Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
25.05.2015
Йәш гагаринсылар тәбрикләнде
Untitled document

Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән мәктәп уҡыусылары араһында Гагарин кубогына предмет олимпиадалары уҙғарыла. Мәктәп, муниципаль һәм республика этаптарынан тор-ған олимпиадала 1-7-се кластар ете төп предметтан көстәрен һынап ҡарай. Уҡыу йылы аҙағында Өфөлә «Гагарин көндәре» фестивале үткәрелеп, сараға йомғаҡ яһала.

Быйылғы фестиваль Сибай ҡалаһы уҡыусылары, уҡытыусылар, мәғариф бүлеге етәкселеге өсөн айырыуса уңышлы булды. Ҡаланың мәғариф бүлеге начальнигы Fаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов тәбрикләнеү өсөн сәхнәгә күтәрелгәндә ҙур ғорурлыҡ кисерҙек. Икенсе ҡыуанысыбыҙ—гимназия коллективы дөйөм команда зачетында икенсе урын яуланы. Белем усағы директоры И.И.Варламова призерҙар кубогына һәм электрон глобусҡа эйә булды.

Быйыл Гагарин кубогына олимпиадала тәүге тапҡыр балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Физик культура һәм интеллектуаль полиолимпиаданың ҡала этабында 226 бала көс һынашһа, шуларҙың дүртәүһе республика кимәленә сыҡты. Физкультура буйынса «Аленушка» балалар баҡсаһынан Дарина Гумбина (етәксеһе Н.П.Репина), «Тирмәкәй»ҙән Степан Медведев (З.Ә.Севрякова), «Тейенкәй»ҙән Владимир Сахаров (А.Р.Бураншина) призлы урындарға лайыҡ булһа, интеллектуаль полиолимпиадала «Тирмәкәй»ҙән Денис Огнев (Э.Ф.Йәнтүрина) еңеүсе булды.

Башланғыс кластар араһында гимназиянан Снежана Гусманова (уҡытыусыһы Н.Ю.Смирнова) информатика буйынса алдынғы урын яуланы. Физик культура буйынса 1-се мәктәптән Роман Соколов (О.П.Бычкова), 9-сы ли- цейҙан Анастасия Трофимова (Э.F.Арғынбаева) тәбрикләнде.

Урта звенола гимназия уҡыусылары Эмилия Мәмбәтҡолова, Артем Фазылов, Марк Йыһаншиндар бүләкләнде. Эмилия информатиканан (уҡытыусыһы Э.Ю.Мәхмүтова), Артем биологиянан (Г.Х.Йосопова), Марк шулай уҡ информатиканан (О.Ю.Бутакова) юғары балдар йыйған.

Еңеүселәрҙең барыһына ла дипломдар, «Йәш гагаринсы» миҙалдары, еңеүсе кубоктары һәм уйын приставкалары тапшырылды. Һөҙөмтәле эшләгән уҡытыусыларға иһә дипломдарға ҡушып В.Терешкова исемендәге «Космонавтика алдындағы уңыштары өсөн» миҙалдары бирелде.

Әйтергә кәрәк, йылдан-йыл олимпиаданың бәҫе арта. 2014-2015 уҡыу йылында унда республика буйынса 72 мең уҡыусы ҡатнашҡан. Сибайҙан был сарала 2500 бала белем кимәлен һынап ҡараған. Шулай уҡ ситтән тороп олимпиадаға быйыл Германия һәм Иран уҡыусылары эштәрен ебәргән. Был донъя кимәленә сыға башлау тигән һүҙ.

Гөлдәр Зәитова,

мәғариф бүлеге методисы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap