Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
27.03.2015
ТӨҘӨГӘН ЕРҘӘ ТОРМОШ ТА ГӨРЛӘЙ
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Владимир Александрович Нагорный килде. Премьер-министр урынбаҫарының беҙҙең ҡалаға килеүенең төп маҡсаты—шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү булһа ла, ул төбәк менән танышыуҙы төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын, транспорт инфраструктураһын ҡарауҙан башланы. Владимир Александровичты Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов, башлыҡтың беренсе урынбаҫары Сергей Александрович Вейденбах оҙатып йөрөнө.

В.А.Нагорный Үҙәк майҙандағы төҙөлөштө, Индустриаль шоссе урамында ҡалҡып сыҡҡан социаль торлаҡтарҙы, мәҙрәсәне, Куйбышев урамындағы яңы йорттарҙы ситтән генә ҡарап үтһә, Таусылар проспектындағы 8/3-сө йортҡа айырым туҡталды. Хатта 4-се ҡатта йәшәүсе 16-сы фатир хужаһы ҡунаҡтарҙы өйөнә индереп, бөтә уңайлыҡтарын күрһәтеп, заманса торлаҡ төҙөп биргәндәре өсөн етәкселәргә рәхмәт тә әйтте.

Бүләков урамы башында төҙөлөп ятҡан ун ҡатлы йортҡа уҙған йылдың ноябрендә нигеҙ һалынған. Йыл аҙағында сафҡа инәсәк торлаҡ янында балалар һәм спорт майҙансыҡтары ла хасил буласаҡ.

Владимир Александрович Балалар художество мәктәбе төҙөлөшөндә ҡулланылған материалдарҙың сифаты, етештереүселәре менән ҡыҙыҡһынды. Был өлкәлә белгес булараҡ, етешһеҙлектәрҙе лә, яҡшы яҡтарҙы ла шунда уҡ күрҙе.

Алтын ҡасабаһында ҡалҡып сыҡҡан 115 урынлыҡ балалар баҡсаһында әлеге көндә биҙәү эштәре бара. Бинаға күптән йылылыҡ бирелгән, канализация, һыу ҙа үткән. Төҙөүселәр балалар баҡсаһын май айында сафҡа индерергә тырыша. «Строймеханизация» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Н.И.Бирюков яңы объектты күрһәтеп сыҡҡандан һуң, Владимир Александровичҡа Сибайҙа базальт заводын төҙөүҙә булышлыҡ итеүҙе һорап хат тапшырҙы.

Премьер-министр урынбаҫары «Сибай-Өфө» поезының эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалманы, эш маршрутына индерелмәһә лә тимер юлы вокзалына инеп сығырға форсат тапты.

—Был йүнәлештәге поезды йөрөтөүҙе тулыһынса туҡтатыу ҡаралғайны,—тине Владимир Александрович.—Әммә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов быға юл ҡуйманы.

Әлеге көндә «Сибай-Өфө» поезы ике көнгә бер мәртәбә йөрөй. Таҡ һанлы көндәрҙә юлға сыҡҡан поезға бер купе, ике плацкарт вагон тағыла. Дөйөм вагон юҡ. Тимер юл хеҙмәте менән ҡулланыусылар тап шул дөйөм вагондың кәрәклеген, шулай уҡ поездың Сибайҙан ҡуҙғалыу, баш ҡалаға барып етеү ваҡытының ҡулайлы булмауын да һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был тәңгәлдә ҡала хакимиәте етәкселеге республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына үҙ тәҡдимдәрен белдергән, яуап оҙаҡ көттөрмәҫ, тип ышанабыҙ.

Ҡала тураһында хәбәрҙар булғас, Владимир Нагорный төп эшенә—шәхси һорауҙар буйынса кешеләрҙе ҡабул итеүгә күсте. Уға был көндө 16 кеше мөрәжәғәт итте.

Премьер-министр ҡайһы бер үтенестәрҙе шунда уҡ хәл итте, ҡатмарлыраҡтарын контролгә алды.

Шәхси һорауҙар буйынса мөрәжәғәттәр араһында торлаҡ юллауға бәйлеләре күп булды. Әйтергә кәрәк, был бик ҡатмарлы үтенес. Сиратһыҙ фатир алырға теләүселәргә был эштең ҡәтғи рәүештә закондарға таянып алып барылыуы аңлатылды. Л.F.Комиссарова йылылыҡ өсөн тарифтарҙың юғары булыуына зарланды. «Квитанцияларының күсермәләрен алдыҡ, мәсьәләне төптән өйрәнәсәкбеҙ һәм яуап бирәсәкбеҙ»,—тине Премьер-министр урынбаҫары. Ер участкаһы һораусылар, уҡыу йортонда сертификация үҙәге булдырыу хаҡында ла мөрәжәғәттәр булды.

Ҡабул итеү тамамланғандан һуң Владимир Александрович урындағы гәзиттәр, телевидение журналистарының һорауҙарына ихлас яуап бирҙе.

—Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһы үҫешенә бик күп сығымдар бүленә. Яңы ҡасабаларға һыу, газ, электр уты йылдам үткәрелә. Яңы объекттар төҙөлә. Бөгөн ҡарап сыҡҡан төҙөлөштәрҙән сығып шуны әйтәм: художество мәктәптең төҙөлөш материалдары, эшселәрҙең эш сифатына һүҙ юҡ. Ә бына Алтын ҡасабаһындағы балалар баҡсаһындағы етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләргә кәрәк.

Граждандарҙы авария хәлендәге йорт-тарҙан күсереү программаһы йылдам тормошҡа ашырыла. Сибай федераль һәм республика бюджеттарынан ҙур ғына субсидиялар алып, иҫке йорттарҙан ҡотолоп бөтөп бара. Яңы торлаҡтарҙың сифаты ҡәнәғәтләнерлек. 2017 йылға ҡәҙәр дауам итәсәк программа ҡаланың йөҙөн бөтөнләй үҙгәртәсәк.

Хәҙер бөтә ерҙә лә көрсөк тураһында һөйләйҙәр, минеңсә, хәлде ҡатмарлаштырырға ярамай: республикала төҙөлөштәр гөрләй, планға алынған объекттар һалына, хатта 2015 йылдың ике айында сафҡа ингән торлаҡтың күләме былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда күберәк. Үҫеш динамикаһы бар. Бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар күрмәйем. Һәр кемгә үҙ эшен яҡшы белеп, уны намыҫлы башҡарырға ғына кәрәк,—тине һүҙен йомғаҡлап В.А.Нагорный.

Һүрәттә: БР Премьер-министры урынбаҫары В.А.Нагорный һәм ҡала етәкселәре эш сәфәре барышында.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap