Сибайҙа һауа торошо:
1, 3 ° C 0 - 2 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ТОЛҠА
Untitled document

хикәйә

Мотал РӘМОВ

Аҙағы. Башы 17-18 һанда.

—Ой-ба-ай, улай уҡ ҡурҡырлыҡ һүҙ әйтмәнем, ғуй… Тор, Рамаҙан улым, егет була торған кеше бит һин, ебергә ярамай… Бар, ана, апаңды саҡыр бында,—малайҙың кисерештәрен аңлаған Жаныбай уны, юҡ йомошон бар итеп, ҡатыны янына йүгертте…

…Бына шулай, көтөлмәгәнсә хәл ителде үкһеҙ етемдең артабанғы яҙмышы. Жаныбай уны үҙ балаһылай күреп үҫтерҙе, ашатты, кейендерҙе. Үҫә төшкәс, Рамаҙан уның ер йөҙө һарыҡтарын көттө, башҡа ваҡ-төйәк эштәрен баш-ҡарҙы. Егеттең тилберлегенән күңеле булған хужа бер көн килеп уға үҙенең ҡыҙын ҡоҙаланы. Өйләнешеп, биш балаға ғүмер биреп, матур ғына йәшәнеләр улар Айзада менән, иреш-талаштың ни икәнлеген дә белмәнеләр. Әммә Рамаҙандың күңеле тыуған яғында, үҙенең тәпәй эҙе ҡалған Ҡараһаҙ ауылында ине. Ниндәй генә мәхрүмлектәр, кәмһетеү-ҡыйырһытылыуҙар күрмәһен, барыбер тыуған ер үҙенә тарта икән ул: һәр яҙ һайын түбәһе иң беренсе булып ҡарҙан әрселгән Аҡбейек тауы, үҙен аслыҡтан ҡотҡарған Ҡаршытау битләүҙәре, Базыҡай, Бикеш шишмәләре, Ҡараһаҙ буйы күҙ алдынан китмәй.

—Айзада, мине дөрөҫ аңла инде, һиңә әйтер һүҙем бар,—бер көн киске аш мәлендә, балалар тышҡа сығып, үҙ шөғөлдәре менән таралышҡас, Рамаҙан шулай тип һүҙ башланы.—Күптән йыйынһам да әйтергә ҡыймайыраҡ йөрөй инем һиңә… Үҙең дә һиҙәһеңдер, толҡа тапмайым мин был яҡтарҙа, күңелем менән тыуған яҡтарымдамын гел… Балаларға эҫенермен, уларға бауыр баҫырмын, тигәйнем дә бит, юҡ, йөрәк ғазабына улар ҙа дауа була алманы… Уйлай күрмә тағы, һине үҙһенмәй икән, тип… Барыһы өсөн дә атайыңа ла, һиңә лә бик-бик рәхмәтлемен мин. Шулай ҙа ҡайтайым мин тыуған яғыма!

Самауыр ултыртылған еҙ батмусҡа төбәлеп, тынып ҡалған ҡатынынан байтаҡ ара яуап булмағас, урынынан тороп уҡ китте Рамаҙан. Уны билдәһеҙ һорауҙар, үҙен әҙәм иткән кешеләр алдында уңайһыҙланыу тойғолары борсой ине.

—Был һүҙҙәреңде күптән көтә инем инде, Рамаҙан. «Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай»,—тигәндәре дөрөҫтөр, ахыры…—Айзада үҙенә яһаған сәйле сынаяғын ситкәрәк шылдырҙы.—Ерһенмәйһең шул, уны күҙе бар һәр кем үтә күреп тора… Ярар, мин ҡаршы түгел… Әммә үҙ балаларыңды ташлап китергә йөрәгең етерме? Һағынмаҫһыңмы уларҙы?

—Айзада… Айзадаҡайым… Кисер мине кисерә алһаң, тик һорауҙарың менән йөрәк яраларымды ғына ҡуҙғатма, миңә былай ҙа еңелдән түгел…

Яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртөп алғандан һуң, Айзада ғүмерендә беренсе мәртәбә Рамаҙандың күҙҙәренә тултырып ҡараны! Уның ҡарашында барлыҡ эске тойғолары—иренә үпкә лә, уны аңлау хистәре лә, ҡырҡ өҫтөндә генә ирһеҙ ҡалыу хәсрәте лә—барыһы ла сағылыш тапҡан ине.

—Үҙең уйлағанса хәл ит, минән кәңәш һорарлығың ҡалмаған инде… Тик балалар менән араңды ғына өҙә күрмә—улар өсөн һин дә, мин дә ҡәҙерле!.. Ул-был булып, кире ҡайтаһың икән, ишегем һәр саҡ асыҡ…

…Ҡайтты Рамаҙан тыуған төйәгенә. Ике туған ағаһының улына төштө тура. Ағаһы ла, еңгәһе лә бик ихлас ҡаршы алдылар, килгән кис үк туған-тыумасаны йыйып, оло табын ойошторҙолар. «Мин бит ҡунаҡ булыр өсөн ҡайтманым, кәрәкмәҫ, бушҡа мәшәҡәтләнмәгеҙ»,—Рамаҙандың башҡортса вата-емерә кире ҡағып маташыуын тыңларға ла теләмәнеләр хатта…

—Рәхмәт һеҙгә, ағайҡайым, еңгәйкәйем, мең рәхмәт,—иртәгәһенә мунсала бик оҙаҡ йыуынып, парланып сыҡҡан Рамаҙан күҙ йәштәре аша туғандарына алҡынып рәхмәттәрен уҡыны.—Был көндәрҙе күрмәм, тигән инем бит мин. Ауылым ҡайындарының хуш еҫле миндеге, Ҡараһаҙ йылғаһының балдай татлы һәм йомшаҡ һыуы үҙе ни тора! Һағындым мин барыһын да, хәҙер үҙемә-үҙем ышана алмайым… И-и-их, тыуған еркәйем, минән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр бөгөн…

Ҡәйнешенең ишек алдындағы йәшел сирәмгә аунап, ысынлап илағанын ҡарап торған еңгәһе лә түҙмәне, күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы:

—Ҡуйсы, ҡәйнеш… Был ҡәҙәрем дә зар-интизар булырһың икән…

—Уй, еңгәй, күрмәгән кеше генә белмәй ул… Ә күргәндәргә түҙем бирһен… Бында ҡайтышлай юлда йә ат менән, йә машина менән, күбеһенсә йәйәүләп килдем. Ҡараһаҙымдың яҡынлығын тойған һайын йөрәгем бына-бына тышҡа атылып сығырҙай булды… Юҡ, башҡаса бер ҡайҙа ла китмәйем мин йәнтөйәгемдән. Һуңғы һулышымды ошонда алырға, һуңғы ризыҡтарымды ғәзиз еремдә ейергә яҙһын инде… Мин күптән юғалтҡан һәм күпме йылдар буйы эҙләгән толҡам бына ҡайҙа булған ул!..

Каратаудың басында көш келiдi,

Көшкен сайын бер тайлак бос келiдi.

Ел-журтынан айрылған жаман екен,

Кара көзден мөлтiлдеп жас келедi…

Елiм-ай, Елiм-а-а-ай…

Рамаҙандың күргән-кисергәндәре ошо ҡаҙаҡ йырына ҡушылып, күҙ йәштәре менән бергә ағылды ла ағылды…

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap