Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
БАЛАНЫ ТАБЫУ ТҮГЕЛ, БАҒЫУ БУРЫС
Untitled document

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте янында балалар үлеме сәбәптәрен анализлау буйынса комиссия эшләп килә. Опека һәм попечителлек, эске эштәр органдары, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренән торған комиссияның сираттағы ултырышында февраль айы башында 5 айлыҡ сабыйҙың һәләк булыуы сәбәптәре тикшерелде.

Оператив төркөмдөң эш һөҙөмтәһенән күренеүенсә, малайҙың әсәһе төнө буйы спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң бик ҡаты йоҡлаған. Төштән һуң ғына улының хәрәкәтһеҙ ятыуын шәйләп ҡалған. Йәш ҡатын ике көн алда балаһының тән температураһы күтәрелгәс, өйөнә табип саҡыртҡан. Педиатр малайҙың хәле үтә ҡурҡыныс түгел тиһә лә, мәйетте тикшергәндә уның үпкәһе елһенеүе асыҡланған. Опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, йәш әсә етем булараҡ алған фатирында йәшәй. Баланың атаһы иркенән мәхрүм ителгән. Сабыйын тейешлесә ҡарамағанлыҡтан, опека органы унан сабыйын алып та ҡараған. Бер нисә көндән айыҡҡан ҡатын балаһын кире ҡайтарып алған. Яңы йыл алдынан фатирҙа тағы тормош йәнләнгән һәм ғинуар, февраль айҙарында ла дауам иткән байрам шауҡымын тик баланың үлеме генә туҡтатҡан. Тик оҙаҡҡамы?

Сығыштарҙы тыңлағандан һуң комиссия ағзалары эште аҙағынаса ентекле тикшерергә, хәүеф төркөмөнә ингән ғаиләләргә иғтибарлыраҡ булырға, йышыраҡ рейдтарға сығырға, ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙе мөмкин тиклем булдырмаҫҡа, тигән ҡарар сығарҙы.

Хөкүмәт етемдәр, мохтаждар хаҡында мөмкин булғанса хәстәрлек күрергә тырыша. Үрҙә әйтелгән осраҡта ла етем ҡыҙға ҡала етәкселеге тарафынан бушлай фатир бирелгән. Күпме йәш ғаиләләр аҡса түләп кеше тупһаһында йәшәргә мәжбүр булған заманда, был үҙе үк бик ҙур ярҙам. Етемлектең бар әселеген үҙ миҫалында татыған кеше шуның ҡәҙерен белеп, балаһын лайыҡлы итеп тәрбиәләп йәшәргә тейеш кеүек тә бит. Әммә тормош һәр ваҡыт беҙ уйлағанса ғына бармай шул...

Мәҙинә Мансурова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap