Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
17.07.2012
Мәктәпкә ғалим исеме бирелде
Untitled document

 

Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең 2012 йылдың 21 майында ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, Иглин районының Иглин ауылындағы 4-се урта дѳйѳм белем биреү мәктәбенә күренекле тел белгесе, ғалим һәм педагог Данис Солтан улы Тикеев исеме бирелде. Исемен мәктәп йѳрѳткән был шәхестең биографияһына күҙ һалып, хеҙмәттәрен байҡап, уның эшмәкәрлеге һѳҙѳмтәләре менән гәзит уҡыусыларҙы ҡыҫҡаса таныштырып китеү урынлылыр, тип уйлайбыҙ.

Башҡорт тел ғилеме белгесе Данис Солтан улы Тикеев Иглин районының Иҫке Ҡыбау ауылында тыуған. Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Ғүмеренең байтаҡ ѳлѳшѳн ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына бағышлай. Был уҡыу йортонда Данис Солтан улы ассистенттан алып профессор дәрәжәһенә тиклем бѳтә үҫеш баҫҡыстарын үтә, кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҡлай, факультет деканы вазифаһын башҡара, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһын етәкләй. Данис Тикеев—150-нән ашыу ғил-ми мәҡәлә, шулай уҡ 10 монография, 5 уҡыу дәреслеге, 10 уҡыу әсбабы һәм башҡа ғилми хеҙ-мәттәр авторы. Ул ғилми эшмәкәрлегендә тѳп иғтибарҙы баш-ҡорт теле синтаксисына, телмәр мәҙәниәтенә һәм лингводидактикаға йүнәлтә. Уның фундаменталь хеҙмәттәренең береһе булып 2004 йылда Мәскәүҙә донъя күргән «Хәҙерге башҡорт теленең синтаксис нигеҙҙәре» тигән монографияһы тора. Был хеҙмәте менән ғалим башҡорт теле синтаксисын структур-семантик йүнәлештә ѳйрәнеүгә нигеҙ һала, үҙенең ғилми мәктәбен булдыра, уның етәкселегендә кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана. Данис Солтан улы башҡорт телен уҡытыу методикаһы, телмәр мәҙәниәте һәм стилистика проблемаларына ла етди иғтибар бирә, тѳплѳ хеҙмәттәр яҙа, егерме йылдан ашыу «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының редколлегия ағзаһы булып тора.

Профессор Д.С. Тикеев етәкселегендә бик күп башҡорт йәштәре кандидатлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлай алды, улар араһында Урал аръяғынан, шулай уҡ Баймаҡ тѳбәгенән үҫеп сыҡҡан ғалимдар ҙа байтаҡ.

Кадрҙар әҙерләүҙәге емешле хеҙмәте ѳсѳн Д.С.Тикеев «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы», «РФ-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы», «РФ юғары мәктәбенең почетлы хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ була, РФ Педагогика һәм социология фәндәре академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана.

Иҫән сағында ғалим тыуған районында мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙар үткәрә, ауылдаштары, яҡташтары күренекле телсе тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай, башҡорт теле дәрестәрендә күренекле тел белгесенең ижади ҡомартҡыһын ҙур теләк менән ѳйрәнә. Улар мәктәпкә арҙаҡлы шәхестең исеме бирелеүен дә ҙур дәрәжә итеп ҡабул итте.

Ғалимдың ҡустыһы, шулай уҡ ғалим, тарих фәндәре кандидаты Фаил Солтан улы Тикеев тураһында ла әйтеп китеү бик урынлы. Ул Данис Тикеевтың эшен тоғро дауам итә тиһәк тә, хата булмаҫ. Фаил Тикеев Ѳфѳләге киң билдәле «Ғилем» нәшриәтенең директоры булараҡ, милләтебеҙҙең ғилми баҫмаһын юғары кимәлгә күтәреү ѳсѳн күп кѳсѳн һала, ағаһының исемен мәңгеләштереү буйынса ла эштәр башҡара. Шуныһы ҡыуаныслы, Ф.С.Тикеев беҙҙең тѳбәктәге фән үҙәктәренең үҫеш процесына ыңғай ҡарашта, ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тора. Мәҫәлән, ул Сибай ҡалаһында эшләп килгән «Башҡортостан Республикаһының Тѳбәк тикшеренеүҙәр институты» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы китапханаһына «Ғилем» нәшриәтендә баҫылған 562 атамалы 1200 дана китап бүләк итте. Фаил Солтан улының ошо изгелекле эше ѳсѳн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, яуаплы эшендә һәм тормошонда ҙур уңыштар теләйбеҙ. Тикеевтар кеүек илебеҙ, халҡыбыҙ тип йәшәгән ошондай ир-егеттәребеҙ күберәк булһын ине.

Л.Р.Сѳләймәнова,

филология фәндәре кандидаты.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap