Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
25.05.2015
Ҡыңғырау байрамы саҡыра
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Бөгөн республикабыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә Ҡыңғырау байрамдары үтә. Сығарылыш уҡыусылары был тантаналы һәм иҫтәлекле көндө ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды.

Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбенең 11-се класын 19 уҡыусы тамамлай. Класс етәксеһе А.И.Шелихова әйтеүенсә, уҡыу алдынғыларының дүртәүһе миҙалға дәғүә итә.

Мәктәптең ғорурлығы булған иң шәп биш уҡыусы менән һеҙҙе лә таныштырырға булдыҡ.

Ишбулат Бүләков яҡшы уҡый, физика фәне менән мауыға. Ул республика күләмендәге «Киләсәккә аҙым» исемле техник олимпиадала «Ауыл хужалығын энергия менән тәьмин итеү» йүнәлеше буйынса еңеү яулап, Башҡорт дәүләт аграр университетына имтиханһыҙ уҡырға инеү хоҡуғына эйә булған. Тәртипле, тәрбиәле һәм ярҙамсыл егетте барыһы ла ихтирам итә.

Балалар музыка мәктәбен гел «5»-кә бөткән Регина Нурдәүләтова мәктәпте лә яҡшы билдәләргә генә тамамларға йыйына. Тырыш ҡыҙ ҡала һәм республикала уҙғарылған төрлө олимпиадаларҙа һәм музыкаль конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулаған.

Тимур Яхьёев—бар яҡтан да өлгөлө уҡыусы. Спорт өлкәһендә, бигерәк тә бокс буйынса ҡаҙаныштары күп уның. Биология һәм география буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа призлы урындарға лайыҡ булған.

Виктория Ташева ла уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәй. Төрлө йылдарҙа рәсем, рус теле, әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән ҡала һәм республика олимпиадаларында призлы урындарға өлгәшкән.

Динислам Әминев та гел «5»-легә өлгәшкән уҡыусыларҙың береһе. Ул йыл һайын һыҙма, рус теле һәм физика фәндәренән уҙғарылған олимпиадаларҙа ҡатнашып, күптән инде призер исемен яулаған. Былтыр ул ҡала мәғариф бүлеге тарафынан Бөтә Рәсәй «Орленок» лагерына путевка менән бүләкләнгән.

Үҙҙәренең тырышлығы менән белем баҫҡыстарын уңышлы үтеп, киләсәктә юғары уҡыу йорттарына инеү тураһында хыялланған егет һәм ҡыҙҙарға аҡ юл те-ләйбеҙ.

Һүрәттә: уҡыу алдынғылары—Ишбулат Бүләков, Динислам Әминев, Виктория

Ташева, Регина Нурдәүләтова,

Тимур Яхьёев.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap