле аш-һыу менән һыйлайҙар, шулай уҡ буфет эшләй.

2011 йылда 80-се Юлдыбай һѳнәрселек лицейы, «Мәғариф» милли проекты сик-тәрендә уҡытыу процесында белем биреүҙең инновацион алымдарын ҡулланыу буйынса конкурста еңеү яулап, 20 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды. Был аҡса тулыһынса уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелгән. Һәр класҡа тиерлек электрон плакаттар һәм китаптар, лаборатор-ғәмәли эштәр үткәреү ѳсѳн заманса электрон уҡыу стендтары алынған. Бынан тыш, тренажерҙар һәм күп функциялы иретеп йәбештереү аппараты ҡайтарылған.

Уҡытыу-производство кимәлен күтәреү маҡсатында шиномонтаж оҫтаханаһы асылған, яңы ауыл хужалығы техникаһы, ағас эшкәртеү комплексы һатып алынған. Һѳнәр алыусы йәштәр ѳсѳн даими рәүештә производство практикалары ойошторолоп тора. «Алексеевка» совхозы, «Урал аръяғы» МТС-ы, КамАЗ заводы кеүек алдынғы предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итеү уҡыусыларға тәжрибә туплау һәм аҡса эшләү мѳмкинлеге бирә. Ғәле Яхъя улы Нәҙерғолов етәкселегендәге уңған, берҙәм коллективта тәжрибәле, үҙ фәнен яратҡан, эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған уҡытыусылар һәм производство мастерҙары эшләй. Улар уҡыусыларға кәрәкле һѳнәр һәм матур тәрбиә алыуға булышлыҡ итә.

Альбина Ҡоҙашева.

Һүрәттә: егеттәр яңы техника менән таныша.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap