Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
13.03.2015
ШӘП ИНСТРУКТОР ЭШЛӘЙ БЕҘҘӘ
Untitled document

Һәр ата-әсә балаһының сәләмәт булыуын теләй. Сөнки балалар һаулығы—милләт байлығы. Сибай ҡалаһының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында ла кескәйҙәрҙең һаулығын һаҡлауға, физик тәрбиәгә айырым иғтибар бирелә.

Балалар баҡсаһының физик тәрбиә инструкторы Дилара Урал ҡыҙы Йәнекәйева кескәйҙәрҙә спортҡа тәүге һөйөү тәрбиәләүсе, сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе педагог булараҡ абруй яулаған. Юғары категориялы педагог иртәнге гимнастика, физик үҫеш дәрестәрен,спорт байрамдарын тәрбиәүи алымдар ҡулланып, ҡыҙыҡлы итеп ойоштора белеүе менән балаларҙың күңелен яулай. Логоритмик, бармаҡ уйындарына ла ҙур иғтибар бүлә. Дәрестәрен слайд, фотолар, тематик һүрәттәр менән дә биҙәй.

Билдәле яҙыусылар, шағирҙар ижадына, башҡорт, татар, рус халыҡ әкиәттәренә таянып уйын формаһында үткәргән күнекмәләре үҙенсәлекле килеп сыға. Үҙе лә ижад итеүгә әүәҫ, балалар өсөн шиғырҙар, әкиәттәр яҙа. Балалар баҡсаһындағы физик үҫеш өлкәһендә эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып «Хәрәкәттә үҫәбеҙ» исемле методик ҡулланма донъя күрҙе. Ул Дилара Урал ҡыҙының эш тәжрибәһенән сығып яҙылған. Ижадҡа һәләте уға атаһы Урал Fазиндан күскәндер. Баймаҡ районының Әхмәр ауылында йәшәгән был шәхес яҡташтарға крайҙы өйрәнеүсе, тарихсы булараҡ киң билдәле ине.

Дилара Урал ҡыҙы тормош иптәше Зөлфәт Химмәт улы менән егерме йылға яҡын татыу ғүмер итә. Арҡайым ҡасабаһында ҙур итеп йорт һалдылар. Улдары Илфат мәктәпте тамамлап, һөнәр алып йөрөһә, ҡыҙҙары Зөлфиә ата-әсәһенә ярҙамсы булып үҫеп килә.

Бер аҡыл эйәһе, ысын ижадсы маҡсатты үҙ кимәленән юғарыраҡ ҡуйырға өйрәнергә тейеш, тигән. Көслө ихтыярлы Дилара Урал ҡыҙы һәр эштә баҫҡыстың иң юғарыһын маҡсат итеп ҡуя. Янында ныҡлы терәк-таяныстың булыуы, эшеңде дауам итеүсе киләсәгеңдең үҫеүе иң бейек үрҙәрҙе яуларға илһамландыра, ҡанатландыра.

Рәзифә Иҙрисова,

Сибай ҡалаһының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap