Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
03.04.2015
ӘСӘ ҺҮҘҘӘРЕ КИЛӘСӘККӘ ФАТИХА
Untitled document

Янымдан башын түбән эйеп бер ҡатын сығып китте. Килеүенең сәбәбе: яратҡан бер бөртөк ҡыҙғынаһы тиң түгел ир менән йәшәй, йәнәһе. Әсә кешенең фекеренсә, уның һөйөп, ҡәҙерләп, бәпләп кенә үҫтергән балаһының тиңе һис шикһеҙ аҡсалы, урында ғына эшләгән, донъялы һәм маллы бынамын тигән ир-егет булырға тейеш. «Ә был хәстрүш түгел! Ней өйө юҡ, ней йүнле эше юҡ. Туғандары күп килеп тороп. Мин әйтте тиерһең, бер-ике йылдан кире тупһама килеп йығыласаҡ ҡыҙым, хәҙер тыңлашмаһа ла!»—тип бот сапты ярһыған ханым. Балаһына булған үпкәһе ниндәй яман һүҙҙәр әйттерә әсә кешенән! Һәм шулай буласаҡ та ысынбарлыҡта. Был ҡыҙ бер нисә йылдан айырыласаҡ хәҙерге иптәшенән, сөнки... әсәһе шуны теләне.

Эй, ҡайһы ғына әсә үҙенең йөрәк ярып тапҡан балаҡайына еңел, һикәлтәһеҙ тормош теләмәй икән?! Ҡыҙ баламды ҡыҙғанам, тип йырлап та алабыҙ бит хатта. Тик... Бындай осраҡтарҙа ғаиләлә иң мөһиме нимә һуң? Әйҙә үҙебеҙҙе ҡыҙыбыҙ урынына ҡуйып ҡарайыҡ (психологияла үҙеңде башҡа кеше урынына ҡуйып ҡарау «проецирование» тип атала). Ул баланың йөрәген һөйөү ялмаған, татлы хистәр күҙен генә түгел, хатта аңын да томалаған. Юҡҡа ғына психологтар мөхәббәтте ауырыуға тиңләмәйҙәр бит! Был ваҡытта ул бер кемде лә ишетмәй, күрмәй, аңламай. Йән һөйгәненең етешһеҙлектәренә бармаҡ менән төртөп күрһәткән кешеләр—уның өсөн дошман! Хатта ки әсәһе лә. Ҡыҙ кеше үҙе һайлаған егетен ҡабул итмәгәндәрҙән һис шикһеҙ ситләшәсәк. Ә нисек, нисегерәк йолоп алып ҡалырға һуң балаҡайҙы яңылышыуҙан, тип һорарһығыҙ. Яуап: «Бер нисек тә». Ҡыҙығыҙ ҙурайҙы, оло тормош юлына ипләп кенә аяҡ баҫа башланы. Ошо мәлдә бәлки ул албырғап аҙашып та, юғалып та ҡалыр, сөнки тәжрибәһе юҡ бит әлегә. Бер секундҡа ғына үҙ фекерегеҙҙе шик аҫтына алығыҙ: ә бәлки һеҙ яңылышаһығыҙҙыр? Бәлки ошо йәре менән генә ул ғүмер буйына бәхеткә сорналып, иркәләнеп-наҙланып йәшәр? Насиптан булмай ҡасып, ти торғайны өләсәйем. Нисек кенә булмаһын, хөрмәтле әсәйҙәр, ҡыҙыбыҙ һайлаған кешенең был донъяла уның берҙән-бер йәре, ғүмерлек пары, өләсәйҙәр әйтмешләй насибы булыуы ихтималлығын бер ҡасан да иҫтән сығармайыҡ. Һәм, ниҙәр генә булмаһын, әсәһенең яратыуын, ярҙамынан ҡалдырмауын, бик кәрәгендә уға килеп һыйынырын белеп йәшәһен ҡыҙ кеше. Ышаныслы кешең булыуын белеү уны тормош ауырлыҡтарынан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәсәк.

«Йәшәй-йәшәй генә кеше йәшәргә өйрәнә, балам, берәү ҙә белеп тыумай»,—тип йыуата торғайны мине яратҡан өләсәйем. Тағы ла уның: «Абынмаҫ ат булмаҫ, яңылышмаҫ кеше булмаҫ»,—тигәне сағылып ҡалғандай була ҡолағыма ҡай саҡ. Ошоларҙы үҙемдең өлкән ҡыҙыма ла аңлатырға тырышам хәҙер.

Киләсәкте күҙаллау бер кемдең дә хәленән килә торған эш түгел, ә бына ҡыҙҙарыбыҙға тик яҡшылыҡтар юрап, бәхеттәр, матур теләктәр теләп тороу—һәр әсәнең изге бурысы. Сөнки әсәйҙең ауыҙынан сыҡҡан һәр бер һүҙ ҡыҙ баланың тормошона, киләсәгенә фатиха булып ята. Бына шундай оло көскә эйә ул әсә һүҙҙәре, әхирәттәр!

Әлмира Исхаҡова, психолог. Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap