Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
«АҠ ӨМӨТЛӨ АҠ ЫНЙЫЛАР— ТӨН ЙӨҘӨНДӘ АЙ ЙЫРЫЛАЙ...»
Untitled document

Шиғриәт һөйөүсе гәзит уҡыусыларҙы яңы авторыбыҙ—Рәйлә Fәлим ҡыҙы Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина менән таныштырмаҡсыбыҙ. Рәйлә Fәлим ҡыҙы Йылайыр районы һылыуы булһа, йәшәгән урыны Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районының Ҡыҙыл ауылы. Хеҙмәти ғүмерен ул ауылында шәфҡәт туташы булып үткәрә, әле хаҡлы ялда булһа ла, эшләп йөрөүҙе хуп күрә. Һөнәре буйынса әҙәбиәттән ситтә тороп, йәшәгән урынында ла үҙе әйтмешләй гел «рус теллеләр» менән генә аралашырға тура килһә лә, күңелендә бала саҡтан башланғыс алған илһам шишмәһе һис кенә лә ҡоромай Рәйлә ханымдың. Ошо йылдар ағымында ул шиғырҙар ижад итә һәм уларҙы әллә нисә дәфтәр итеп туплай. Әлбиттә, авторҙың бөтә яҙғандары ла ижади йәһәттән юғары кимәлдә булмаһа ла, уларға ул йөрәк йылыһын һалған.

Ҡартәсәйем балаҫтары

Йәйғор нуры балаҫтарҙа,

Ҡартәсәйем теҙеп һалған…

Шул һуғылған

балаҫтарҙа

Ҡартәсәйем төҫө ҡалған.

Күҙ нурҙары ептәрендә,

Ҡулдарында

уйнай орсоҡ.

Эргәһендә өйөрөлөп

Мин йөрөйөм—

кескәй ҡошсоҡ.

Балаҫтарың ҡалды инде

Ҡыҙҙарыңа бирнә булып.

Ултырамын балаҫтарға

Текәләм дә, күңел тулып.

Турғайҙарым

Ҡышҡа ҡалған

был ҡоштарға,

Миләштәргә ҡунғандарға,

Ботаҡтарҙа туп булышып

Бөршәйешеп

туңғандарға—

Бер йыр яҙҙым

турғайҙарға.

Ҡыҙыл түштәр миләш кеүек

Һалҡындарға бирешмәйҙәр,

Был ҡыштарға ҡалып улар

Әллә нигә ирешмәйҙер.

Бары тыуған ергә булған

Һөйөүҙәре ҡөҙрәтлелер.

Минең кеүек киткәндәрҙе

Ошо уйҙар йөҙәтәлер…

Ынйы сәскәләре

Аҡ мунсаҡтай

төймә-төймә

Теҙелгәндәр һабағында.

Кескәй генә ҡыңғырауҙар

Йәшел ҡыяҡ ҡабағында.

Ысыҡтарға ҡойонғандар,

Наҙланғандар ҡояшында.

Күҙҙәремде иркәләйҙәр

Сылтыр-сылтыр,

эй, ҡаршымда.

Аҡ ынйылар нәфислеге

Бар гөлдәрҙән айырыла.

Аҡ өмөтлө

аҡ ынйылар—

Төн йөҙөндә

ай йырылай.

Fүмер көҙө

Пар еләктәр төшкән

күнәгенә,

Ейәнсәрем

уйнап туя алмай.

Һөйөнөп тә ҡарап,

бәйләм бәйләп,

Ултырамын

эшем ҡуя алмай.

Балдан татлы

балам балаһы—

Fүмер көҙөн биҙәр

биҙәктер.

Балалыҡ та менән

ололоҡ ул—

Кисереше менән

игеҙәктер.

Рәйлә Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap