Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
16.02.2015
САҢҒЫ ЮЛЫ КӘЙЕФТЕ КҮТӘРҘЕ
Untitled document

Сибай ҡалаһының М.Fафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында уҙған «Рәсәй саңғы юлы-2015» күмәк спорт ярышында 600-гә яҡын кеше саңғыға баҫты. Бөйөк Еңеүҙең—70, Сибай ҡалаһының 60 йыллығына арналған сарала сибайҙар ғына түгел, Баймаҡ, Хәйбулла районы саңғысылары ла ҡатнашты.

Иң беренсе булып VIP төркөмө ярышҡа сыҡты. Унан һуң сәләмәт йәшәү рәүешен һөйөүселәр 14 төркөмгә бүленеп, стартҡа баҫты. 12 һәм унан өлкәндәр, 13-15, 16-18, 19-35 йәштәгеләр тик еңеүселәр рәтендә булырға ынтылһа, 36-49, 50 һәм унан өлкән йәштәгеләр өсөн ярышта беренселек түгел, ҡатнашыу мөһим ине. Шулай итеп үҙ төркөмдәрендә Илдар Байназаров (РМЗ), Альбина Насретдинова (Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге), Азат Юламанов, Эльвина Иҙелбаева, Айрат Мусин, Софья Маметова, Рауил Абдуллин, Ольга Миронова, Рәсүл Билалов, Вика Иванова, Радик Аҡманов, Гөлдәр Бикмырҙина, Рәүил Юлдыбаев, Лидия Шаһиәхмәтовалар беренсе булып финиш һыҙығын үтте. Призлы урын яулаусыларҙың барыһы ла ҡиммәтле бүләктәр, саңғы юлының махсус призы—кәпәстәр менән бүләкләнде.

50 һәм унан өлкән йәштәгеләр араһында йүгергән спорт ветерандары Әхмәт Юнысов менән Геннадий Таракин (һүрәттә) ҡалала ойошторолған бер генә спорт сараһынан да ситтә ҡалмай. 79 йәшлек Әхмәт Барит улы 1955 йылдан алып саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнаша, 8 йыл буйы саңғы буйынса абсолют чемпион исеменә тап төшөрмәй. Геннадий Николаевич иһә спорттың бер нисә төрөндә алдынғы. Ул шулай уҡ былтыр ҡала музейында спорт ветерандарына арналған мөйөш булдырған.

Ярышты ойоштороусылар саңғысыларҙы эҫе сәй һәм тәмлекәстәр менән һыйланы. Күмәк саранан сибайҙар һәм ҡунаҡтар күтәренке күңел менән таралышты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap