Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ШИҒРИӘТ
Untitled document

Флүрә Низамова Әбйәлил районы Хәлил ауылында йәшәй. Ул бөтә ғүмерен йәш быуын-ға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған арҙаҡлы уҡытыусы. Әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнә, шиғырҙар, хикәйәләр яҙа. Әҫәрҙәрен китап итеп тә туплап сығарған. Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына уның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Тирә-яғыбыҙҙа барған хәл-ваҡиғаларға үҙенең мөнәсәбәтен үҙенсәлекле итеп белдергән авторҙың ҡыйыу ҙа, төртмәле лә, ифрат халыҡсан телле шиғри күстәнәсе күңелегеҙгә хуш килер, тип уйлайбыҙ.

Был донъялар ожмах икән

Ямғыр ғына яуып,

ҡурпы ҡалҡһа,

Күпереп тә үҫә бүтәгә.

Йәр һайлаһаң,

тоғро ғына булһын,

Әүрәмәһен икән бүтәнгә.

Форсаттарың тапһаң,

кил иртәгә,

Юлдар барҙыр әле түтәгә.

Һөйөүҙәрем һүрелмәһен тиеп,

Һыуҙар һибәм әле түтәлгә.

Йән һөйгәнең яндарыңда булһа,

Үкенмәҫһең ғүмер үтәгә.

Үкенмәйем әле үткәндәргә,

Үкенәмен яҙа һүткәнгә.

Йөрәк иткәйҙәре кимтелмәйҙер

Ҡәҙерҙәрен белеп тотҡанға.

Был донъялар бары ожмах икән

Аймылышмай ғына отҡанға.

Уфтанмайым юҡты юғалтҡанға,

Үкенәмен үкһеҙ үткәнгә.

Алашалар

Ерҙә—йондоҙ,

күктә—йондоҙ,

Айҙа алйып аҙашалыр.

Йондоҙ булып танылмаған

Ялҡау түгел—алашалыр.

Алашалар алдай белмәй,

Хаиндарға ярай белмәй.

Кәрәк ерҙә ҡойроҡ болғап,

Пеләш башты тарай белмәй.

Барҙы юҡ тип күҙ йомғандар

Йондоҙҙар инде күптән.

Бер яҡ ситтә тороп ҡалған

Бары хәләл көс түккән.

Түр юрған

Түбәнлеккә төшөп тә

юғары күтәрелергә була.

F.Садиҡов.

Түр юрғанын бер түрә

Үлтергәнсе маҡтаны.

Маҡтау өсөн, данлау өсөн

Ниндәй һүҙҙәр тапманы.

Йәнәһе лә, был юрғанға

Үлсәү дөрөҫ алынған,

Ҡорамалар үтә һайлап,

Зауыҡ менән һалынған.

Йәнәһе лә, төҫтәр ябай,

Әммә сағыу, килешле.

Был юрғанға бөтәбеҙ ҙә

Баш эйергә тейешле.

Түр юрғандың маҡталмаған

Бер йөйө лә ҡалманы.

Аҫалы балаҫ, аҡ кейеҙҙәр

Башын баҫып тыңланы.

Сер булды тик наҡыҫлыҡтан

Ҡорамаға ҡалыуы,

Аҫалылар билдәһен дә

Түрәгә таянып алыуы.

Баҡтыниһәң, түр юрғаны

Түрәгә түшәк икән,

Таушалып ятыуы ла—

Хисаплы иҫәп икән.

Йондоҙ итеп күтәрәләр—

Сысҡан утындай сатҡы юҡ.

Бит тә йыумай алған дандан

Бер кемгә лә яҡты юҡ.

* * *

Не отрекаются любя

Вероника Тушнова.

Мин бит ерҙә мөхәббәттең

Бар икәнен хаҡ иттем.

Таңғы ысыҡ тамсыһындай

Сафлыҡ тәмен татыттым.

Яраттың да яҡламаның—

Сафлыҡ аша атланың.

Яҙмыштың оло бүләген

Онтаҡланың, ваҡланың.

Онтаҡтарҙы йыйҙым да мин

Муйынсаҡ итеп теҙҙем.

Биҙәктәре улар хәҙер

Күңелдең түгел, күҙҙең.

Беҙҙең күңел көҙгөһөнә

Ваҡыт бирҙе баһаны.

Һине көйҙән мәхрүм итте,

Мине мунсаҡлы яһаны.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap