Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
13.03.2015
«СӘС ҮРЕРГӘ ЯРАТАМ...»
Untitled document

 

Сираттағы геройымды Интернетта, социаль селтәрҙә осраттым. Ул йәш кенә ҡыҙыҡай, мәктәп уҡыусыһы ғына әле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның үҙ «бизнесы» бар. Ҡуйсы, мәктәп уҡыусыһының был ҡулынан килмәй, тип әйтергә ашыҡмағыҙ!

Дилә Рысембәтова—Хәйбулла ҡыҙы. Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә белем ала. Ул үҙенең һабаҡташтарынан алдынғы ҡарашлы, аҡыллы, тос фекерле булыуы менән айырылып тора. Ҡыҙыҡай 1-се кластан бейеү менән шөғөлләнә. Тәүҙә «Йондоҙсоҡ» ансамбленә йөрөһә, хәҙер «Сиҙәм» халыҡ ансамбле ағзаһы. Бейеүгә маһир булыуы уға күп кенә төбәктәрҙә булырға, конкурстарға ҡатнашырға мөмкинлек биргән. Диләгә бигерәк тә Санкт-Петербург ҡалаһында уҙғарылған Һабантуй байрамында сығыш яһау оҡшаған. «Байыҡ» республика бейеү конкурсында өсөнсө урын алыуҙарын да ғорурланып һөйләй. Үҙенең уҡыуына етди иғтибар бүлгән ҡыҙ шаянлыҡ буйынса ла алдырмай. Ул мәктәптең КВН командаһында уйнай.

Мәҡәләбеҙ геройы Дилә йәнә оҙон сәстәргә ғашиҡ! Эйе, эйе. «Оҙон сәс күрһәм, үргем килә лә китә»,—тип көлә ул. Тик был уйын эш түгел. Ҡыҙыҡай был ғәҙәтен «бизнес»ҡа әүерелдереп бара. Уҙған йыл йәйге лагерҙа ял иткәндә класташы Дианаға ҡыҙыҡ күреп прическа эшләп ҡарай. Был уға оҡшап ҡала һәм ул аҙаҡ һеңлеләренең сәсе менән булыша башлай.

—Ильвина менән Ләйлә һеңлем—минең төп моделдәрем. Тәүҙә уларҙы илата-илата эшләй инем, хәҙер үҙҙәре минең артымдан йүгереп йөрөй. Ҡунаҡҡа апай-ҙарым, һеңлеләрем килһә, сәстәрен үреп йөҙәтеп бөтәм. Берәй яңы прическа күреп ҡалһам, яҡындарымда, класташ ҡыҙҙарҙа мотлаҡ «эксперимент» үткәрәм. Был шөғөлөмдө белеүселәр яйлап миңә үҙҙәре үтенес менән килә башланы. Кемгәлер туйға барырға, кемгәлер юбилей кисәһенә... Баш тартманым, ҡыуанып ризалаштым. Был миңә тәжрибәмде арттырырға булышлыҡ итте. Яйлап клиенттар араһында йәш кәләштәр күбәйә башланы. Кемдәрҙер өйгә килә, ҡайһы берәүҙәренә үҙем барам, икенсе ауылда йәшәүселәргә атайым машинала алып бара. Көнөнә 2-3, ҡайһы саҡ унан да күп кешегә прическа эшләргә тура килә. Бигерәк тә аҙна аҙағы тынғыһыҙ. Сөнки туйҙарҙы, байрамдарҙы йома, шәмбе көнө уҙғаралар. Әлбиттә, бар көсөмдө прическа эшләүгә генә бүлеп булмай, мин бит уҡыусы ғына, уҡыуҙы ҡалдырырға ярамай. Ә инде клиенттар биргән аҡсаға үҙемә кәрәк-яраҡ, прическа эшләүгә кәрәкле әйберҙәр һатып алам. Шуны әйтер инем: минең төп маҡсат—аҡса эшләү түгел, прическа яһау хобби ғына,—ти ҡыҙ.

Тырыш һәм аҡыллы, ныҡышмал һәм сос Дилә киләсәктә һөнәре буйынса кем булырын әле белмәй, әммә профессияһы мотлаҡ ҡатын-ҡыҙ матурлығына бәйле буласағын төҫмөрләй. Оҙон һәм ҡупшы сәстәргә ғашиҡ сибәркәйгә уңыштар теләп ҡалайыҡ!

Р. Усманова.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap