Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
«КҮҘ МЕНӘН ҠАШ АРАҺЫЛАЙ ИКЕ ДОНЪЯ АРАҺЫ...»
Untitled document

Был күркәм шиғырҙарҙың авторы Гөлзифа Зекрей ҡыҙы Исрафилова. Ул үҙенең яҙмаларын редакцияға уңайһыҙланып ҡына индереп киткәйне. Fәҙәттә, һүҙ бәҫен тойған, күңелендәген матур итеп ҡағыҙға төшөрә белгән һәләтле кешеләр ижад итеүҙән, ижадтарын күрһәтеүҙән тартына. Тәбиғәттәре шулай уларҙың, улар әрһеҙләшә белмәй, күҙгә ташланып барырға яратмай. Гөлзифа апай ҙа шундайҙарҙың береһе.

Баймаҡ районының Басай ауылында тыуып үҫеп, Иҫәнбәтте төйәк итә, хеҙмәт юлын Ивановола туҡыусы булып башлап, килен булып төшкән ерендә һатыусы булып тамамлай. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда, үҙен ейәнсәрҙәрен үҫтерешеүгә бағышлаған. Шул уҡ ваҡытта Иҫәнбәт ауылындағы «Һандуғас» фольклор ансамблен етәкләй.

Күңелем

Һауа торошо кеүек ул

Минең күңел торошом.

Йылы һүҙ көтөп тилмергән

Йәнем тора ҡорошоп.

Ямғыр көтөп ҡорғаҡһыған

Ер кеүек минең күңел.

Ҡойоп яуған ямғыр булып

Түгел күҙ йәшем, түгел!

Аяҙытты. Ҡояш көлә,

Һирпә йылы, һирпә наҙ.

Тик бер иркә ҡараш етә:

Күңелемдә уйнай саз!

Төштә күрҙем

Эй, ғәзиз йән, онотолмаҫ,

Йәшлегем мөхәббәте!

Бөгөн һине төштә күрҙем,

Артты йөрәгем дәрте.

Fүмергә күңел күгемдә

Йондоҙ булдың,

юҡ—Алла!

Өндәремдә

күрмәһәм дә,

Төштәремдән юғалма.

Бөгөн һине төштә күреп

Йәшлектән урап ҡайттым.

Һағыштарым кәмегәндәй…

Йәшәргә тим дәрт артты.

Эшләнмәй ҡалған эшем

Баҡсамда үҫә балан.

Әсәй балан ярата, тип,

Ултыртҡан ине балам.

Балан емеше әсе…

Һеңгәнме икән уға ла

Минең түккән күҙ йәше?..

Туңған балан емеше…

Улһыҙ ҡалып

ҡаңғырыуҙан—

Эшләнмәй ҡалған эшем.

Әжәл менән күрешкәс…

Күҙ менән ҡаш араһылай

Ике донъя араһы.

Шул хаҡиҡәтте аңламай

Күпме әҙәм балаһы.

Ергә мәңгегә килгәндәй

Нәфселәнеп көн итә.

Үлеп китһә шул әҙәмгә

Ике аршын ер етә…

Бер нәмә лә алып китмәй

Үҙе менән «тегендә».

Әхирәткә әҙерлән һин,

Иртәндән, юҡ… бөгөндән.

Fәжәп инде донъяң, Аллам

Урал Мостафинға эйәреп

Fәжәп инде һинең донъяң,

Аллам!

Уйлай-уйлай йөрөйөм дә

хайран ҡалам.

Тыуҙыраһың остоҡ ҡына

рәхәт өсөн,

Рәхәтеңде күрергә мең

михнәт өсөн.

Берәүҙәрең йәшәй

һинең хикмәт өсөн,

Берәүҙәрең йөрөй

һинең ғибрәт өсөн.

Fибрәте лә,

хикмәте һынау ғына,

Fәжәйеп киң, Аллам,

һинең ҡөҙрәт көсөң!

Бигерәк тә ғәжәп

һинең донъяң, Аллам,

Йәшәй-йәшәй

ғүмерҙә лә аңлай алмам.

Аңлай алмам…

әммә һаман һине данлап,

Һине ҙурлап йәшәр

ҡолоң булып ҡалам.

Гөлзифа Исрафилова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap