Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
13.03.2015
БӘХЕТЛЕ ӘСӘ, ӨЛГӨЛӨ ТӘРБИӘСЕ
Untitled document

Миңә «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» исемен йөрөткән тәжрибәле тәрбиәсе менән эшләү бәхете тейҙе. Шәүрә Шамил ҡыҙы—беҙгә, йәштәргә, һәр яҡлап өлгө.

Шәүрә Йосопова сығышы менән Әбйәлил районы Тәпән ауылынан. Бәләкәй саҡта ул йыш ҡына уҡытыусы булып эш-ләүсе туғандарына ҡарап, һоҡланып: «Эх, үҫкәс мин дә улар кеүек булһам, балалар менән эшләһәм ине»,—тип уйлай. Был теләге Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгән, күрәһең. Ул ошо юҫыҡта белем алып, хеҙмәт юлын Магнитогорск ҡалаһында башлай. 1985 йылда Сибай ҡалаһының «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһына килә. Ошо мәлдән әлеге коллективҡа һәм эшенә тоғролоҡ һаҡлай.

—Төп эшемде халыҡ педагогикаһына, фольклорға таянып башҡарам. Үҙем өләсәйҙәр тәрбиәһе күреп үҫкәнгәме, был йүнәлеш миңә еңел бирелә. Һәр баланың яйын табырға тырышам. Тәрбиәләнеүселәрем араһында әлеге көндә төрлө өлкәлә эшләүселәр бар. Улар миндә ғорурлыҡ уята. Йылдар үтһә лә улар менән, ата-әсәләре менән бәйләнеш өҙөлмәгән. Минең ҡулда тәрбиәләнеүселәр хәҙер инде балалар баҡсаһына үҙ балаларын алып килә,—тип йылмая коллегам.

Балаларҙы һәр яҡлап үҫтерергә, уларҙың һәләтен асырға, күңелдәренә хеҙмәт тәрбиәһе һалырға тырышҡан Шәүрә Шамил ҡыҙы бәхетле ҡатын да. Тормош юлдашы Салауат Шәрифйән улы менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Улдары Рөстәм үҙ ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Дилә—Сибай ҡалаһында.

Беҙҙең, тәрбиәселәрҙең, эше ауыр ҙа, ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та. Ошо хеҙмәткә үҙенең бар ғүмерен бағышлаған коллегама сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләп ҡалам.

Нурзилә Һөйәрғолова,

Сибай ҡалаһының «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap