Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
27.03.2015
УНЫ ЗӨБӘЙЕРОВ ТИП БЕЛӘЛӘР...
Untitled document

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Зөбәйеров фамилиялы ағайҙы районда белмәгән кеше юҡтыр. Шәхсән үҙем дә уны шул фамилияһы аша шашка-шахмат буйынса шәп тренер икәнен ишетеп белә инем. Ошоға ҡәҙәр осрашып, күҙгә-күҙ аралашҡаным булмағайны. Бик итәғәтле, аҙ һүҙле кеше булып сыҡты. Ә бит маҡтанам тиһә уңыштары, ҡаҙаныштары байтаҡ.

Зөлфәр Абдулла улы сығышы менән Белорет районынан. Уның бар тормошо спортҡа бәйле. Йәш сағында бокс менән шөғөлләнгән, өс тапҡыр район чемпионы исемен яулаған. Күреү һәләте насарая башлағас, яратҡан шөғөлөнән баш тартырға тура килә. Шулай ҙа спортҡа булған һөйөүе һүнмәй. Белорет медицина училищеһында уҡыған мәлдә еңел атлетика, саңғы, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы ярыштарында ҡатнаша һәм һәр саҡ уҡыу йорто намыҫын лайыҡлы яҡлай.

Тиҙҙән уны яҙмыш еле Баймаҡ районына алып килә. Кәрешкәлә фельдшер булып эшләй, Семен мәктәбендә физкультуранан уҡыта. Ситтән тороп Силәбе физкультура институтын тамамлай. Fаилә ҡороп, ике балаға атай булғас, Әбйәлил районы Ташбулат мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә спорт донъяһына башкөллө сумып, балаларға бокс буйынса дәрестәр бирә, волейбол, футбол, хоккей майҙансыҡтары эшләтеүгә өлгәшә, ярыштар үткәрә.

35 йәшендә шахмат буйынса алыштырғыһыҙ тренерҙы Өфө районының Алексеевка ҡасабаһына эшкә саҡыралар. Бында йәшәгән һәм эшләгән осорҙа ул мәктәп уҡыусыларын әлеге йүнәлештә юғары бейеклектәргә күтәреүгә өлгәшә. Үҙенең ҡыҙы Гөлшат менән улы Илгиз Өфө чемпиондары булып таныла.

90-сы йылдар башында Зөбәйеровтар Баймаҡҡа килә. Зөлфәр Абдулла улы бар көсөн шахмат спортын күтәреүгә һала. Бына инде егерме йылдан ашыу ул кескәй баймаҡтарҙан чемпиондар үҫтерә. Элиза Дәүләтшина, Гөлшат, Илгиз һәм Илнур Зөбәйеровтар, Дамир Мортаев, Лилиә Ишмырҙина, Алмаз һәм Айнур Азаматовтар, Дмитрий Бабошкин, Линара Байымова, Роман Хәлитов, Вадим Ҡотошев, Артур Солтанғолов һәм башҡалар—уның ғорурлығы. Зөлфәр Абдулла улының уҡыусылары республика турнирҙарында, Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа урындар яулай. Шахмат буйынса республика ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе һәм әлегә берҙән-бер гроссмейстр Эльмира Хәсәнова—барлыҡ баймаҡтарҙың ғорурлығы. Ул тәүге һабаҡтарҙы нәҡ Зөбәйеровтан алған.

Һуңғы йылдарҙа З.А.Зөбәйеров шашка буйынса ла дәрестәр бирә башланы. Бының сәбәбе ябай. «Урал аръяғы райондары үҙ-ара йыш ҡына ярыштар үткәрәбеҙ. Башҡа яҡтарҙа шахмат буйынса тренерҙар юҡ кимәлендә. Шуға минең уҡыусыларға ярышырға кеше лә юҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, уларҙы шашка уйынына өйрәтә башланым»,—тип аңлата Зөлфәр Абдулла улы.

«БР мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнеүсе, «Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исемен йөрөтөүсе тәжрибәле белгес шахмат һәм шашканың баланы тәрбиәләүгә индергән ролен юғары баһалай.

—Баланы был уйынға ни тиклем иртәрәк өйрәтәһең, шул тиклем яҡшыраҡ. Шашка һәм шахмат ихтыяр көсөн үҫтерә, бер урында ултыра белмәгән балаларҙы үҙ-үҙен тоторға, тыныслыҡ һаҡларға өйрәтә. Кескәйҙәрҙең фекерләү, уйлау ҡеүәһе үҫә, иғтибарлы була башлайҙар. Сәмләнеп уйнау, еңергә тырышыу киләсәктә алға ҡуйған маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итә,—ти тренер.

Билдәле булыуынса, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты С.Ш.Мырҙабаева ярҙамы менән Урал аръяғында балалар шашка спортын үҫтереү буйынса пилот проекты эшләй. Халыҡ-ара шашка Федерацияһы етәксеһе Тамара Танһыҡҡужина һәр балалар баҡсаһында был тәңгәлдә махсус әсбап булдырыуға өлгәште. Тимәк, беҙҙең төбәктән чемпиондар сығасаҡ әле. Бының өсөн, әлбиттә, бар көсөн, тырышлығын шахмат һәм шашкаға йүнәлткән Зөбәйеров ише тренерҙар кәрәк!

Резеда Усманова.

Һүрәттә: З.А.Зөбәйеров шашкасылары менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap