Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
13.03.2015
УҢҒАН ҠАТЫН, ӘҮҘЕМ ЙӘМӘҒӘТСЕ
Untitled document

Fүмер үрҙәренә артылған һайын, әҙәм балаһы үҙенең тормошон, үткән юлын байҡай, һөйөнөстәрен йылмайыу, көйөнөстәрен әрнеү менән иҫкә төшөрә. Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы ағинәйе Хәсәнова Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы ла шатлыҡтарҙы ла, ҡайғыны ла кисерә.

Хисмәт ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың бала сағы Fәҙелбайҙа үтә. Әсәһе Fәбиҙә Шәрәфетдин ҡыҙы—билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Зекриә Аҡназаровтың туғаны. Олатаһын Фирҙәүес апай бик тә ябай, шул уҡ ваҡытта аҡыллы, оло йөрәкле кеше итеп хәтергә ала. Әсәһе ҡыҙҙы ҡатын-ҡыҙ белергә тейеш барлыҡ эштәргә лә өйрәтеп үҫтерә. Ә бухгалтер, келәт мөдире булып эшләгән атаһы Мөбәрәк Шәкир улы Шәйәхмәтовтан Фирҙәүес апайға теүәл фәндәргә һәләт, яуаплылыҡ кеүек сифаттар күсә. Ҡыҙғанысҡа күрә, атаһы 48 йәшендә генә мәрхүм була. Әсә биш ҡыҙы менән Беренсе Этҡол ауылына килеп төпләнә. Ошо ауылда йәш ҡыҙ үҙенең оло мөхәббәте, буласаҡ тормош иптәше Хәсәнов Хәмитйән Рәхимйән улын осрата. 1972 йылда улар гөрләтеп туй үткәрә. Килен булып төшкән гүзәл тәбиғәтле Түбәнге Яйыҡбай ауылына тәүге көндән ғашиҡ була ул. Һаҡмарға ҡаҙҙарын төшөрә, Апай та-уында еләк-емеш йыя, туғайҙа бесән саба. Фирҙәүес апай колхозда бәрәс ҡарай, клуб мөдире, социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул үҙенең ихласлығы, ябайлығы, эшһөйәрлеге менән кешеләрҙең күңеленә юл таба, уларҙың һөйөүен яулай. Ауылдаштары уның клубта үткәргән сараларын әле лә һағынып иҫләй, үҙе ҡараған апайҙар һәр саҡ ҡунаҡҡа көтөп тора. Әүҙем ҡатын бер йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай: ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була, ауыл Советына ике саҡырылыш депутат итеп һайлана. Әле Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы ауылда староста, «Ағинәйҙәр» клубы ағзаһы, «Һаҡмар һандуғастары» ансамбле йырсыһы, ауылда үткән барлыҡ сараларҙы ойоштороусы. Үҙе кеүек әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар менән Апай шишмәһен ҡарап, таҙартып тороуҙары оло хөрмәткә лайыҡ.

Хәмитйән ағай менән Фирҙәүес апай биш балаға матур тәрбиә, белем биреп үҙаллы тормош юлына баҫтырҙы. Хәҙер ике ҡыҙҙары, өс улдары ла һөнәрле, ғаилә-ле. Ҡыҙғанысҡа күрә, ғаилә башлығы иртә мәрхүм була. Фирҙәүес апай ҡайғыһынан бөгөлөп төшмәй, балалары хаҡына йәшәй һәм эшләй. Уңған ҡатындың яңы өй һалып сығыуы ауылдаштарында һоҡланыу һәм хөрмәт уятты. Егәрле, уңған еңгәй һәм килен баҡсаһында мул уңыш үҫтерә, тиҫтәләп ҡош-ҡорт, ҡура тултырып мал аҫрай. Ҡышҡылыҡҡа ул йыл да йөҙләп банка ҡайнатма, турама әҙерләй. Һәр кемгә лә ярҙамсыл, ихлас күңелле, изге йөрәкле Фирҙәүес ханымға күңел тыныслығы, һаулыҡ, оҙон, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ.

Гөлбикә Кейекбаева,

Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы китапханасыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap