Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
13.03.2015
АУЫЛ ТОРМОШОНА ҠОТ ӨҪТӘҮСЕ
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы нимәлә? Әлбиттә, һөйөклө әсә, наҙлы ҡатын һәм үҙ эшенең оҫтаһы булыуҙа. Минең героиням Райхана Булатоваға ошо матур сифаттарҙың барыһы ла хас.

Беҙ был рухлы, дәрте ташып торған, эш тип янып йәшәгән мөләйем ҡатын менән бынан биш йыл самаһы элек Баймаҡ районының Билал ауылына командировкаға барғанда танышҡайныҡ. Китапханасы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатова—ауыл һәм райондың мәҙәни тормошон үҫтереүгә күп көс һалған белгес. Уны үҙ эшенең фанаты тип атаһаҡ та, хата булмаҫ. Райхана Булатованың эш кенәгәһендә бер генә яҙыу: ул 25 йыл буйына бер урында—Баймаҡ районы үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре системаһында китапханасы булып эшләй. Билал китапханаһы янында эшләп килгән аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр ҡорҙары, мәктәп уҡыусылары, ауыл йәштәре ҡатнашлығында ойошторолған мәҙәни саралар ҙа гөрләп үтә бында. Быларҙың башында һәр ваҡыт оҫта китапханасы Райхана Эдуард ҡыҙы тора. Һәр эшкә дәртләнеп тотоноп, еренә еткереп башҡарған ханым ауыл советы депутаты итеп һайлана, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2014 йылдан уның ҡарамағына күрше Һәмән ауылы китапханаһы ла тапшырыла.

Үҙ эшенә ижади ҡараусы Р.Э.Булатоваға Баймаҡта уҙғарылған китапханасылар конкурсында еңеү яулап, республикала район намыҫын яҡларға ла тура килә. Унда «Тыуған ергә һәм телгә һөйөү» номинацияһында еңеү яулай ул. Райхана Булатованың намыҫлы хеҙмәте бихисап Почет грамоталары менән билдәләнгән. Әммә иң мәртәбәлеһе—Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты.

Райхана Эдуард ҡыҙы тормош иптәше Радмир Рәфҡәт улы менән өс бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Илдар Өфөлә эшләй, ҡыҙҙары Ләйсән 9-сы класта уҡый, ә иң кеселәре—алты йәшлек Юлдаш балалар баҡсаһына йөрөй.

Эштә алдынғылыҡты бирмәгән ханымдың өйө лә балҡып тора. Булатовтар ишле мал көтә, баҡса үҫтерә, бал ҡорто үрсетәләр. Уңған ғаиләнең ауылда үҙ магазины бар. Райхана Эдуард ҡыҙы аш-һыу бешереүгә оҫта, бәйләү-сигеүгә лә маһир. Ҡыҫҡаһы, мәҡәләбеҙ героиняһы бар яҡтан да килгән, ауыл тормошона ҡот, йәм өҫтәүсе һоҡланғыс гүзәл зат ул.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap