Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
27.02.2015
ИҢ ҘУР БҮЛӘК—ИҒТИБАР ҺӘМ ҺҮҘ
Untitled document

Сибәғәт Зиннур улы Вәлиев, Роспотребнадзорҙың Сибайҙағы төбәк идаралығы начальнигы урынбаҫары:

—Ватанды һаҡлаусылар көнөн оло байрам итеп ҡабул итәм. Илебеҙҙә тыныслыҡ булһа—шул яҡшы бүләк. Украинала һуғыш бөтһөн. Бөтә донъяла барған ҡаңғырыҡ-низағтар туҡтаһын.

Ә байрамға килгәндә яҡындарымдан ниндәйҙер бүләк көтөп ултырмайым. Шәхсән үҙемә килгәндә, иң ҙур бүләк—ул һаулыҡ. Fаиләмдең имен-һау, сәләмәт булыуы миңә ҡыуаныс килтерә. Көн дә иртән эргәңдә ҡатыныңды күреү, уның наҙлы тауышын ишетеү ҙә ҙур бүләк.

Рәфҡәт Фазулла улы Рәхмәтуллин, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы:

—23 февраль—беҙҙең өсөн иҫтәлекле һәм көтөп алған байрамыбыҙ. Атайым мәрхүм Фазулла Рәхмәтулла улы Юланов Сталинград һуғышынан яраланып ҡайтты. Улдарым Мөхәммәт һәм Тәлғәт Ватан алдындағы изге бурыстарын үтәне. Аллаға шөкөр, ейәндәрем бар. Киләсәктә илебеҙҙе һаҡлау, ҡурсалау бурысын улар үтәр тигән ышаныстамын.

Минең өсөн иң ҙур бүләк—балаларымдың йылы һүҙе. Байрам көндө иғтибарһыҙ һәм бүләкһеҙ ҡалдырғандары юҡ. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт.

Форсаттан файҙаланып, бөтә Урал аръяғы халҡын ысын ир-егеттәр байрамы менән ҡотла-йым, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйем.

Иҙел Насыров, Йылайыр районы, Матрай ауылы:

—23 февралде ғәҙәти байрам тип ҡабул итәм. Бала саҡта иҫтә ҡалған: атайыма һүрәт төшөрөп, бүләк итә торғайным. Әсәйем миңә һәм атайыма һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа бүләк алып бирергә тырыша. Әммә мин үҙем был байрам көнөндә кемдәндер бүләк алыуҙы маҡсат итеп ҡуймайым. Миңә дуҫтарым, яҡындарым ысын күңелдән: «Ҡотлайым!» тип әйтһәләр ҙә ҡәнәғәт булам. Үҙем дә дуҫтарымды телефондан шылтыратып ҡотларға, смс-хәбәр ебәрергә тырышам.

Әхмәр Үтәбаев, Өфө ҡалаһы, яҙыусы:

—23 февраль минең өсөн Ватаныбыҙҙы, Уралыбыҙҙы һаҡлап яуҙа башын һалған атай-олатайҙарымды иҫкә алыу көнө. Армияла бергә хеҙмәт иткән хеҙмәттәшемдән хат-хәбәр йә шылтыратыу булһа, был—иң ҙур бүләк булыр ине. Әле хеҙмәттәштәрем Мәскәү өлкәһенән Валерий Логачев, Һарытау өлкәһенән Юрий Журавлев, Александр Платонов менән телефон һәм Интернет аша бәйләнеш тотабыҙ.

Тәүрәт Йәрмөхәмәтов, Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы:

—Ватанды һаҡлаусылар көнө—ир-егеттәр өсөн ҙур байрам. Тормош ниндәй генә булмаһын, егеттәр әрме хеҙмәтен үтергә, иңгә төшкән изге бурысты атҡарырға тейеш. Мин был байрамдан әллә ни бүләк көтмәйем, ә инде ихлас бүләк эшләһәләр, ҡыуанып ҡабул итәм.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap