Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ӨСКӨЛ ХАТТАР ӨҘӘ ЙӨРӘКТЕ...
Untitled document

Сәбилә апайым тыуған ил азатлығы өсөн яуҙа башын һалған Сәмиғулла ағаһының фронттан яҙған хаттарын ҡулъяулығына төрөп ғүмере буйы һаҡлаған. Олоғайып ауырый башлағас, һарғайып, ситтәре туҙып, бөкләнгән урындары йыртылып бөткән был хаттарҙы миңә ебәрҙе.

«Фәрит, минең хәлгә килгәндә, мин иҫән-һау, бөгөн балнисҡа ятырға китәм. Һиңә ағайым мәрхүмдең хаттарын һалам. Ҡашҡарға, Зәбихулла ағайыма (минең атайыма—автор) алып барып бирерһең»,—тип яҙған ине ҡош телендәй генә хатында.

Сәбилә апайҙың үлгәненә лә 15 йыл үтеп киткән, атайым да күптән гүр эйәһе, ә миндә шанлы йылдарҙың шаңдауы, һөйәктәре ҡайҙалыр ҡалып, тупраҡҡа әйләнеп бөткән, ғүмеремдә бер ҙә күрмәгән олатайымдың ҡомартҡыһы булып ҡалған шул хаттар һаҡлана. Бына улар.

Беренсе хат. 23 сентябрь, 1941 йыл.

«Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы. Ҡәҙерле әсәйем, һиңә, ҡустым Зәбихуллаға, ҡарындаштарым Сәбилә менән Сәмсинисаға, мине һорашҡан ағай-еңгәйҙәргә һәм уларҙың өй эстәренә, барыһына ла сәләм күндереп, бер күреп һөйләшергә зар-интизар булып, һағынып ҡалыусы улың Сәмей тип белерһең. Шуның менән сәләм тамам. Инде, әсәй, һеҙҙең хәлгә килә-йек. Йә, шәп кенә тораһығыҙмы әле? Иҫән-һаумыһығыҙ, ҡустым, ҡарындаштар һәм әсәй? Ауырып-һыҙланмайһығыҙмы? Апайымдар иҫәнме? Еҙнәйем эшләйме? Ҡайҙа эш-ләй? Хат алмағас, белеп булмай. Әсәй, ашарығыҙға нисек, бармы? Һыйырығыҙ булмағас, һө-төгөҙ юҡ инде, аҙлап, исмаһам, калхуз бирәме? Мин, әсәй, ошо ике нәмә өсөн ҡайғырып тик йөрөйөм. Тағы: Зәбихулла ҡаралып, армияға китеп барһа, һеҙгә бигерәк ҡыйын була инде. Әгәр китмәһә, мин уға шуны әйтәм: ҡустым, һин аяғың һыҙлағанға справка алып ҡуй. Йәме.

Минең хәлгә килгәндә, мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм әле. Хәҙергә ауырып-һыҙланғаным юҡ. Мине уйлап ҡайғырмағыҙ, тип хат яҙыусы улың Сәмей. Хуш, һау булығыҙ. Иҫән булһаҡ, бер ҡайтып күрешербеҙ әле, һаулыҡ кәрәк, әсәй.

Ленинград өлкәһе, Волхов ҡалаһы х/ч п /я №7/I».

Был олатайымдың һуғышҡа алынып, хәрби часҡа барып урынлашҡас та яҙған иң тәүге хаттарының береһелер, моғайын, сөнки хат аҙағында: «Хат алғаныбыҙ юҡ, беребеҙ ҙә»,—тип өҫтәп ҡуйған.

Олатайым дөрөҫ һиҙенгән. Юлдыбай мәктәбенең туғыҙынсы класын тамамлап, колхозда эшләп йөрөгән 19 йәшлек Зәбихулланы октябрь башында фронтҡа алалар. Атайым уның был хатын әллә уҡып өлгөргән, әллә юҡ. Ҡартәсәйем Зөлҡәғиҙә ике ҡыҙы менән тороп ҡала. «Халыҡ дошманы» ҡатынына бындай шарттарҙа йәшәү еңелдән булмағандыр. Ауыл бәләкәй булһа ла, һинең кем икәнеңде иҫеңә төшөрөп тороусылар булмаған, тип уйлайһығыҙмы? Колхозға инергә теләмәгән ҡартатайым Хөснитдин Сибәғәт улын 1937 йылда ҡайҙалыр алып китеп юҡ итәләр. Йылдар үтеп, Сталин репрессияһы фашланғас ҡына, уның 1939 йылдың 20 декабрендә, 61 йәшендә, Йылайыр төрмәһендә мәрхүм булыуы асыҡланды.

Икенсе хат. 8 июль, 1942 йыл.

«Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.

Һаумы, мине һөйөп үҫтергән әсәйем, иң яратҡаным!!! Хөрмәтле әсәйем, һиңә мин үҙемдең йәш йөрәгемдән ҡайнап сыҡҡан сәләмдәремде ебәреп ҡалам. Инде, әсәй, һеҙҙең хәлгә күсәйек. Йә, әсәй, шәп кенә тораһығыҙмы? Мин, әсәй, ошо яңы ергә килгәс, бер юлы өс хат (көн һайын тигәндәй) яҙып һалдым, хәҙер ике ай булып килә, һеҙҙән бер хат алғаным юҡ. Аптырайым, әсәй, ул хаттар баралыр бит, нишләп яуап яҙмайһығыҙ, әллә оноттоғоҙмо? Зәбихулланың 4 хатын алдым, минең хат уға тиҙ бара, уның хаты ла миңә бер аҙнала килеп тора. Һеҙҙән үтенәм, Сәбилә, миңә урата яҙып тор, йәме. Инде минең хәлгә киләйек. Мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм әле. Имен-һаумын, ярам ҡурҡыныс түгел, ул-был нәмә юҡ. Әсәй, мине уйлап ҡайғырмағыҙ, һау булһаҡ, ҡайтырмын, түлкә һаулыҡ кәрәк, тип һеҙҙән хат көтөп ҡалам. Хуш-һау булығыҙ.

Горький өлкәһе, Муром».

Юлдыбай ауылынан Асия апай Саптарованың хәтирәләренән: «Сәмиғулланың атаһы Хөснитдин Әхмәровты 1937 йылда Шаһыбал мулла, Ҡашҡаров Сәйфулла, Сабирйән, Муса олатайҙар менән бергә алып китеп юҡ иттеләр. Әсәһе Зөлҡәғиҙә инәй минең әсәйем менән 1942 йылда йәй буйы колхоз һарығын көттө. Колхоздың мең баштан артыҡ ваҡ малы бар ине. Әсәйҙәр өйҙә башҡа эш менән булһа, һарыҡты Зөлҡәғиҙә инәйҙең кинйә ҡыҙы Сәмсиниса менән көтә торғайныҡ».

Өсөнсө хат. 11 июль 1942 йыл.

«Һаумы, мине һөйөп үҫтергән әсәйем һәм ике күҙ ҡараһы кеүек ҡарындаштарым! Әсәй, һиңә мин, әрмиец улың Сәмей, үҙемдең йәш кенә йөрәгемдән ҡайнап сыҡҡан һағынышлы сәләмдәремде ебәреп ҡалам.

Мин, әсәй, һеҙҙең июндә яҙған хатығыҙҙы алдым. Хат килгәс, үҙегеҙҙе күреп һөй-ләшкән кеүек булдым. Һеҙҙең хатығыҙ менән бергә Зәбихулланан да хәбәр килде. Ул да бик шәп йөрөйөм тип яҙа. Мин ҡустымдан бында килгәне бирле дүрт хатын алып уҡыным. Беҙ икәү шулай, әсәй, Саҡ менән Суҡ кеүек, бер-беребеҙ менән күрешмәһәк тә, хат менән һөйләшеп торабыҙ. Әсәй, ағайымдың вафатын ишетеү бик ҡыйын булды. Хаттың шул еренә барып еткәс, күҙемдән йә-шем йылға кеүек аҡты, әллә ниҙәр иҫкә төшөп бөттө. Хатта ҡыйын булды. Ярай, әсәй, йылдағы урынды тултырып картуф сәстек, тип яҙғанһығыҙ, уныһына бик ҡыуандым. Инде, әсәй, һеҙгә бер һорау: һыйырығыҙ бармы, быҙауланымы, шуны айырып яҙығыҙ йәме. Тағы, әсәй, төрлө түләмебеҙ юҡ, тигәнегеҙгә бик шатландым. Уныһы бик яҡшы. Шулай итеп мин һеҙҙең имен-һау тороуығыҙға ҡыуанып, үҙемдең хәлде белдерәм. Мин үҙем бик шәп кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм, ауырып-һыҙланғаным юҡ. Түл-ке, әсәй, шул: гелән һеҙҙе күрге килә. Һағындырҙы. Бер ҡайтып күрергә насип булһын инде. Мин һеҙҙең һаулыҡты теләп ҡалам. Хуш, һау булығыҙ. Һау булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ әле. Беҙҙең өсөн ҡайғырма, үҙ-үҙеңде бөтөрөп йөрөмә, йәме, әсәй. Хуш, хуш, һау бул, тип яҙыусы улың Сәмей.

Горький өлкәһе, Муром, п/я 109».

Сәрбиямал инәйемдең (атайымдың апаһы) һөйләгәндәренән хәтерҙә ҡалғаны: «Һуғыш осоронда аслыҡтан шешенеп халыҡ ныҡ ҡырылды. Бигерәк тә 1943 йыл ҡоро килде. Иген уңманы, үлән көйҙө, бесән әҙерләй алманыҡ. Күп кеше ҡарап торған яңғыҙ һыйырын да һуйырға мәжбүр булды. Урамда китеп барышлай йығылып үлгәндәр булды. Күмергә кеше булманы. Беҙҙең тоҡомдан берәү ҙә астан үлмәне, беҙ картуф сәстек. Мин Крепостнойҙан барып (Крепостной Йылайыр) урыҫтарҙың кәртә артына сығарып түккән серек картуфтарын, әрселгән ҡабыҡтарын йыйып алып ҡайтып, күҙҙәрен соҡоп алып сәсә торғайным. Шуға үлмәнек».

Дүртенсе хат. 22 сентябрь 1942 йыл.

«Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.

Ҡәҙерле һәм хөрмәтле әсәйем! Мин, әсәй, һеҙҙең 13 сентябрҙә яҙған хатығыҙҙы алып уҡып бик ҡыуандым. Һеҙҙең хәлде белгәс, әсәй, үҙегеҙҙе күреп һөйләшкән кеүек булдым. Сәбилә ҡарындаш калдаущик булып эшләй тип яҙғанһығыҙ. Ул унда нисек эшләй, булдыра алырмы икән? Ярай, тырышып эшләһен. Ҡотлоғәлләм ағайым ҡайһылай ранен булып ҡайтҡан? Күп буламы ҡайтҡанына? Шуны айырып яҙығыҙ. Әсәй, махы бирмәй донъя көтөргә тырышығыҙ. Минең теләк шул. Картуфығыҙ нисек булды, уңдымы? Бер ҡаҙағын да һатмағыҙ, йәме, әсәй, үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр бит. Шул минең яҙа торған һүҙ.

Инде минең хәлгә күсәйек. Уйын ҡаты. Саңғынан төшмәй йөрөйбөҙ, ҡара ерҙә өйрәтәләр. Мин үҙем автоматчик. Ун көн уйнайбыҙ ҙа 50-80 километрға поход. Йоҡо юҡ. Бында беҙ декабрь аҙаҡтарына тиклем торорбоҙ, тиҙәр. Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, һау булһам, бер ҡайтырмын әле. Хуш, хуш, һау булығыҙ. Улың Сәмей».

Был хатты ул Ҡазандан яҙған. Бер мөйөшөндә «Просмотрено военной цензурой. Казань. 72» тигән мисәт баҫылған. Тимәк, цензура бик көслө булған. Шуға ла олатайым армия тормошо тураһында бик яҙып бармағандыр.

Бишенсе хат. 2 ғинуар 1943 йыл.

«Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.

Ҡәҙерле әсәй! Һине һағынып, бер ҡайтып күрергә зар-интизар булып, күптән-күп сәләмдәр ебәреп ҡалыусы улың Сәмей. Ике ҡарындашыма, Сәрбиямал апайыма бик күп сәләм. Нурфәйез менән Салауатты ҡайтып күреп, тупылдатып бер һөйөргә ине. Сәләм һуңында, әсәй, һеҙҙең хәлгә күсәйек. Шәп кенә тораһығыҙмы әле? Ашау-эсеү яғы нисек? Калхуз әҙерәк кенә булһа ла ярҙам итә аламы? Иген уңмаһа, бик ҡыйындыр инде ашау яғы. Сәбилә ҡарындаш һаман да калдаущик булып эшләйме? Бик насар урында эшләй икән. Йәш кенә көйө. Бик опасный урын. Икенсе эш юҡмы ни?

Әсәй, һеҙҙең имен-һау йө-рөүегеҙҙе теләп, үҙемдең хәлде белдерәм. Мин үҙем бик шәп кенә йөрөп ятам әле, ауырып-һыҙланған юҡ. Һаман да уйнайбыҙ. Көнө-төнө саңғыла, покой юҡ. Йоҡо тигән нәмә иҫкә лә төшмәй. Тулы хәрби обмундированиела поход та поход. Көнөн дә, төнөн дә. Бик ҡыйын. Ҡыйын булһа ҡалайтаһың, йөрөйһөң инде. Яңы йылды билдәләгән булдыҡ. Лекция уҡынылар. Ун километрға ярыштыҡ. Мин алда килдем. Бүләк итеп ҡулъяулыҡ биргән булдылар. Әсәй, беҙҙе оҙаҡлатмаҫтар инде. Мине уйлап ҡайғырма, һау булһам, бер ҡайтырмын әле, һаулыҡ кәрәк. Белмәй ҙә ҡалырһығыҙ. Имен-һау тороуығыҙҙы теләп, һүҙемде бөтөрәм. Хуш-һау булығыҙ. Хуш, хуш, әсәй! Һорау: Мифтах ҡустынан хат бармы? Кемдәр ҡайтты, кемдәр... юҡ. Шуны яҙығыҙ.

ТАССР, Ҡазан».

Бер асылып китеп һөйләшеп ултырғанда мин кладовщик булып эшләгән Сәбилә апайыма олатайым ҡуйған һорауҙы бирҙем: башҡа эш юҡ инеме ни? Ул миңә түбәндәгеләрҙе һөйләне: «Беҙҙән кем генә һорап торһон. Председатель әйткәс, әсәйем дә, таҙа эш, бар, тигәс, эшләнем дә киттем. Тик ултырған икән был тип уйлап ҡуймағыҙ, колхоздың бөтә ауыр эшенә лә йөрөнөм. Өҫтөмә өҫтәлмә ауыр яуаплылыҡ алғанымды аңлап та етмәнем. Аҙаҡ ҡына ул эшкә бер кем дә бармағанын белдем.

Келәт булған нәмәнең нигеҙе юҡ, дүрт мөйөшөнә түңгәк кенә ултыртып буралған алама ине. Аслыҡ йылында кемдер берәү аҫтан шыуып инеп, иҙәнде бырау менән тишкән дә игенде ағыҙып урлап тик йөрөгән. Яҙ үлсәп ҡара-һаҡ, орлоҡ етмәй. Ун йылға хөкөм иттеләр. Председатель ҡыҙың-ды миңә бирһәң, ҡотҡарырмын, тип сөсө телләнгәс, әсәйем риза булды, әммә ярҙамы теймәне.

Магадан өлкәһе, Ягодный районының Спорный исемле ҡасабаһында булдым. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар төрмәһенә ҡаршы ғына ирҙәр төрмәһе бар ине. Тәртип ҡаты булды, осрашырға ирек бирмәнеләр. Бер ваҡыт беҙҙе төрмә биләмәһенән тышҡа сығарып теҙҙеләр ҙә... ирҙәр төрмәһен асты ла ҡуйҙылар. Йылдар буйы ҡатын-ҡыҙ наҙы күрмәгән ирҙәр, яу һалып, беҙгә ташланды. Эш хөрт икәнен һиҙгәс, (ҡайҙа ҡасаһың—ҡасып ҡотолорлоҡ ер юҡ) мин:

—Кто из Башкирии? Есть кто из Башкирии?!—тип ҡысҡырып өл-гөрҙөм. Павел мине ҡосаҡлап алды ла берәүгә лә бирмәне. Миәкә сыуашы булып сыҡты. 1947 йылда Коля, 1950 йылда Валя тыуҙы. Матур, татыу йәшәнек. Па-вел өлкән кеше ине. Башҡортостанға ҡайтҡас, Миәкәгә барып, ундағы балаларымды күреп киләм, Өфө тирәһендә эш тапҡас, һине килеп алырмын, тип сығып китте лә юғалды ла ҡуйҙы. Көттөм, көттөм дә киттем Миәкәне эҙләп... Тәүге ҡатынында балалары күп булған икән. Ҡатыны өйөнә яҡын да юлатманы, Павелды һөйләшергә сығарманы...»

Тағы ла хаттарға әйләнеп ҡайтайыҡ. Был Сәмиғулла олатайымдың һуңғы хаты була. Шунан һуң уның менән бәйләнеш бөтөнләй өҙөлә. Нимә булғанын бер кем дә белмәй. «Әхмәров Сәмиғулла Хөснитдин улы, 1919 йылғы, 1943 йылдың март айында хәбәрһеҙ юғалды»,—тигән хәбәре генә килеп етә. Шулай итеп, Сәмиғулла олатайым Ҡотлоғәлләм ағаһының һуғыштан беренсе төркөм инвалиды булып хәрәкәтһеҙ ҡайтып йығылғанын, Мифтах ҡустыһының 1942 йылда уҡ хәбәрһеҙ юғалғанын, 16 йәше лә тулмаған Сәбилә һеңлеһенең ҙур бәләгә тарығанын да ишетмәй, 24 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлаша.

«Егет үҙе үлһә лә, һүҙе үлмәй»,—тиҙәр. Шуны раҫлар өсөн миллиондарса ҡорбандар араһында юғалып ҡалған яугир олатайымдың хаттарын, йылдар төпкөлөнән килгән бер ауаз булһын тип, һүҙмә-һүҙ тигәндәй күсереп һеҙгә еткерҙем.

Фәрит Әхмәров,

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap