Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
13.03.2015
ТӨП ГЕРОЙҘАР—ЙЫЛАЙЫРҘАН
Untitled document

26 февралдә Башҡортостан кинотеатрҙарында «Әсә» фильмының премьераһы прокатҡа сыҡты. Әлеге көндә ул Сибай ҡалаһының «Мир» кинотеатрында үҙ тамашасыларын ҡыуандыра, һоҡландыра, тетрәндерә, уйландыра. Ысынлап та, башҡорт телендә сыҡҡан кино оло баһаға лайыҡ. Уның режиссеры—яҡташыбыҙ, Хәйбулла районы егете Айнур Асҡаров. Сценарий авторы—Шәүрә Шәкүрова. Әйткәндәй, фильмдың йәш геройҙары—игеҙәк малайҙар ҙа беҙҙең төбәктән. Йылайыр районында тыуып, әле шунда буй еткереүсе Айгиз һәм Нургиз Такаловтарҙы беҙ Сибай кинотеатрында осраттыҡ һәм ҡыҫҡа ғына әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Егеттәр, һеҙ был киноға нисек барып эләктегеҙ?

Нургиз: Әсәйебеҙ радионан киноға кастинг иғлан итеүҙәрен ишеткән. Беҙ Сибайға килдек. Барлығы ете игеҙәк үҙ көсөн һынарға йыйылған ине. Айнур ағай беҙгә текст бирҙе лә, һәр беребеҙгә һөйләп күрһәтергә ҡушты. Һөҙөмтәлә, беҙҙе һайланылар.

—Киноға төшөү ауыр булдымы?

Айгиз: Эйе. Ролгә инеп китеү ҡыйын булды. Һуңғараҡ өйрәнеп алдыҡ. Фильмды Бөрйән һәм Нуриман райондарында төшөрҙөләр.

—Иң иҫтә ҡалған эпизод?

Айгиз: Соҡорға ҡолап төшкән эпизод.. Был иң иҫтә ҡалғаны ла, иң ауыры ла булды.

—Ә быға ҡәҙәр ҡыйыулыҡ талап иткән берәй сарала ҡатнашҡанығыҙ бар инеме?

Нургиз: Беҙ бәләкәй саҡтан бейеү менән шөғөлләнәбеҙ. Fаиләбеҙ менән «Байыҡ» конкурсында ҡатнашҡайныҡ. Йәнә кикбоксинг түңәрәгендә шөғөлләнәбеҙ.

—Кинола күп эпизодтарҙа һеҙ һыйышмай китәһегеҙ. Тормошта ла шулаймы?

Айгиз: Була инде ундай хәлдәр (көлә). Шаярып та, талашып та китәбеҙ (тағы көлә).

—Ә үҙегеҙҙе ҙур экрандарҙа күреү нисек?

Нургиз: Ҡыҙыҡ. Киноны төшөрөп бөткәс тә еңеллек кисерҙек. Туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ киноны ҡарап беҙҙе маҡтай. Фильмды оҡшаттылар.

—Үҙегеҙ фильмды тәү тапҡыр ҡайҙа ҡаранығыҙ?

Нургиз: Өфөлә ҡараныҡ. Фильмдың премьераһына саҡырғайнылар.

—Киләсәктә үҙегеҙҙең яҙмышығыҙҙы киноматография менән бәйләргә уйламайһығыҙмы?

Айгиз: Әллә, әлегә был хаҡта уйлағаныбыҙ юҡ.

—Тамашасыларға ни әйтер инегеҙ?

Нургиз: Иң тәү сиратта ата-әсәйебеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ. Ә башҡалар иһә 8 Март алдынан халыҡ хөкөмөнә сығарылған был киноны байрам бүләге итеп ҡабул итһен.

—Егеттәр, рәхмәт. Киләсәктә лә һеҙгә уңыштар юлдаш булһын. Бәлки һеҙҙе тағы ла зәңгәр экрандарҙа күрербеҙ әле!

Фирғәт Мәтинов әңгәмәләште.

Һүрәттә: Айгиз һәм Нургиз Такаловтар режиссер Айнур

Асҡаров менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap