Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ТОЛҠА
Untitled document

Хикәйә

Ай болмаса, аспанды адасады,

Көтермесе көңiлдi кiр басады.

Жаксылардың көңiлi алтын сандык,

Кiлт болмаса, сандыкты кiм асады...

Тәпәш кенә түмәләстең тас түбәһенә аяҡтарын һоноп ултырған Рамаҙан, киң даланы иңләп таралған иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡуйҙарына күҙ һала-һала, үҙе белгән ҡаҙаҡ йырын һуҙып ебәрҙе. Килешәлерме уға ҡаҙаҡса йырлау, юҡтырмы—һәр хәлдә, кеше алдында йырлағаны юҡ. Бына ошолай яңғыҙы көтөү көткәнендә генә моңа-йып алғылай. Үҙ телендә—саф башҡортса йырлағыһы килә лә бит, бәләкәйҙән ситкә сығып киткәс, башҡорт йырҙарын белеү түгел, туған телен дә онотоп бара инде... Шулай ҙа һағына Рамаҙан кендек ҡаны тамған йәнтөйәген, ҡайһы мәлдә, кеше-ҡара күрмәгән аулаҡта, күҙ йәштәренә быуылып, илап та алғылай. «Хат-фәлән яҙып, ауылымдың, тыуған яғымдың хәлен белгертер кешем дә юҡ бит, исмаһам... Э-эх, ниңә генә тыуҙым икән мин был донъяға, бәхет кенәм булмағас?..»—илауы үкһеүгә күскән мәлдәрендә шундайыраҡ һүҙҙәр менән һамаҡлап ҡуя хатта.

...Әсе етемлек яҙмышы сараһыҙлыҡтан урау-урау юлдар, мең михнәттәр менән алып килде Рамаҙанды Жаныбай байға. Эсәр һыуы, ейер ризыҡтары ошонда—Урал буйында төйәкләнгән ҡаҙаҡтар араһында булғандыр, күрәһең. Юғиһә, әле сабыйлыҡтан да сыҡмаған малай көйө, йөҙәр саҡрымдарҙы аслы-туҡлы йәйәү үтеп, килеп сығыр инеме ни ул бында!? Рамаҙан күргән-кисергәндәрҙе һөйләһәң, хәҙер әҙәм ышанмаҫ, әкиәт тип кенә ҡарар.

...Атаһы Шаһығәле һәм әсәһе Фәрхиямалдың ике бөртөк ҡолонсаҡтары ине улар ҡустыһы Хәйризаман менән. Атаһы шул ҡәҙәрем яндырай, алабарман кеше булды. Ҡараһаҙ ауылында ғына түгел, бөтә яҡын-тирәлә уны Шаһатай тип кенә йөрөттөләр, ысын исемен хатта үҙе лә онотҡандыр әле. Ә бына әсәһе иренең киреһе—аҙ һүҙле, төпкөр аҡыллы, эшкә бөтмөр ҡатын. Малайҙарын да үтә ныҡ ярата ине әсәләре, аталарынан бер ауыҙ һүҙ әйттермәй, гел ҡурсып, яҡлап ҡына торҙо. «Оронма шул балаларға! Ныу, һине-е-е, әллә башҡа эшең юҡмы, тота ла шул ҡата башындай малайҙарға ҡаныға... Улар нимә эшләй алһын...—себештәрен төйлөгән тибеүҙән һаҡлаған тауыҡ кеүек, Фәрхиямал ике улын ике яғына алып, арҡаларынан тупылдатып һөйөп ала.—Танау аҫтары ла кипмәгән бит әле уларҙың, ә һин мал ҡаратмаҡсыһың... Уйнаһындар, малыңды үҙең дә ҡарарһың, бер һыйыр ҙа, ике һарыҡ—йәмғеһенә бер һәнәк бесән...»

Тәүге сабыйынан һуң кинәт кенә сәләмәтлеге ҡаҡшаған ҡатын быуындары һыҙлап йонсой. Бына әле лә, иренә асыуланып, ҡылтым ғына боролмаҡсы иткәйне лә, һене ҡатып, туҡтап ҡалды.

—Ай Аллам, ошо бил генәмә әллә ни булды бит, ҡәһәрһеҙ... Шаһатайға әйттең ни ҙә әйтмәнең ни... үҙ туҡһанын туҡһан итеп өйрәнгән бит инде, суҡынғыр,—ағарынған йөҙөн устары менән ҡаплап, Фәрхиямал урындыҡҡа табан ыңғайланы...

Кискә табан һыҙланыуҙары оторо көсәйгән ҡатын иртәгәһенә түшәгенән тора алманы. Шул ятыуынан мандый алмайынса, яҡты донъя менән хушлашты.

Әсәләре үлгәндән һуң башланды ла инде Рамаҙан менән Хәйризаман өсөн ҡара көндәр. Ҡатынының ҡырҡы сығыр-сыҡмаҫтан алып ҡайтҡан йәш бисәһе балаларға ғына түгел, Шаһатайҙың үҙенә лә ҡаты булды, баш бирмәне. «Ҡара уны, ошо ҡарасмандарың арҡаһында миңә һүҙ әйтәһе булһаң, ҡайттым-киттем булыр... Ә һеҙ, етем башмаҡтар, мин әйткәнде тыңлап ҡына йөрөгөҙ, ишетһен ҡолағығыҙ!»—Мәхтимәнең ир тупһаһын аша атлап инеп, тәүге сәй табынында уҡ сөйөп-зыҡытып ҡуйыуы, уҫал күҙ ҡараштары кескәйҙәрҙе тәүге көндән үҙенә буйһонорға мәжбүр итте. Нимәләр генә тип битәрләмәне ул малайҙарҙы: «кәп ҡорһаҡтар», «ер йотҡорҙар», «туймаҫ тамаҡтар», «сихут ҡалдыҡтары»... Көн тимәй, төн тимәй, ике малайҙы эт ишетмәҫ һүҙҙәр менән тиргәй, баштарын уҡлау йәки ҡулына эләккән нәмә менән төйөр өсөн дә күп һорамай. Аталары улдарын яҡлап бер һүҙ әйтһәсе! Юҡ, ул да йәш бисәһенең һүҙен һөйләр, уға ҡушылып, үҙ балаларына ҡул күтәрер булып китте.

—Йә, ҡорсаңғылар, тағы тамаҡ көтөп ултыраһығыҙмы? Әйләнгән һайын аш һоноп торорға бында Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ... Марш, урамға... Һеҙ йәтимәстәрҙе барыһы ла йәлләй бит, туйҙырһындар, ана...—Йоҡоларынан яңы тороп, ҡаҡ һикелә ултырған малайҙарҙы, ҡолаҡтарынан тотоп тышҡа елтерәтте Мәхтимә. Уның ярһыуы хаттин ашҡан бөгөн: иренә һуғышҡа повестка алып килделәр.

—Шаһатай, ишетһен ҡолағың, теге бисураларыңды берәй яры урынлаштырып кит! Уларҙы аҫрай алмайым, үҙ көндәрен үҙҙәре күрһендәр...—тип иренә лә ҡыс-ҡырып өлгөрҙө.

Шаһығәлегә повестка алып килеп тоттороуҙары булды, Мәхтимә беренсе сиратта ошо мәсьәләне күтәрҙе. Килгәнендә: «Киттем-барҙым»,—тип дау күтәргән ҡатындың, дөрөҫөндә, морон төртөр урыны ла юҡ ине шул. Шаһатайы һуғышҡа китһә, уның ҡырылмаһа-ҡырҡ туғанының береһе булһа ла килеп, малайҙарҙы ҡыйырһытаһың, сыҡ был өйҙән, тип тауыш күтәрмәҫ тимә...

—Әлләсе, ҡатын, өсәүләшеп кенә йәшәмәйһегеҙме ни? Малайҙар йылдан-йыл ҙурая... Һуғыш та күпкә бармаҫ ул...—ҡатынынан башҡасараҡ һүҙ ишетергә теләгән Шаһығәле башта нимә тип әйтергә лә белмәне.

—Таптың алйотто!—Мәхтимә, тиреһенә һыймаҫтай булып, уғата ярһыны.—Әлғәзейем-билләһи, тип ултырырға димләмәксеһеңме? Ю-ю-юҡ, мине һората барғаныңда нисегерәк һайрағаныңды оноттоңдамы ни?..

Ҡапылғара өҙөп әйтер һүҙе лә, ҡырҡа ҡарарға килер әмәле лә юҡ ине Шаһығәленең. Шулай итеп, ике улын билдәһеҙлек ҡосағына ташлап, яу юлына сығып китте һәм башҡа ҡайта алманы, бахыр…

Аталары киткәс, Рамаҙан Хәйризаманды етәкләп көн оҙайы урам ҡыҙырҙы. Төш мәлендә лә өйҙәренә ҡайтманы ике сабый, ҡайтһалар ҙа үгәй әсәләренең ни әйтерен, унан мәрхәмәт булмаҫын һиҙәләр ине шул улар. Шулай итеп, йәй буйына көн-дөҙҙәрен урман-ҡырҙар гиҙеп, ашарға яраҡлы үләндәр, емеш-еләк менән тәғәмләнеп, кистәрен кем нимә бирә—шуның менән тамаҡ ялғап өйрәнделәр. Ятыр урындары кәртә башы, мунса, ҡойма буйы ине... Кескәй ҡустыһын ҡосаҡлап, төнгө һалҡында уның дер-дер ҡалтыраныуын нисек тә баҫырға, йылытырға тырышып, уяулы-йоҡоло таң аттырыу Рамаҙан өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнде. Көҙгә табан сабыйҙарҙың хәле айырыуса ауырлашты: тәғәмләнер аҙыҡ яйы наҡыҫланды. Бөтә ауылға булған ике-өс мунса ишектәрен дә бикләп ҡуйыр булды ауылдаштары. Бер көн Хәйризаман ашарға таптырып, мыжып теңкәһен ҡоротҡас, Рамаҙан, Ҡәҙриә әбейҙең өй кәрнизенә беркетеп ҡағылған таҡтаға йәйеүле ҡаты ҡороттарынан икәүһен кеҫәһенә һалып алды ла, картуф баҡсалары артында торған мөгәзәй нигеҙенә сүгәләп, икәүләп әсе ҡорот кимерҙеләр.

—Ағай, ҡолот тәмле, ивет?—ас ҡорһағына ризыҡ төшкән Хәйризаман сабыйҙарса ҡыуанысы менән уртаҡлашырға ашыҡты.—Ҡәҙлиә инәйҙең ҡолотталы кү-үп, гел генә алылбыҙ, ялаймы?

—Былай ҙа урланыҡ инде... Инәй белеп ҡалһа, өйҙәренә яҡынлай ҙа алмаҫбыҙ әле,—Рамаҙан ололарса фекер йөрөттө...

Һәр нәмәһе иҫәпле булған, һыҡмырлығы менән дан алған Ҡәҙриә әбей, кипкән ҡороттарының теүәл булмауын абайлап, урамда, ысынлап та, дау ҡуптарҙы:

—Ҡороғорҙар, Шаһатайҙың анау ике кәп ҡорһағы сыуала ине, шуларҙың ғына аҙабы! Төртөңгөрҙәрҙе тотоп ҡына алайым әле... Мәхтейгә ни, ауыл ҡыҙырып, ләстит һатып йөрөһә, шул еткән, буралай һыйырының һөтөн һауып эсерһә лә туйындыра ала бит ошоларҙы...

—Ҡуйсы, Ҡәҙриә еңгәй, ике баш ҡат-ҡан ҡорот өсөн шул хәтле һөрәнләмә, хәйерҙән булыр. Бала ала инде, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә...—Ҡаршы урамда йәшәгән Иҙелбикә күршеһе Ҡәҙриәне тынысландырырға тырышып маташһа ла, әбей түбән осҡа табан тертәңләне.

—Ана шул бәләкәйҙән башлана ла инде... Мәхтейгә барам әле, барыһын да үҙенең төпһөҙ ҡорһағына ғына тығып ултырмаһын...

Ошо хәлдән һуң артабан ауылда кемдең нимәһе генә юғалмаһын, барын да, юғын да Рамаҙан менән Хәйризаманға япһарҙылар. Малайҙарҙы ауылдаштарының кемеһелер йәлләне, кемеһелер эттән-эткә һалып тиргәне. Бәләкәйҙән ҙур булған Рамаҙан бик ауыр кисерә ине үҙҙәренә ҡарата булған бындай мөнәсәбәтте. «Детдомға ғына бирһендәр ине лә бит беҙҙе—уны кем юллап йөрөһөн инде... Эх, әсәйем үлгәнсе, ошо албаҫты Мәхтей генә үлһен ине...»—тип уйлап ҡуйғылай ҡайһы берҙә бала аҡылы менән.

Бер көн шулай, ғәҙәттәренсә, ҡустыһы менән етәкләшеп, ауыл урамын ҡыҙырып йөрөгәндәрендә яндарына егеүле ат килеп туҡтаны.

—Сәләм бирҙек, егеттәр! Һеҙ Шаһығәленең малайҙары булаһығыҙмы?—арбанан төшкән баҙыҡ кәүҙәле ир, ихласлап ике малайҙың арҡаһынан һөйҙө.—Һеҙ мине белмәйһегеҙҙер ҙә әле: әсәйегеҙ яғынан туған тейешле Мөҡим олатайығыҙ булам, район үҙәгендә йәшәйем. Бына йомош менән килеп сыҡтым да бер юлы хәлегеҙҙе белеп китмәксе булдым…

Унан Хәйризаманға:

—Бар әле, улым, ағайың менән беҙ һөйләшкәнсә, арбала ултырып тор,—тине. Шуны ғына көткәндәй малай йылп итеп арбаға менеп тә ҡунаҡланы.

Ситкәрәк барып баҫҡан олатаһы кескәй малайға текләп тора биргәс көрһөнөп, ни әйтергә белмәй аптырап ҡалған Рамаҙанға боролдо:

—Дә-ә-ә, Рамаҙан улым, һуғыш һеҙҙе лә аяманы. Ишетеп йөрөйөм хәлегеҙҙе, тик ярҙам итә генә алмайым… Ней, Хәйризаманды ҡалай ҙа детдомға урынлаш тырырға тырышырмын, ә һиңә икенсе бер кәңәшем бар ине… Кит һин был ауылдан, донъя иркен, моғайын, үҙеңә берәй мөйөш таба алырһың…

Мөҡим олатаһы Рамаҙанға Силәбе яғында йәшәгән ҡаҙаҡтар араһына барырға тәҡдим итте.

—Киң күңелле халыҡ ул ҡаҙаҡтар. Ҡыҙыл йылғаһына ҡәҙәр берәр яйын табып, юлаусыға ултыртып ебәрешермен. Артабан шул йылға буйлап барып, Урал йылғаһына сығырһың, ғәләмәт ҙур йылға Урал һыуы. Урал буйлап үрләһәң, ҡаҙаҡ йәйләүҙәренә юлығырһың… Эшкә талымһыҙ ғына күренәһең, нисек тә берәй байыраҡ ҡаҙаҡҡа һыйынырға тырыш… Уларға эш менән ярай алырһың. Тик берүк юлыңды байҡап, алды-артыңды абайлап йөрө инде—эт-ҡош үрсене бит хәҙер…

Һөйләгәнде өндәшмәй генә тыңлап, танауын мыш-мыш тартып торған малайҙың ялбыр ҡытыршы сәстәрен яҫы усы менән ойпаланы ла, олатаһы атына ыңғайланы:

—Ярай, хуш, бирешмә, улым, һин егет кеше бит!

Мөҡим олатаһы менән булған ошо һөйләшеүҙән һуң аҙна самаһы ваҡыт үткәс, уйламағанда ҡустыһы ҡазаға тарыны: лапаҫ башынан ҡолап төшөп, күҙ асып йомғансы йән бирҙе малай. Үрге оста йәшәгән туғандарының кәртә башында төн үткәреп, таң һарыһынан уяндылар ҙа лапаҫ башынан төшөргә йүнәлгәйнеләр. Әллә яҙа баҫты, әллә аяғы берәй нәмәгә эләкте, ике метрҙай бейеклектән түбәнгә осто. Рамаҙан абайламай ҙа ҡалды хатта. Ергә төшөп, йөҙ түбән ятҡан ҡустыһын әйләндерҙе лә, ҡото осоп, артҡа сигенде—Хәйризамандың күҙҙәре шар асыҡ, ауыҙ-танауынан ҡан аға ине.

—Хәйризаман, Хәйризаман! Нимә булды һиңә?

Һыйыр һауа сыҡҡан ҡатындар, Рамаҙандың асырғанып илағанын ишетеп, йүгерешеп килеп еттеләр ҙә, ауыҙҙарын яулыҡ остары менән ҡаплап, ситкә тайшандылар.

—Илама, ҡәйнеш, ҡустың этлектәрҙән ҡотолған инде, йәне йәннәттә булһын, әйҙә, беҙгә инеп тор,—башҡаларҙан алдараҡ иҫенә килгән Разия еңгәһе Рамаҙанды етәкләп алды…

Нисек кенә йыуатырға тырышһалар ҙа ҡустыһын юғалтыу ҡайғыһын бик ауыр кисерҙе Рамаҙан. Төндәрен уяна ла, башын ҡулдарына һалып, буҫыҡҡансы илай, унан арып, тағы йоҡлап китә. Ә иртән, урам буйлап өйҙән-өйгә йөрөгәнендә, аҙға ғына онотолоп тора. Ләкин бала ҡайғыһын аңларға теләмәгән, уны «бур» итеп күргән, яйы тура килгән һайын был хаҡта үҙенә әйтергә лә тартынмаған бәндәләр ҙә юҡ түгел шул ауылда.

—Йолҡош, таң тишегенән тағы темеҫкенеп йөрөйһөңмө? Был тирәлә эҙең дә булмаһын… Йүнле бала булһаң, үҙ ҡустыңдың башына етмәҫ инең, оятһыҙ. Пшол бынан…—әсе теллелеге, һөмһөҙлөгө менән даны сыҡҡан Бәзихә әбей малайҙың битенән алды.—Яҡшы булһаң, үгәй әсәңә ярар инең, Шаһатай балаһы…

Унһыҙ ҙа күңеле болоҡһоп йөрөгән балаға был һүҙҙәр эҫе һыу менән ҡойондорғандай тәьҫир итте. Үҙҙәренең кәртә артына сығып, инде ҡыуара башлаған үлән араһына йөҙтүбән ятты ла тағы арығансы иланы Рамаҙан. Бары көн кискә ауғас ҡына бер аҙ шаңҡып тороп ултырҙы: «Китергә! Ауылда бер көн дә ҡалмаҫҡа!»

…Иртәгәһенә, әле кешеләр йоҡонан тормаҫ элек, Рамаҙан район үҙәгенә илткән саңлы юлдан атлай ине инде. Ҡайҙа, кемгә, ниндәй ниәт менән бара ул—башында тик бер генә уй: «Олатам әйткән юлды нисек тә табырмын әле, ҡаҙаҡтар араһында бындағы ише кәмһетелеүҙәрҙе күрмәм, бәлки…» Шулай, таныш булмаған, билдәһеҙ оҙон юлда күҙ йәштәрен түгә-түгә, ҡайҙа етте шунда ҡуна-ята, ни бирһәләр—шуның менән тамаҡ ялғап, ҡырпаҡ ҡар яуыуға ҡаҙаҡ ауылына барып сыҡты ул. Өҫ-башы бысранып, һиҙрәп бөткән, былай ҙа ҡара йөҙө тағы ла нығыраҡ ҡарайып ҡатҡан, йонсоған ас малайҙы ҡаҙаҡ ҡатындары ой-байлап ҡаршы алды һәм иң элек уның тамағын туйындырыу, өҫтө-башын рәтләштереү хәстәрлеген күрҙе һәм тире еҫе аңҡып торған бәләкәй генә йорт ишаратының мейес артына йоҡларға һалды…

Иртәнсәк йоҡоһо туйып уянған, бер аҙ хәл алған малайҙан, ҡалайтһа, ҡалай итеп, кемлеген, ҡайҙан килеүен төпсөндөләр. Рамаҙан да бар хәленсә аңлатырға тырышты үҙ хәлен һәм, Мөҡим олатаһы өйрәткәнсә, бер эштән дә ҡурҡмауын, ни ҡушһалар, шуны эшләргә әҙер булыуын белдерҙе. Иртәнге сәйҙән һуң, әйтеү-нитеүҙе көтмәйенсә, малайҙың йылы һыйыр тиҙәге менән ситән кәртәне һылап маташыуын, һәр йомошҡа өлтөрәп тороуын күргән ҡаҙаҡ байы, бер аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, уны үҙ янына саҡыртып алды.

—Нисә йәш була, улан, һиңә?

—Теүәл генәһен белмәйем, ун тирә-һелер…—малай башын түбән эйҙе.

—Ой-бай, бала ғынаһың шул әле… Туғандарың бөтөнләй юҡмы ни?

—Бар ҙа ул… Тик атайым да, әсәйем дә булмағас, беҙ… мин кемгә кәрәк…—Рамаҙандың күҙҙәрендә йәш тамсылары күренде. Ҡыҙғаныс, бик ҡыҙғаныс күренә ине ул был мәлдә.

Үҙе лә етемлектә үҫкән Жаныбайҙың үткер ҡарашынан ситтә ҡалманы баланың ҡиәфәте, хатта йөрәгендә йәлләү тойғолары уятты.

—Миңә уллыҡҡа килергә ризаһыңмы һуң?—байҙың был һүҙҙәрен яңылыш ишетмәнемме тип аптырап ҡалған Рамаҙан, аҙға ғына аңшайып тора бирҙе лә, һуңлап ҡуймайым, тигәндәй, иҙәнгә тубыҡланды:

—Юҡ-юҡ, бай ағай… Жаныбай ағай… Ҡыуып ҡына сығармағыҙ инде, зинһар!

Башы. Аҙағы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap