Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
СИТСА КҮЛДӘК
Untitled document

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

хикәйә

Аҙағы. Башы 23-24 һанда.

Сәй-шәкәр кеүектән башҡаға сығымы юҡ Нәзирәнең. Йыл да тотонған мал аҡсаһын да, улының эш хаҡын да һалып баралар. Быларға өҫтәп майын-ҡаймағын, ит-йөнөн дә һатып ебәрә. Ауылда иң хәллеләрҙән үк булмаһалар ҙа, шулар рәтендә торғандарҙыр инде, эргә-тирәләге тәүге радиоалғыстың, телевизорҙың берәүһе Әкрәмдә булды. Унан килә егеттәрҙең күҙен ҡыҙҙырып «кәзә» матайы ла алып менде. Яңы әйбер алған һайын әсәһе улының сикһеҙ ҡыуанғанын күҙәтә лә, әллә ысынлап, әллә шаяртып: «Бының өсөн әсәйеңә бер ситса күлдәк!»—тип ебәрә. Йәнәһе артығын һорамай инде, ситсаһы ла етә. «Була, әсәй, була!»,—тип вәғәҙәләй улы. Тик урамға матайҙың арбалыһы килеп ингәндә лә, ситса күлдәк вәғәҙә көйө ҡала килә ине әле. Әйткәндәй, шул «матай» тигәндән дә бер хәтере ҡалғайны бит әле Гәүһәрҙең Нәзирәгә.

Яңы йорт күтәреп ятҡан йәй башы ине. Кинйә малайы бурала йүгереп йөрөгән еренән ҡолап төшөп аяғын һындырҙы. Район үҙәгенән әллә ҡайҙа ятҡан ауылға тиҙ ярҙам машинаһы килеп етә алмай, туғыҙ саҡрымдай ерҙә яҙғы ташҡын йылға күперен ағыҙған да, эшләп ҡуйылмаған әле. Ауырыуҙы был яҡтан үҙ яйың менән ҡаршы алып сығырға кәрәк. Гәүһәр был тирәлә башҡа техника заты булмағанын белгән-лектән, кемгәлер йөрөүҙең буш ваҡыт үткәреү икәнлеген аңлап, тура күршеһенә йүгерҙе. Уңайға яй Әкрәм дә эштән ҡайтып йыуынып ҡына тора ине.

—Әкрәм, Рәхимйән аяғын һындырҙы бит, скорыйға ҡаршы апсығырға кәрәк ине, һинән башҡа йүн юҡ был тирәлә,—тип ғазаплы ҡарашын егеткә төбәне ҡатын.

—Шулаймы, еңгә, ныҡмы?—Әкрәм ҡаушап уҡ китте.

—Ныҡ шул, бүрәнәләй булып шеште, бармаҡ менән дә тейҙермәй. Уф алла, барып еткәнсе ҡалайтып түҙҙерергә.

Шул мәл аласыҡтан һөйләнә-һөйләнә Нәзирә килеп сыҡты:

—Әкрәмемдең матайы ней, эшләмәй ултыра ла һаң, килен. Сыбыртҡылап ҡына йүгертергә машина бит ат түгел, саҡ ҡына бер нәмәһе килешмәһә лә боҙола ла ҡуя. Энәләй шөрөбө лә аҡса тора, уйынсыҡмы ни ул, һайт иткән һайын ҡыуаларға. Бар, тиҙерәк, йүгер берәйһенә!

Гәүһәр, таҫтамалын көрәктәй устарында уңайһыҙланыуҙан бөтәрләп, әсәһенә ҡаршы сығырға ҡыймай торған егеткә бер генә сараһыҙ ҡараш ташланы ла, иренең эш еренә—баҫыуға йүгерҙе. Кисә кис кенә Әкрәмдең, матайына ҡыҙҙар тейәп, күрше ауылға уйынға барып ҡайтҡанын үҙ ҡолаҡтары менән ишетеп ят-ҡайны бит.

Туҡтауһыҙ үкһегән кескәй улын итәгендә ҡыҫып тотоп, ат арбаһында һелкенә-һелкенә елдергәндә: «Инде лә ошо Нәзирә апай менән ҡатнашмам»,—тип әсенеп уйланы Гәүһәр, тик малайы гипсын систереп ҡайтып, урам буйлап сапҡанда, зеңгер-зеңгер иттереп күршеһенең тәҙрәләренә яңы ҡорғандар тегә ине инде.

Гәүһәрҙең һигеҙ балаһы бер-бер артлы мәктәпте бөтөрә торҙо, олораҡтары уҡыу йорттарын тамамлап, эшкә төштө, уларға етәләре һәр төрлө һөнәрҙәргә һабаҡтарын дауам итте. Әсәләре ялға сыҡһа ла һаман өй араһында орсоҡ шикелле өйөрөлдө лә, кистәрен әлеге теген машинаһын зеңгерләтте. Ҙурая барған балаларының кәрәктәре лә, сығымдары ла үҙҙәре менән ҡатар үҫә, әле эшләгәндәренә лә таяныс кәрәк ине шул.

Нәзирә иһә ғәҙәтенсә киске сәйҙән һуң күршеһенә инеп, уның яңы тасҡаған майын бер нисә йомғаҡҡа йомарлап, ебәрергә әҙерләп һалғанын, баш-баш ҡороттарын да айырымлағанын, киске һауын һөтөн банкаларға бүлгеләп ҡойғанын ҡарап-күҙәтеп ултыра ла:

—Йә инде, булған ғына ризығыңды килеп һыпырып әпкитә лә баралар,—ти.

—Әпкитһендәр, шуларға тип әҙерләп торам бит,—тип ихлас яуаплай Гәүһәр.

—Күмәк бала ней ҡырғын яуы һымаҡ инде. Минең Әкрәмем өйҙә генә булғас, ризығым да ситкә осмай, тәләфләнмәй.

—Ашаһындар. Балларымды туйҙырмаҫ булғас, нимә тип малға текәлеп ултырам мин. Тамаҡ йыйып ултырмаға,—тип ебәрә хәҙер инде күршеһе менән нисегерәк һөйләшергә икәнде төшөнөп алған Гәүһәр ҙә. Ул әле Нәзирәнең баҙында батман-батман йыйылып, бурһып, күгәреп бөткән майҙарының, кәрзиндәр тулышып иҫкереп ултырған йомортҡаларының, келәтендә инде ҡортлауға киткән тоҡ-тоҡ ондарының, унан ҡала берәүҙең дә хәжәтенә яҙмаған әллә күпме аҙыҡ-түлектең маҡ-сатһыҙ һаҡланыуын белеүенә төрттөрә. Сәпкә таман ғына килеп тейгән таш Нәзирәнең зитын семеттереп ебәрә лә, ул йәһәт кенә һүҙҙе икенсегә бора:

—Әкрәмемә анау касситлы магнитафун әпирҙем әле. «Әсәй, һиңә бының өсөн күлдәктең ситсаһын түгел, ефәген алып бирермен»,—тигән була. Әпирер ул, ефәген түгел, әллә ниндәйен әпирер әле, аҡсаһын ҡайырып эшләп тора, тәңкләп һалып тора…

Инде нисә йыл арауығында әлеге «ситса күлдәк» әкәмәтен ураған һайын ишетһә лә, үҙенә балаларының эшләгәндәренең дә, уҡығандарының да етер-етмәҫ аҡсаларын бүлгеләп, «кәрәкмәй, үҙегеҙҙе ҡайғыртығыҙ» тип тыйыуына ҡарамаҫтан, әленән-әле әллә ни төрлө күлдәклектәр алып ҡайтып биреп тороуҙарын өндәшмәй, әлбиттә, Гәүһәр. Бары тик:

—Һы-ы, һәйбәт инде, улай әпи-рәм тип торғас,—тип кенә ҡуя.

Колхоз карабы ҡомға терәлеп, эш хаҡы түләнмәй башлағас, уйһыҙ-моңһоҙ ғына фермаға барып-ҡайтып йөрөп өйрәнгән Әкрәм аптырап ҡалды. Эш юҡ түгел ул, эш элеккесә күп, тик хәҙер хеҙмәт өсөн аҡса ғына бирелмәй. Әкрәм, бәлки, шулай ғына йөрөр ҙә йөрөр ине, уның өсөн бит бер нәмә лә үҙгәрмәй, шулай уҡ иртән тора, ашай, китә, кис ҡайта, аунап ята, клубҡа сыға. Инде күптән утыҙҙы үтеп тә өйләнмәй йөрөүен иҫәпкә алмағанда, тамағы һыйлы, өҫтө-башы ҡараулы, күңеле көр уның. Тик бына әсәһе генә ризаһыҙ, буғай. «Буғай» ғына ла түгел, дүртенсе айҙа ла түшәк аҫтындағы төйөнсөктөң ҡалынлығы артмағас, ул бер көн, ашап алып телевизорға текәлгән улына екерә биреп өндәште:

—Былайтып ултырһаҡ, хәйерсегә әйләнербеҙ ул, ҡансама йыйған мал китер ҙә бөтөр. Ана, ирҙәр ситкә сыға бит, һин дә йөрөп кил.

—Әллә яйланып китер әле, әсәй, көтә бирәйемме,—тине лә улы, шаян ғына итеп,—минең түшәк аҫтындағы бер нисә йылға етәлер әле,—тип өҫтәп ҡуйҙы.

Был хәбәр Нәзирәгә оҡшаманы, быға тиклем ҡаты ҡағылғаны булмаған улын орошоп уҡ ташланы:

—Аҡса һурғанды түгел, өҫтәп торғанды ярата. Атаң ғошап, тапҡан ғынаңды расхутлап йәшәргә иҫәп тотаңмы әллә?! Мин һиңә Гәүһәр еңгәң түгел, әле тапҡанымды әлеге тамағыма тығырға!

…Әкрәм башта район үҙә-гендә ниндәйҙер шәхси ойошмаға ялланды, унан кемдәргәлер эйәреп ҡалаға китте, әле бер, әле икенсе урынға урынлашты, әммә түшәк аҫтындағы төйөнсөккә башҡа бер тин дә өҫтәлмәне. Хатта киреһенсә, хәҙер Нәзирә әбейгә йыш ҡына һуҡрана-һуҡрана, әлеге яулыҡ төргәгенең төйөн төбөнән яһалған тишегенә бәләкәй генә ҡулын тығып ебәреп, йөрәген әсеттерә-әсеттерә ҡыҙыллы-йәшелле ҡағыҙҙарҙы тартып сығарып, улына биреп ебәрергә тура килә ине. Ураған һайын һуҡмыш ҡайтҡан Әкрәм, үҙенең һәм ҡалалағы зимагур дуҫтарының тормошон биҙәү өсөн, быуаҙ төйөнсөктө әсәһе сыҡҡан арала ла аҙ йоҡартманы. Яйы килгәндә бер-бер артлы магнитофон да, матай ҙа, хатта телевизор ҙа «ҡалаға китте». Ә инде улының һуңғы ҡайтып китеүенән һуң әлеге донъя кендеге булған төйөнсөктән дә елдәр иҫкәс, Нәзирә әбей бик ҡаты шаңҡып, аяҡ-ҡулдары ойоп-ҡатҡансы иҫәңгерәп ултырҙы…

Әкрәмдән әсәһенә бер генә хат килде. Уныһында ни яҙылғанын берәү ҙә белмәҫ тә ине инде, һуңғы ваҡытта күҙҙәре үтә лә насарайып киткән Нәзирә ҡарсыҡ уны үҙе Гәүһәргә алып инде. Әкрәм ҡыҫҡа ғына хатында бер нисә йылға сит илгә эшкә китеүен һәм әлегә уны көтмәүҙәрен сыймаҡлаған да, аҙаҡтан «Әсәй, үпкәләмә, ҡайтҡанда үҙеңә йылҡылдап торған күлдәклек алып ҡайтырмын, Гәүһәр еңгәнән бына тигән итеп тектереп кейерһең»,—тип тамамлап ҡуйған. Был юлдарҙы тыңлағанда Нәзирә ҡарсыҡ: «Эй, балаҡайым, миңә ситсаһы ла ярар ине инде»,—тип илап ебәрҙе.

Һуңғараҡ Гәүһәр ҡалалағы балалары аша Әкрәмдең бер ҙә сит илгә түгел, ә шешәләштәре менән эш урынынан төҙөлөш материалдары урлап һатҡан өсөн сәнскеле тимер ҡоймалар артына оҙатылыуын ишетте. Тағы ла бер нисә йылдан телдән-телгә күсеп килгән «сыҡҡан да тағы ла ултырған икән» тигән хәбәрҙәр өҙөлөп-йолҡоноп, ярым-йорто булып ҡолаҡтарға салынып китте.

* * *

Әкрәм менән күрешкәндән һуң бер нисә көн нисектер ауырыған шикелле аңҡы-тиңке килеп йөрөнө Гәүһәр. Әйтерһең дә, уның аҡлы-зәңгәрле генә болот-күңелен ауыр таш менән баҫырып ҡуйғандар ҙа, ул осоуҙан, күккә күтәрелеүҙән мәхрүм. Етмәһә участка милиционеры килеп: «Әкрәм ағай ауылда булған тейҙәр, һеҙгә инмәнеме, ул туберкулезниктар бальнисынан ҡасҡан»,—тип, былай ҙа һағайып торған йәненә икеләтә шом һалды. Башта әйтергә тип ынтылғайны ла, нимәлер тотто үҙен, бары һуҙа биреп кенә: «Әллә- се-е…»—тип ҡуйҙы. Унан, милиция егетте оҙатып ингәс, ҡапыл ғына бер ҡыйыу ҡарарға килгәндәй булып, ҡараштары асылып, баҙыҡ хәрәкәттәр менән эшкә кереште ул. Шифоньерының өҫкө бүлегенән теге Әкрәм ҡалдырып киткән күлдәклекте килтереп сығарып, иҙән уртаһындағы балаҫына йәйеп ебәрҙе. Иҙәнде сәскәле болон итеп япҡан тауар өҫтөнән аҡбур менән ҡат-ҡат йөрөтөп, тирләп-бешеп һыҙмалар төшөрөп алды ла, өйрәнгән оҫта ҡулдарында оло ҡайсыларын ялт-йолт уйнатып, күҙ асып-йомғансы ҡырҡҡылап та ташланы. Унан машинкаһын тигеҙ генә көйгә көйләп алып зеңгер-зеңгер тегергә ултырҙы.

Был төндө Гәүһәрҙең зәңгәр ҡабаҡлы урам яҡ тәҙрәләре күҙ ҙә элмәне. Шулай уҡ әлеге зеңгер-зеңгер иткән тәгәрмәстәргә лә ял теймәне. Сөнки хужабикәләре, элекке нужа мәжбүр иткән замандарҙағылай, ә бәлки илһамланып, хисләнеп, туҡтай алмай ижад иткән оҫталай, баш ҡалҡытмай эшләне лә эшләне.

Йәйге салт ҡояш ҡыҙыл уҡтарын тау артынан яңы ата башлағанда, Гәүһәр, ҡасандыр һоро таҫма булып һуҙылған һуҡмаҡты юғалтырға теләп ҡоторошоп үҫкән үләндәрҙән сирҡаныс ысыҡ бөрсөктәрен ҡоя-ҡоя, ел ҡапҡа аша күрше ихатаға үтте. Һуңғы йылдарҙа тамам ҡартайып, бала шикелле үҙенә ылыҡҡан, әүрәтеүгә, йыуатыуға, иғтибарға мохтаж булып, уның килеп инеүҙәрен дүрт күҙ менән көтөп ултырыр күршеһен ятҡанында ла үҙе бағып, киткәнендә лә үҙе тәрбиәләп ҡуйғас, был бер яҡҡа ҡыйшайып ергә һеңеп барған йорттоң асҡысын да кемгә тапшырырға белмәй, ҡасандыр хужабикәһе ҡуйып йөрөгән ергә—һикәлтә эргәһендә ятҡан ҙур ялпаҡ таш аҫтына тығып ҡуйғайны. Тутланып киткән иҫке йоҙаҡты сылтыратмаҫҡа тырышып асты ла, хәлһеҙ шығырлаған таҡталарға һаҡ ҡына баҫып төп яҡҡа үтте. Унан ҡасандыр ниндәйҙер оҫта тарафынан һырлап эшләнеп, оҙайлы йылдар ағымында иҫке кейем, нафталин еҫенә ыҫланған шкафтың ишеген ҡайыра биреп асып, ҡасандыр үҙе теккән бихисап кейемдәр рәтенә өр-яңы алһыулы-зәңгәрле сағыу ваҡ сәскәләр менән биҙәлгән күлдәкте элде лә:

—Бына, Нәзирә апай, Әкрәмеңдән һиңә ситса күлдәк,—тип ҡуйҙы.

Ошо һүҙҙәрҙән һуң, әйтерһең дә, Нәзирәнең һуңғы йылдарҙа кейгән еңле-япмалы әйберҙәре кеүек түгел, ә уның бынан утыҙ-ҡырҡ йылдар әүәл яратып тектергәне—яғалары осло телләп һалынған, иркен өсмөйөш иҙеүле, ҡыҫҡа еңдәре яурындан ҡабартылған, биле билбаулап ҡыҫа бирелгән дә, итәге ҡыңғырау сәскәһе ише итеп ҡыялап төшөрөлгән күҙ яуын алыр күлдәк сағыулығы мәмерйә ауыҙындай өңө-рәйгән шкафты ла, етем булып шымып ҡалған өй эсен дә, Гәүһәрҙең, ғүмер артылыштарының ҡайһы баҫҡыстарындалыр яҡын, ҡәҙерле кешеһенә әүерелеп өлгөргән күршеһен һағынып әрнегән йөрәген дә яҡтыртып, нурландырып ебәрҙе...

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap