Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
СЕМӘРЛЕ КӨҘГӨ
Untitled document

Хикәйә

Ильяс менән Лилиәнең ғаиләһенә мин туй бүләге булараҡ килдем. Ильястың иң яҡын дуҫы Артур:

—Һеҙгә тип специально по заказу эш-ләттем. Бындай әйбер бер кем дә лә юҡ!—тип мине маҡтай-маҡтай биргәйне. Хужаларымдың күңеленә лә бик хуш килдем. Ни тиһәң дә, тирә-яғы матур итеп семәрләнгән, бер нисә кәштәһе булған ҙур көҙгө инем мин.

Йәштәр мине яңы өйҙәренең түренә урынлаштырҙылар. Ингән бер кешене яҡты йөҙ менән ҡаршылайым, сыҡҡандарын хәйерле юл теләп оҙатам. Эй, ҡыуанғайны шул саҡта Лилиә. Үткән-һүткән һайын минән күҙен алманы. Фәрит менән Фәүзиә исемле күршеләр ҙә инеп, өй хужалары менән танышып сыҡты. Шунда Фәүзиә миңә бик оҙаҡ ҡарап торҙо, семәрҙәремде тотоп, һыйпап сыҡты. Лилиәнән ҡайҙан алыуын, хатта үҙенә һатыуын да һораны. Шул көндө үк Фәүзиә миңә оҡшаманы. Юҡ, тышҡы һыны менән түгел, ә ҡара уйлы булыуы менән. Мин тик көҙгө шул, кешеләр миңә ҡарап үҙҙәренең һомғол буйҙарына, көләс йөҙҙәренә һоҡланалар. Ә бына эске донъялары ла шундай уҡ матурмы икән, шуны күрһәткем килә кешеләргә. Фәүзиә—насар уйлы, көнсөл кеше ине. Тик Лилиә быны һиҙмәне, минең телемде аңламаны.

Йылдар үтте. Fаилә йәме булып кескәй Сөмбөл тыуҙы. Лилиә хәҙер күпселек ваҡытын өйҙә үткәрҙе, ҡыҙын ҡараны. Уңған хужабикә лә ине ул. Бер минут эшһеҙ ултырманы. Минең дә өҫтөмә саң ҡундырманы. Йомшаҡ ҡулдары менән битемде йыуыуына эй ҡыуана инем. Бар өйгә ҡояш нурҙарын балҡытып, Лилиәгә рәхмәттәр уҡыйым. Ә ул, ҡояш нурҙарының күҙенә сағылыуынан, яғымлы тауышы менән өйгә йәм өҫтәп сыңлап көлә...

Бына шулай, был өйҙәге һәр ваҡиғаны өнһөҙ генә күҙәттем. Ҡайһыларын иң беренсе булып күрҙем, ҡайһыларын минән башҡа бер кем дә күрмәне. Кескәй Сөмбөлдөң бер йәше тулып килгән сағы. Ата-әсә ҡыуанысы булып үҫеп килә. Шулай бер көндө әсәһе аш бүлмәһендә саҡта ҡыҙсыҡ ике аяҡҡа баҫырға тырышты. Баҫты, тик сайҡала-сайҡала кире ҡоланы. Бирешмәне, кире торҙо, тағы ҡоланы. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Ҡыҙ баланың ҡара тырышлығына һоҡланып, йылмайып ҡарап торҙом. Сираттағы аяҡҡа баҫыуына уға ярҙамға килдем. Миңә тотоноп бер нисә аҙым яһағас, шатлығынан бер нисә бөртөк тешен күрһәтеп, көлөп ебәрҙе. Шулай, Сөмбөлдөң тәүге аҙымдарын яһауын иң беренсе булып мин күрҙем...

Кеше көнсөллөгө шул тиклем дә яман икән. Фәүзиә күршеләренең бәхетле, етеш тормошон күрә алманы, нисек тә булһа донъяларына аяҡ салырға маташты.

Бер кис Лилиәгә ниндәйҙер йомош менән инеп сыҡҡан булды. Ильястың һаман эштән ҡайтмауын күргәс:

—Беҙҙең ирҙәр бергә эшләй бит. Минең Фәрит күптән инде ҡайтты, ә һинеке ҡайҙа икән?—тигән булды.

—Эше бөтмәгәндер йә машинаһы боҙолғандыр,—тине Лилиә тыныс ҡына.

—Һин улай еңел уйлама. Кем белә ирең ҡайҙа икәнлеген. Һин йомшаҡһың. Ә ир-ҙәрҙе бына ошолай тотор кәрәк,—тип ҡулын йоҙроҡҡа төйнәне.

Лилиә артыҡ иғтибар бирмәне Фәүзиәнең һүҙҙәренә. Ильясҡа ышана ине ул, шуға эштән һуң ҡайтыуына бәйле артыҡ һорауҙар биреп йонсотманы. Тик Фәүзиә генә тынысланманы. Көн һайын тигәндәй инеп, ҡотҡо һалыуын дауам итте. Бер көн килеп ғаилә бәхетенә тағы ағыу һипте.

—Лилиә, һиңә әйтәм, ниңә өйҙә генә тик ултыраһың? Ана, эшкә йәш ҡыҙ килгән, ти, Фәрит. Уның матурлығына бөтә ирҙәрҙең һушы китә, ти. Ильястың бүлмәһенән сыҡмай, ти. Ә һин бында бер ни белмәй тик ултыраһың. Бар эшенә, күр, һөйләш.

Түҙмәне шунда Лилиә. Сөмбөлдө Фәүзиәгә ҡалдырып, ире эшләгән ергә китте. Тик уның йәш ҡыҙ менән ҡалаға ниндәйҙер эш буйынса китеүҙәрен әйткәндәр икән. Лилиә бошоноп ҡайтып инде. Фәүзиә тағы ла ҡотҡо һалды:

—Һин, Лилиә, уны инәлтеп ал. Бер аҙ ваҡытҡа ата-әсәйеңә ҡайтып тор. Шунда Ильяс аңлар кемде юғалтыуын, килер артыңдан, килер,—тип күндерҙе.

Лилиә әле йәш ине шул Фәүзиәнең мәкерле уйын аңларға. Кейемдәрен төйнәп, Ильясҡа тәғәйенләнгән хат яҙып, минең алдыма һалды ла Сөмбөлө менән ата йортона юлланды. Шунда, әйтерһең дә, өйҙөң йәме, ҡото ҡуша сығып киттеме ни, йорт бушап, ҡараңғыланып ҡалды...

Кискә эштән Ильяс ҡайтты. Өйҙә кәләше менән ҡыҙы ҡаршы алмағас, аптырашта ҡалды. Минең алдымда ятҡан хатты уҡыған саҡта йөҙө ҡарайҙы, ҡаштары төйнәлде. Йәне көйөүҙән бар асыуы менән минең өҫтөмә һуҡты. Шунда ҡо-йолоп төшөрмөн тип уйлағайным, юҡ, бер мөйөшөм генә сатнап ҡуйҙы.

Икенсе көн эшкә барманы Ильяс. Ары йөрөнө, бире йөрөнө, йөҙөнән асыу китмәне. Түҙмәй сығып китте. Кискә өй ишегенән Ильяс ҡыҙы Сөмбөлдө күтәреп, Лилиәне етәкләп килеп инде. Йөҙҙәре шат, тик Лилиәнең ҡараштарында ғына ниндәйҙер ғәйеп һиҙелә ине.

Сәй табыны артында ғаилә ағзалары оҙаҡ һөйләште.

—Лилиә, һин ишеткән хәбәр бөтөнләй дөрөҫ түгел. Кеше һүҙен тыңлама. Мин бит туй көнөндә, һине ғүмерем буйы яратасаҡмын тип, ант иттем. Һинән башҡа миңә бер кем дә кәрәкмәй. Fүмер юлыбыҙҙа төрлө ауырлыҡтар, кәртәләр булыр, шуның өсөн беҙ ҡулға-ҡул тотоношоп, уларҙы бергә үтергә тейешбеҙ. Шул осраҡта ғына беҙ ғаиләбеҙҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Улай өйҙән сәбәпһеҙ бер ни аңлатмай сығып китеү—бала-саға холҡо.

—Fәфү ит, Ильяс. Күрше Фәүзиә апай аңымды бөтөнләй томаланы. Нимә уйлағанмындыр, белмәйем,—тип башын аҫҡа эйҙе Лилиә.

—Ярай, үткән—бөткән инде. Мине ҡалаға эшкә саҡыралар, кәләш. Теге көндө ҡалала яңы килгән ҡыҙҙы минең урынға ҡалдырыу мәсьәләһе ҡаралғайны. Һиңә лә яйлап эш табылыр, Сөмбөлдө лә балалар баҡсаһына бирербеҙ. Әйҙә, яңы тормош башлайыҡ,—тине ғаилә башлығы.

Икенсе көн кейемдәрҙе төйнәй ҙә башланылар. Шунда Фәүзиә килеп инде.

—Нисек инде, Лилиә, ҡалаға китәһегеҙ? Шулай тиҙ ғәфү иттеңме? Улай ярамай. Һин бына мин әйткәнсә эшлә әле...

—Юҡ, Фәүзиә апай, һеҙҙең кәңәштәрегеҙ миңә башҡа кәрәкмәй,—тип ҡырҡа бүлдерҙе Лилиә.—Һеҙҙең ялған хәбәрегеҙ арҡаһында беҙҙең ғаилә тарҡала яҙҙы. Әле Ильяс эштән ҡайтмаҫ элек, беҙҙең өйҙән сығып ҡалыуығыҙ хәйерле.

Ҡоро һөйләште Лилиә был юлы. Бындай ҡаршылыҡты көтмәгәйне Фәүзиә. Бер минутҡа ни әйтергә белмәй юғалып ҡалды.

—Ҡалай эре һөйләшкән була әле ул. Хотела как лучше, ну ладно,—тип сығыу яғын ҡараны.

Кискә бөтә әйберҙәр төйнәлеп, бер ергә урынлаштырылды. Ҡара толомдарын тарап торған саҡта Лилиә сатнаған еремде күреп ҡалды.

—Ильяс, ҡарале, көҙгөнөң бер мөйөшө сатнаған бит. Ни эшләтәбеҙ?

—Ҡалдырабыҙ инде. Уны хәҙер нимә тип алабыҙ. Яңы тормош башлағас, иҫкеһе бында ҡалһын.

—Шулай ҙа ул, тик ҡалдырып китеүе лә йәл бит. Ни тиһәң дә, беҙҙең ғаилә барлыҡҡа килгәндән алып бергә. Үҙе бер өй йәме булып тора.

—Ярай, ҡарарбыҙ, кәләш. Иртәгә машина менән әйберҙәрҙе ташый башлаясаҡмын.

Иртәнсәк, Ильяс әйберҙәрҙе ташығансы, беренсе ғаилә ғауғаһынан барлыҡҡа килгән ярамды Лилиә оҫта уңалта алды. Уңған кеше ҡайҙа булһа ла юғалмаҫ. Сатнаған еремә үҙ ҡулдары менән сәскәле биҙәк яһап, ямап та ҡуйҙы. Әле үҙен иҫләтеп, һулҡылдап торған ярама дарыу һалдылармы ней!

Яңы өйгә урынлашҡандан һуң Лилиә мине тағы бер ҡат йыуып таҙартҡас, ҡояш нурҙарын уның йөҙөндә уйнатып, рәхмәтемде белдерҙем. Ә хужабикә көлдө, сыңлап көлдө. Fаилә бәхетен һаҡлап ҡала алыуға ҡыуанды ул...

Гөлфирә Исхаҡова,

БДУ-ның Сибай институты студенткаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap