Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
17.07.2012
Хуш киләһең, изге Рамаҙан!
Untitled document

 

Мѳхтәрәм мосолмандар!

29 Шәғбан, кесе йома, 19 июль, ҡояш байыу менән Аллаһ бойорһа, изге Ҡѳрьән Кәрим индерелгән Рамаҙан шәриф айының беренсе кисе башлана. Ислам диненең биш терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен үтәү, сабырлыҡ, сәләмәтлек һәм тәрбиә айы булған Рамаҙан шәриф мѳбәрәк булһын. Ошо изге кистә йәстү намаҙынан һуң беренсе тәрәүих намаҙы уҡыла.

Тәрәүих намаҙын мәсеттәргә йыйылып йәмәғәт менән уҡыу бик оло сауаплы сѳннәт ғәмәлдер. Тәрәүих намаҙын 20 йәки 8 рәҡәғәт уҡыу ихтыярлы. Ләкин 20 рәҡәғәт сауаплыраҡтыр.

Ниәт һәм ифтар доғаһы

Ураҙа тотоусы кеше ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда сәхәр эсеп (ашап) бѳтѳргә тейеш. Шунан һуң ураҙа тотоуына ниәт итә.

Мѳмкин ғәрәпсә: «Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамаҙаанә минәл фәжери иләл мәғри-бе хаалисал лилләәһи тәғәләә».

Мѳмкин үҙебеҙсә: «Илләһи ниәт ҡылдым, бер Аллаһы Тәғәлә, үҙеңдең ризалығың ѳсѳн рамаҙан ураҙаһын тотмаҡҡа, таң беленгәндән алып ҡояш байығанға ҡәҙәр»,—тип әйтһәк, ниәт була.

Ҡояш байығас, ауыҙ асырға (ифтар ҡылырға) тейеш булабыҙ. Ауыҙҙы тоҙ һәм һыу менән асыу яҡшыраҡ һанала. Татлы емеш, бигерәк тә хѳрмә менән асыу һәйбәт. Ауыҙ асҡас: «Аллаһуммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү фәғфирлии йәә ғаффәру мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү»,—тип доға ҡылабыҙ.

Үҙ телебеҙҙә: «Эй Аллаһы, ошо ураҙамды мин Һинең ѳсѳн генә тотам, мин Һиңә генә иман килтерҙем, үә Һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә Һинең ризығың менән ауыҙымды асамын. Эй гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең әүәлге һәм һуңғы гонаһтарымды ярлыҡағыл».

26 Рамаҙан, шишәмбе, 14 август—ҡояш байыу менән, Аллаһы Тәғәлә бойорһа, ҡәҙер кисе—Ләйләтүл-Ҡадр. Пәйғәмбәребеҙ бер кѳнѳ сәхәбәләргә мѳрәжәғәт итеп: «Ҡәҙер кисен Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун кѳнѳнѳң бер таҡ кисендә эҙләгеҙ»,—тигән.

1 Шәүүәл, йәкшәмбе, 19 август—мѳбәрәк Ураҙа ғәйете. Ураҙа байрамы ѳс кѳн дауам итә.

Ошо мѳбәрәк Рамаҙан мәҙрәсәһендә алған күркәм сабырлыҡ, изгелеккә ижтиһад, гонаһтарҙан тыйылыу, үҙ-ара һәм милләт-ара татыулыҡ, белем үә ғилемгә ынтылыу һәм гүзәл әхләҡ үә тәрбиәләребеҙҙе киләһе Рамаҙанға тиклем кәметмәҫтән, бәлки ѳҫтәй-ѳҫтәй дауам итергә Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙгә насип итһен.

Ураҙа тотоу―нәфсене еңеү

Ураҙа ғибәҙәте 624 йылда Шәғбан айының 10-сы кѳнѳндә фарыз ҡылынған. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәдисендә: «Рәжәб айы—Аллаһы Тәғәләнең айы, Шәғбан айы—минең ай, Рамаҙан айы—кешеләр ѳсѳн Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк итеп бирелгән ай,»—тигән.

Рамаҙан айы—бар айҙарҙың солтанылыр, сѳнки ошо айҙа кешелеккә ебәрелгән һуңғы пәйғәмбәр Мѳхәммәд саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләмгә пәйғәмбәрлек килә һәм изге Ҡѳрьән-Кәрим тѳшѳрѳлә башлай.

Ураҙа—Аллаһы Тәғәлә тарафынан мосолмандарға бирелгән оло рәхмәт һәм ниғмәттер.

«Ураҙа беҙгә нәфсене еңергә, күңелде пакларға, хайуан сифаттарынан ҡотолорға, Аллаһы Тәғәлә менән яҡынайырға ярҙам итә, сәләмәтлегебеҙҙе нығыта. «Ураҙа ҙур һәм ауыр бер ғибәҙәттер, ләкин уны тотҡан кеше күп сауапҡа ирешер һәм эшләгән гонаһтары ғәфү ителер»,—тип әйтелә икенсе бер хәдистә.

Мѳхәммәд пәйғәмбәр: «Һәр нәмәнең зәкәте бар, кәүҙәнең зәкәте—ураҙалыр» һәм «Ураҙа—сабырлыҡтың яртыһылыр» тигән. Шулай булғас, ураҙа тотоу кешене сабыр булырға ѳйрәтә, ул кеше нәфсенең ҡоло булмай. Ураҙа кешеләрҙә шәфҡәт, мәрхәмәт һәм мохтаждарға ярҙам итеү тойғоһон уята.

Шулай уҡ ураҙа һаулыҡҡа ла файҙалы. Һѳйѳклѳ пәйғәмбәребеҙ бынан 1400 йыл элек үк: «Ураҙа тотоғоҙ, һау булырһығыҙ,»—тип бойорған. 11 ай туҡтамайынса эшләгән эске ағзаларыбыҙ был айҙа ял итә. Табиптарҙың әйтеүенсә, иң ауыр вазифаны башҡарыусы ағзаларҙың береһе бауыр. Рамаҙан айында, әгәр ураҙа тотһаҡ, һәр кѳн алты сәғәт был ағзабыҙ ял итә һәм кеше кәүҙәһендәге артыҡ зарарлы майҙар янып бѳтә.

Һәр тѳрлѳ фарыз эштәрҙе үтәү кешене Аллаһы Тәғәләгә тоташтыра һәм яҡынайта торған рәхмәттер. Аллаһы Тәғәлә беҙгә һау-сәләмәт булып изге Рамаҙан айын ҡаршыларға насип иткән, уны ғафиллек, йәғни вайымһыҙлыҡ менән үҙ нәфсебеҙгә хужа була алмайынса үткәрә күрмәйек.

Аллаһы Тәғәлә тотҡан ураҙабыҙҙы, уҡыған аяттарыбыҙҙы, биргән саҙаҡа һәм фитырҙарыбыҙҙы ҡабул ҡылып, үҙенең йәннәттәрендә осрашыуҙарыбыҙҙы насип итһә ине, Амин. Илебеҙ тыныс, тормошобоҙ бѳтѳн булһын ѳсѳн тырышып эшләүсе етәкселәребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ярҙамдарын бирһә ине.

Рамаҙан айы шәрәфәте менән йѳрәктәребеҙ иман нурында нурланһын, йорттарыбыҙ хәйер-бәрәкәт менән тулһын, үҙебеҙ рәхим-шәфҡәт эйәләренә әйләнәйек.

Рамаҙан шәриф айы мѳбәрәк булһын!

Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов,

Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсете имамы.

Хәдис-шәрифтәр

* Ураҙа—йәһәннәм уты эҫелегенән ҡалҡандыр.

* Сәхәр ваҡытында сәхәр ашын ашағыҙ, сѳнки сәхәрҙә бәрәкәт бар.

* Рамаҙан—тыйылыу айы, ураҙа тыйылырға ѳйрәтә торған ғибәҙәт.

* Рамаҙан айын тулыһынса ураҙа тотоп, Шәүүәл айында йәнә алты кѳн ураҙаны дауам итеүсе бер йыл нәфел ураҙа тотоусы сауабына ирешер.

* Рамаҙан айы бик мѳбәрәк бер айҙыр. Был айҙың башы— рәхмәт, уртаһы—мәғфирәт, ә аҙағы—йәһәннәм ғазабынан ҡотолоуҙыр.

* Бәхетһеҙлек ѳс тѳрлѳ: яҡшылыҡ эшләһәң—рәхмәт әйтмәгән, насарлыҡ эшләһәң—ғәфү итмәгән имам (башлыҡ), изгелек күрһә, шуны ергә күмгән, яманлыҡ күрһә, шуны тирә-йүнгә сәскән күршең, бергә йәшәгәндә һине рәнйеткән, һиңә хыянат иткән яртың (ирең йә ҡатының).

* Ѳс кешенең: атаһының балаһына ҡылған доғаһы, мосафирҙарҙың һәм рәнйетелгән кешеләрҙең доғаһы, һис шикһеҙ, ҡабул ителер.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap