Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
«СИБАЙ» ШИФАХАНАҺЫ СӘЛӘМӘТЛЕК ӨЛӘШӘ
Untitled document

Сибай ҡалаһында оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килеүсе «Сибай» шифахана-профилакторийы тураһында белмәгәндәр һирәктер. Ҡаланан 1-2 саҡрым ситтәрәк, экологик яҡтан таҙа ерҙә урынлашҡан был ял йорто йыл әйләнәһенә ял итеүселәрҙе ҡабул итә. Бөтә уңайлыҡтары булған шифахана-профилакторийҙы бигерәк тә оло йәштәгеләр үҙ итә.

Бөтә Урал аръяғы райондарынан килгән олатай-инәйҙәр бында рәхәтләнеп ял итә, һаулыҡтарын нығыта. Өлкән йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 55 йыл эш стажы булған табибә Фәүзиә Fәйфулла ҡыҙы Баязитова ҡарай. Ул тәүҙә ял итеүселәрҙең һәр береһе менән яҡындан таныша, һаулығының торошон тикшерә, аҙаҡ инде кәрәкле профилактик һәм дауалау саралары тәҡдим итә.

—Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының бер нисә бүлегендә өлкән йәштәгеләрҙе дауалау өсөн паллиатив койкалар бар. Бында күберәк онкология һәм хроник сирҙәр менән яфаланыусыларҙы дауалайбыҙ. Ауырыуҙарҙың хәле бер аҙ еңеләйгәс, беҙ уларға артабан «Сибай» шифахана-профилакторийында реабилитация курсы үтеү мөмкинлеген тәҡдим итәбеҙ. Дауалау процедураларын шифахана-профилакторий шарттарында дауам итеү ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Элегерәк онкология сирҙәре менән интегеүселәргә шифаханаларға юл ябыҡ булһа, әле был категорияға ҡараған ауырыуҙарға ла юлламалар бирелә. Кем дә кем сәләмәтлеген бер аҙ нығытып, тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләй, «Сибай» шифахана-профилакторийына килһен,—ти Фәүзиә Fәйфулла ҡыҙы.

Бында ял итергә килеүселәр бер ҙә үкенмәйәсәк, сөнки улар өсөн бик күп һауыҡтырыу процедуралары ҡаралған. Кислородлы коктейлдең файҙаһы бик ҙур. Спелеотерапия, йәғни «тоҙ шахтаһы» аллергия сирҙәрен бөтөрә, юғары ҡан баҫымын көйләүгә булышлыҡ итә. Физиотерапия быуындарға яҡшы тәьҫир итһә, магнитотерапия һәм ингаляция тын юлдары сирҙәрен дауалауға ярҙам итә.

Батҡаҡ менән дауалау күптәргә килешә. Ванналарҙың ниндәй генә төрө юҡ: ынйылы, ҡоро һәм углекислоталы, ылыҫлы, тоҙло…

Көн һайын дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеү ҙә үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Шулай уҡ бында ял итеүселәрҙең барыһына ла массаж курсы яҙыла. Ошо процедуралар ярҙамында өлкәндәрҙең тәндәре яҙылып, хәрәкәт-тороштары һиҙелерлек шәбәйеп китә. Бындағы йылы мөхит, медицина хеҙмәткәрҙәренең матур мөғәмәләһе ял итеүселәрҙең кәйефен күтәрә, йәшәүгә көс-дәрт бирә.

Ашнаҡсылар тәҡдим иткән тәмле аш-һыу барыһына ла оҡшай. Ял итеүселәрҙе дүрт тапҡыр ашаталар, көн һайын минераль һыу, кефир бирәләр. Йәйгеһен бында шифалы ҡымыҙҙан да өҙөлмәйҙәр.

«Сибай» шифахана-профилакторийына евроремонт эшләнгән. Фойе, коридорҙар ялтлап тора. Ял итеү бүлмәләрендә бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Ҡыҫҡаһы, бында килгән һәр кем ҡәнәғәт ҡала. «Сибай» шифахана-профилакторийында ял итергә теләүселәр иғтибарына бәйләнеш өсөн телефон: 8 (34775) 5-73-55.

Ә хәҙер һүҙ—ял итеүселәргә. Социаль юлламалар менән килеп, һаулыҡтарын нығытҡан бер төркөм инәй-олатайҙар үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Хәйерниса Әхтәм ҡыҙы Солтанғужина, Йылайыр районының Матрай ауылынан:

—Fүмеремдә тәүге тапҡыр ял итеү учреждениеһына килдем. Беҙгә биш көнлөк социаль юлламалар биреп ҡыуандырғандары өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте һәм ветерандар советы етәкселәренә рәхмәт. «Сибай» шифахана-профилакторийында изге күңелле кешеләр эшләй. Улар ярҙамында төрлө ванналар, массаж һәм дауалау процедуралары үттем. Ҡала музейына, мәсеткә һәм киноға алып барғандары өсөн айырыуса рәхмәтлемен. Мөмкинселек булһа, тағы ла бында килеп ял итергә ине, тигән ниәттә ҡалам.

Гөлйөҙөм Fәббәс ҡыҙы Рамаҙанова, Ейәнсура ауылының Сирғол ауылынан:

—Быға тиклем республиканың «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында өс тапҡыр һаулығымды нығытып ҡайттым. «Сибай» шифахана-профилакторийына тәүге тапҡыр килдем һәм ныҡ оҡшаттым. Хәҙер ҡайнымды ла ошонда килеп ял итергә өгөтләйәсәкмен. Сөнки юлламаның хаҡы арзан, хеҙмәтләндереүсе персоналдың ихтирамлы, иғтибарлы булыуы оҡшаны. Ашнаҡсыларҙың гел файҙалы һәм сифатлы ризыҡтарҙан ғына аш-һыу әҙерләүе һоҡландырҙы.

Мирғәле Әхмәтғәле улы Исламов, Ейәнсура районының Бикбау ауылынан:

—Бында килеп ингәс тә администратор ҡыҙҙың туғандарса, йылы ҡаршы алыуы иҫтә ҡалды.

Шәфҡәт туташтарының ял итеүселәр өсөн өҙөлөп тороуын күреүе—үҙе бер ҡыуаныс. Директор һәм баш табиптың беҙҙең менән ҡул биреп күрешеүҙәре оҡшаны. Бүлмәләр йылы, яҡты. Дауалау кабинеттары заманса медицина приборҙары менән йыһазландырылған. Һәр хеҙмәткәр үҙ эшен еренә еткереп башҡара. Бер аҙ һаулыҡты нығытып алғас ней, йәшәгеләр килеп китте. Был ял итеү учреждениеһы хаҡында тик яҡшы тәьҫораттар ғына алдыҡ.

Марат Сәйфулла улы Түлебаев, Иҫәнғол ауылынан:

—Беҙ бында ҡатыным Гөлнур Fиниәт ҡыҙы менән килдек. Һис шикһеҙ, ял итеү программаһының бай булыуы ла, дауалау процедуралары ла оҡшай. Ял итеүселәр үҙҙәренең һәләтен күрһәтеү маҡсатында, ҙур концерт әҙерләп күрһәтте. Беҙгә яҡшы ял бүләк итеүсе генераль директор Ратмир Айҙар улы Fөбәйҙуллин һәм баш табип Замир Рәфҡәт улы Күсәбаевтарға ҙур рәхмәт еткерәбеҙ.

Тәнзилә Йәрмөхәмәт ҡыҙы Башарова, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан:

—Биш көнлөк социаль юллама менән килгәйнем, шул тиклем оҡшаны, шуға күрә ялымды үҙ иҫәбемә тағы ла биш көнгә оҙайтырға булдым.

Альбина Таһирова.

Һүрәттә: табип Фәүзиә Баязитова өлкәндәрҙең сәләмәтлеген ҡайғырта.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap