Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
27.02.2015
РФ Дәүләт Думаһы депутаты С.Ш. Мырҙабаева: «ИҢ МӨҺИМЕ—ДӨРӨҪ ҺАЙЛАУ!»
Untitled document

13 февралдә сираттағы эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева килеп китте. Ул ҡалала барған ике мәртәбәле сарала ҡатнашып, аҙаҡ Үҙәк ҡала дауаханаһының күптән түгел тәғәйенләнгән баш табибы менән осрашты.

Эш сәфәрен Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Балалар ижады үҙәгенән башланы. Бында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған шашка бәйгеһе бара ине. Урал аръяғы райондарының балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен һәм башланғыс класс уҡыусыларын йыйған сараға шашка буйынса Европа чемпионы, Башҡортостан Республикаһының Шашка федерацияһы рәйесе Тамара Танһыҡҡужина һәм шашка буйынса донъя чемпионы, республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты белгесе Айнур Шәйбәков та килгән ине.

Кескәйҙәр араһында ойошторолған спорт ярышын асыу тантанаһында сығыш яһап, Дәүләт Думаһы депутаты былай тине:

—Республикабыҙ шашка буйынса бынамын тигән чемпиондар үҫтергән. Был тәңгәлдә эште дауам итергә, ошоноң ише бәйге-проекттарҙы артабан да үҫтерергә кәрәк. Сөнки был уйын йәш быуындың фекерләү ҡеүәһен, зиһенен үҫтерергә ярҙам итә. Шуға ла чемпион тәрбиәләүҙән бигерәк, аңлы, иҫәп-хисапҡа шәп йәш быуынға өмөт итеү кәрәк. Был—бер. Икенсенән, шашка спорты бер ниндәй ҙә сығым талап итмәй. Ата-әсәләр ошоға иғтибар итһен. Бәләкәйҙәрҙе балалар баҡсаһы йәшендә үк ошо спорт төрөнә йәлеп итһәләр, бик һәйбәт булыр ине.

Үҙ телмәренән һуң, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы шашка спортын үҫтереүгә ҙур көс һалған чемпиондарға—Тамара Танһыҡҡужинаға, Айнур Шәйбәковҡа «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Почет грамотаһын һәм Дәүләт Думаһы эмблемаһы менән сәғәттәр бүләк итте. Шулай уҡ Урал аръяғы райондарында спорттың әлеге төрө буйынса кескәйҙәрҙе тәрбиәләүсе алдынғы тренерҙар—Баймаҡ ҡалаһынан З.А.Зөбәйеров, З.Й.Вилданова, Баймаҡ районы Төркмән мәктәбе уҡытыусыһы А.Ә.Әхмәтов, Ярат мәктәбе уҡытыусыһы С.М.Мырҙаҡаеваларға ла Мәғариф минис-трлығының Рәхмәт хаттары һәм юғарыла әйтелгән сәғәттәр тапшырылды.

Артабан мәртәбәле ҡунаҡ Урал аръяғында спорттың шашка төрөн үҫтереү мәсьәләләренә арналған семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты. Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Йылайыр райондарында эш алып барыусы тренерҙарҙы йыйған «түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеүҙә Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы энтузиастар кәрәклеген белдерҙе.

—Яңылышмаһам, Күмертау ҡалаһында булырға тейеш, бер ҡартатай кеше ейәнсәре йөрөгән балалар баҡсаһына барып, аҙнаһына ике тапҡыр бушлай дәрес бирергә ҡарар иткән. Беҙҙең мил-ләттәштәр бигерәк баҫалҡы шул. Белгәнен дә халыҡ араһына сығармай, тартына. Талантлы кешеләрҙе йәлеп итергә кәрәк. Әле бында мин күпме тренерҙарҙы күрәм. Уларҙың уңыштарын киң мәғлүмәт сараларында йышыраҡ яҡтыртырға, спорттың был төрөн пропагандаларға кәрәк. Ә инде ниндәйҙер ярҙам кәрәкһә, мөрәжәғәт итегеҙ. Тамара Михайловна ла, Айнур Рауил улы ла һеҙгә йүнәлеш биреүҙән һис баш тартмаясаҡ, киреһенсә ҡыуанасаҡ ҡына.

Кәңәшмәнән һуң шашка буйынса турнир дауам итте. Ә Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы БДУ-ның Сибай институтында барған сараға ашыҡты. Бында төбәгебеҙҙең сығарылыш класс уҡыусылары өсөн «Асыҡ ишектәр көнө» бара ине. Ул РФ Дәүләт Думаһы депутаты С.Ш.Мырҙабаева, «Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алыусы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы» инициативаһы менән үткәрелде. Осрашыуға илебеҙҙең иң алдынғы юғары уҡыу йорттары вәкилдәре саҡырылды. Уларҙы Сибай институты янында йыр-бейеү, икмәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Артабан уҡыу йорто буйлап экскурсия ойошторолдо. Уҡыу йортоның күркәмлегенә, аҙым һайын тигәндәй ҡуйылған барельефтарға, технология факультеты студенттары күргәҙмәһенә, белем усағында эшләп килгән түңәрәктәргә, студияларға ҡунаҡтар һоҡланыуын йәшермәне. Аҙаҡ барыһы ла сараны асыу тантанаһына йыйылды. Сибай институты директоры урынбаҫары А.М.Көмөшҡолов ҡунаҡтар менән таныштырғандан һуң, сәләмләү һүҙе менән институт директоры З.F.Йәрмөхәмәтовҡа бирелде. Зиннур Fөбәйҙулла улы уҡыу йортоноң үткәненә һәм бөгөнгөһөнә байҡау яһаны. Артабан һүҙ Дәүләт Думаһы депутаты С.Ш.Мырҙабаеваға бирелде. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы йәштәргә мөрәжәғәт итеп: «Иң мөһиме—дөрөҫ һайлау! Белем аласаҡ уҡыу йортон, һөнәр һәм тормош юлдашын дөрөҫ һайлау кәрәк. Белемле булһағыҙ, яратҡан эшегеҙҙә тир түкһәгеҙ һәм һөйгәнегеҙ менән ғүмер кисерһәгеҙ, тимәк, һеҙ бәхетле! Йәштәр—милләтебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәге. Һеҙ аҡыллы, белемле, көслө рухлы булырға тейешһегеҙ. Рәсәйҙең үҫешкән түгел, ә үҫә барыусы илдәр исемлегендә булыуы минең күңелде бошора. Илде алдынғылар рәтенә сығарыу зарур. Әле Сибай институтына Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан абруйлы юғары уҡыу йорттары вәкилдәре килгән. Һеҙгә был белем усаҡтары менән яҡындан танышыу мөмкинселеге тыуҙырылды. Беҙҙең йәштәр илебеҙҙең һәр төбәгендә белем эстәһә, беҙ бик шат булыр инек. Мәҫәлән, Урал аръяғы төбәгенә таусылар кәрәк. Ошо йәһәттән Санкт-Петербургта белем алһағыҙ, насармы ни?»—тине.

Үҙ сығышынан һуң, С.Ш.Мырҙабаева Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алыусы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһын етәкләүсе Азат Шамил улы Бадрановҡа Рәхмәт хаты һәм Дәүләт Думаһы символикаһы төшөрөлгән сәғәт бүләк итте.

Артабан Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Р.Хәйруллин, «Строймеханизация» йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Н.А.Тажетдинов сығыш яһаны. Улар төбәккә табиптар, инженерҙар, геологтар, төҙөлөш белгестәре етешмәүен белдереп, киләсәктә йәштәр ошо юҫыҡта белем алып, республикаға кире әйләнеп ҡайтыуҙарына ышаныс белдерҙе. Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алыусы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһын етәкләүсе А.Ш.Бадранов иһә йәштәрҙе илебеҙҙең алдынғы уҡыу йорттарында белем алырға саҡырҙы.

—Урындарҙа уҡыу йорттарының булыуы яҡшы. Мин уларҙы кәмһетмәйем. Әммә ҡайһы бер йүнәлештә төбәктәрҙә факультеттар юҡ. Шуға беҙ һеҙҙе Мәскәү һәм Санкт-Петербург уҡыу йорттарына саҡырабыҙ. Илебеҙҙең баш ҡалаларында уҡый алмайбыҙ, унда белем алыу өсөн ныҡ аҡыллы йәки ныҡ бай булырға кәрәк тигән уйҙырманы башығыҙҙан алып ташлағыҙ. Унда ла һеҙҙең кеүек үк йәштәр белем ала. Беҙ һеҙгә ярҙам итергә әҙербеҙ. Килегеҙ, социаль селтәрҙә бәйләнешкә сығығыҙ, барығыҙға ла кәңәш һәм йүнәлеш бирербеҙ,—тине Азат Шамил улы.

Сараның төп өлөшө бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды. Артабан йәштәр әлеге сарала ҡатнашыусы Дәүләт Думаһы депутаты С.Ш.Мырҙабаева, шашка буйынса чемпиондар Т.М.Танһыҡҡужина, А.Р.Шәйбәков, билдәле бокссылар Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар һәм башҡа данлыҡлы милләттәштәребеҙ менән күҙмә-күҙ ҡарап һөйләшеү мөмкинлегенә эйә булды. Мәртәбәле ҡунаҡтар ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең һорауҙарына ихлас яуап ҡайтарҙы.

Артабан секцияларҙа абитуриенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашты, аралашты. Ә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сибай Үҙәк ҡала дауаханаһына йүнәлде. Бында ул яңыраҡ ҡына баш табип итеп тәғәйенләнгән Азамат Хәйҙәрйән улы Әхмәҙуллин менән осрашып, ҡырҡыу торған кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү юлдары хаҡында әңгәмәләште.

—Кадрҙар проблемаһын хәл итеүҙең бер юлы—квота алыу һәм йүнәлтмә буйынса уҡырға ебәреү. Бында мотлаҡ килешеү төҙөлөргә тейеш. Икенсе алым—фатирҙар биреп, белгестәрҙе эшкә саҡырыу. Өсөнсө юл—медицина университетының һуңғы курстарында коммерция нигеҙендә уҡыусы яҡташтарыбыҙҙы табырға, улар менән килешеү төҙөргә кәрәк. Йәнә муниципаль-ара үҙәк булараҡ, һеҙгә райондар менән бәйләнеште нығытыу зарур,—тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.

Төбәгебеҙ тормошона даими иғтибар бүлгән, уның үҫеше, халыҡтың йәшәйеше хаҡында борсолған депутаттың сираттағы эш сәфәре лә бик тығыҙ, эшлекле шарттарҙа үтте.

Һүрәттә: Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы студенттар менән аралаша.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap