Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
«Маҡсаттар аныҡ һәм улар тормошҡа ашырырлыҡ»
Untitled document

Ни өсөн Рәсәйҙә дәүләт вуздарын ҡыҫҡартыу башланды? Бюджет урындарының кәмеүе юғары профессиональ белем биреү өлкәһенең киләсәгенә нисек йоғонто яһар? Ошондай шарттарҙа БДУ-ның Сибай институты нисек йәшәй һәм эшләй? Бәләкәй ҡалала урынлашҡан вузды ниндәй киләсәк көтә? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында беҙ Сибай институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Fөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Зиннур Fөбәйҙулла улы, һуңғы ваҡытта белем биреүгә ҡағылышлы даирәләрҙә юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын ҡыҫҡартыу, ҡайһы бер вуздарҙы бөтөнләй ябыу зарурлығы хаҡында һүҙ бара. Һеҙҙеңсә, юғары белем биреү системаһына бәйле был үҙгәрештәр нимәгә бәйле?

—Эйе, ысынлап та, бөгөн юғары профессиональ белем биреү өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр бара һәм был процесс артабан да дауам итәсәк әле. Был хаҡта РФ Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев та аныҡ белдерҙе. Ул илебеҙ-ҙә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә һәләтһеҙ, сифатһыҙ вуздарҙың күбәйеүен билдәләне. Улар ныҡлы матди-техник базаға эйә түгел, ятаҡтары юҡ, тейешле кимәлдә белем биреү, тәрбиә, спорт, мәҙәни эшмәкәрлек алып барылмай. Бындай вуздар сифатлы белем менән тәьмин итмәй, бары тик дипломдар таратыу менән генә шөғөлләнә. Шуға күрә үҙгәрештәр иң беренсе нәүбәттә тап шундай уҡыу йорттарына ҡағыласаҡ. 2016-2020 йылдарға иҫәпләнгән Мәғарифты үҫтереү федераль маҡсатлы программаһына ярашлы, Рәсәйҙә сифатлы юғары белем алыуға шарттар тыуҙыра алған, конкурентлыҡҡа һәләтле вуздар һәм филиалдар ғына ҡалырға тейеш. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты тап ана шундай филиалдарҙан һанала. Беҙ Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының ҡәтғи талаптарын тулыһынса үтәп кенә ҡалмайбыҙ, күп кенә ҙур ҡалаларҙың вуздарынан алдараҡ барабыҙ.

Үкенескә ҡаршы, БДАУ-ның Урал аръяғы филиалын ябыу хаҡында ҡарар сығарылды. Был, әлбиттә, Урал аръяғының ауыл хужалығын кадрҙар менән тәьмин итеүҙә насар сағылыш табасаҡ. Бюджет иҫәбенә юғары белем алыусы йәштәр һаны кәмейәсәк, юғары квалификациялы уҡытыусылар эш урындарын юғалтасаҡ, һөҙөмтәлә, урындағы бюджетты тулыландырған һалымдар ҙа кәмейәсәк. Килеп тыуған хәлде нисек тә яйлау йәһәтенән беҙ БДАУ-ның Урал аръяғы филиалының «Иҡтисад» һәм «Менеджмент» йүнәлештәре буйынса белем алыусы студенттарҙы Сибай институтына күсереү эшен башланыҡ. Әгәр уҡыу пландарында айырма үтә ҙур булмаһа, ауыл хужалығы буйынса белем алыусы студенттарҙы ла бакалаврҙар әҙерләү буйынса йүнәлештәргә күсерәсәкбеҙ. Шулай уҡ БДАУ-ның Урал аръяғы филиалының тәжрибәле, абруйлы докторҙары, фән кандидаттары конкурс нигеҙендә БДУ-ның Сибай институтына эшкә алынасаҡ.

—Һеҙҙеңсә, вуз биргән белем сифатының иң төп күрһәткесе нимәлә сағыла?

—Вуз эшмәкәрлегенең иң төп күрһәткесе—сығарылыш студенттарының хеҙмәт баҙарында квалификацияһына ярашлы кәрәкле булыуы. Уҡыу йорто етәкселеге уларҙың һөнәре буйынса эшкә урынлашыуы, эш биреүселәрҙең баһаһы менән ҡыҙыҡһынып торорға тейеш. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн БДУ-ның Сибай институтын тамамлаусыларҙың 99 проценты хеҙмәт баҙарында үҙ урынын табып, Башҡортостан Республикаһының ғына түгел, Рәсәй төбәктәренең иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф, дәүләт органдары тармаҡтарында уңышлы эшләп йөрөй.

Беҙҙең институттың күп кенә юғары курс студенттары әле үк үҙ һөнәре буйынса эш тапҡан. Диплом алыу мәленә эш биреүселәрҙән саҡырыу алыусылар ҙа бихисап була. Быға беҙ үҙебеҙҙең сығарылыш студенттары эш таба алырлыҡ етди, абруйлы ойошма һәм учреждениелар менән эшлекле бәйләнештәр булдырыуыбыҙ һөҙөмтәһендә өлгәшәбеҙ.

Шулай уҡ тейешле инфраструктура, ғилми, халыҡ-ара эшмәкәрлек, профессор-уҡытыусылар составының потенциалы ла вуздың сифатын билдәләүсе төп күрһәткестәр булып тора.

—Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының яңы талаптары шарттарында БДУ-ның Сибай институтының күрһәткестәре нисегерәк?

—РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ҡуйған барлыҡ критерийҙарҙы алып ҡараһаҡ, беҙ бөтә позициялар буйынса ла ыңғай баһаға эйәбеҙ. Институттың ҡеүәтле матди-техник базаһы—ул үҙе үк ҙур күрһәткес. Уның эсенә өс заманса уҡыу-лаборатория корпусы, студенттар өсөн дүрт ятаҡ инә. Шулай уҡ өс спорт залы, тренажер залдарын, спорт майҙансыҡтарын, стадионды, хоккей майҙансығын, яҡтыртылған саңғы базаһын берләштергән спорт комплексы—барыһы ла студенттар мәнфәғәтен ҡайғыртып булдырылған. Быларҙан тыш үҙебеҙҙең редакция-нәшриәт комплексы, телевидение, «Юлдаш» студент гәзите, ашхана, бөтә уҡыу корпустарында ла буфеттар эшләп тора. Өс китапханабыҙ бар. Заманса компьютер техникаһы ла етерлек. Студенттарыбыҙ «Төйәләҫ» фәнни-тәжрибә комплексында теләп шөғөлләнә. Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн дауалау-профилактика кабинеттары булдырылған. Шулай уҡ Талҡаҫ күле буйындағы ял базаһы, тоҙ шахтаһы, сәләмәтлек үҙәге күптәрҙең күңеленә хуш килә.

Бакалаврҙар әҙерләү йүнәлештәренә ярашлы төрлө тармаҡтар буйынса фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла. Институт уҡытыусыларының һәм студенттарҙың фәнни-тикшеренеү эштәре Рәсәйҙең генә түгел, халыҡ-ара кимәлдәге баҫмаларҙа ла баҫылып сыға.

Уҙған йыл беҙ тәүге тапҡыр дистанцион технологиялар ярҙамында Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Әрмәнстан кеүек сит дәүләттәрҙең граждандарын уҡырға ҡабул иттек. Шулай уҡ Германия һәм Мысыр граждандары ла ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Был эште быйыл да дауам итәсәкбеҙ.

Беҙҙең институтта юғары уҡыу йорттарында белем бирерлек белгестәр әҙерләүсе фәнни мәктәптәр булдырылған, тип ышаныс менән әйтә алам. Уҡытыусыларҙың 90 процентҡа яҡыны фән докторҙары һәм кандидаттары ғилми дәрәжәһенә эйә, уларҙың 40 проценты тирәһе—Сибай институтында белем алыусылар.

Студенттарҙың фән өлкәһендәге уңыштарына килгәндә, улар бөтә Рәсәй күләмендә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә еңеүҙәр яулап килә. 2014 йылда Enactus (SIFE) халыҡ-ара конкурсының Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй этабында беҙҙең команда Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск кеүек ҡалаларҙың билдәле вуздарын үтеп, абсолют еңеүсе булып танылды һәм конкурстың Пекинда үткән халыҡ-ара этабында лайыҡлы сығыш яһаны. 2008 йылда Сингапурҙа ла ошондай уҡ уңышҡа эйә булғайныҡ. Беҙҙең буласаҡ педагог-психологтар, юристар, биологтар, программистар, филологтар, технологтар һәм башҡалар ҙа төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора.

—Вуздарҙа бюджет урындарын ҡыҫҡартыу хаҡында һуңғы ваҡытта күп һөйләнелә, тип әйтеп үттек. Был шулай ҡотолғоһоҙ процесмы? Ул үҙ-үҙен аҡлармы?

—Әгәр ҙә беҙ конкурс нигеҙендә һайлап алыу үткәрергә теләйбеҙ икән, башҡа сара юҡ. «Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһында» законы конкурс нигеҙендә юғары белем алыуҙы гарантиялай. Бер ниндәй конкурсһыҙ-ниһеҙ барыһын да ала башлаһаҡ, был юғары белем булмаясаҡ.

Ә инде Сибай институтына килгәндә, шуны билдәләп үткем килә: әгәр башҡа вуздарҙа федераль бюджет урындарын ҡыҫҡартыу процесы барһа, беҙҙә һуңғы йылдарҙа РФ бюджеты иҫәбендәге урындар һаны 35-40 процентҡа артты. Шуға күрә Башҡорт Урал аръяғы ҡалалары һәм райондарының барлыҡ сығарылыш уҡыусыларын Сибай институтына уҡырға килергә саҡырам.

—Сибай институтында түләүле нигеҙҙә уҡыусы студеттар өсөн ниндәй шарттар булдырылған?

—Әгәр ҙә студент бюджет нигеҙендә уҡырға инә алмай түләүле уҡыуҙы һайлаһа, ундайҙар өсөн дә бик күп ташламалар ҡаралған. Асыҡлап әйткәндә: ятаҡтан урын бирелә; яҡшы өлгәшһә, институттың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашһа, 2-се курстан һуң бюджет нигеҙендә уҡырға күсә ала; юғары академик, социаль, исемле стипендиялар алыу хоҡуғына эйә, мәҫәлән, юғары дәүләт стипендияһы күләме 12 мең һумға етә; Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы грантына дәғүә итә ала. Шуны ла әйтеп үтер инем, буфеттарыбыҙҙа, ашханала хаҡтар бик осһоҙ. Быға беҙ үҙебеҙҙең ярҙамсы хужалығыбыҙ булыу арҡаһында ирешәбеҙ. Ниндәй нигеҙҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, бөтә студенттар ҙа «Талҡаҫ», «Яҡтыкүл» шифаханаларында, БДУ-ның шифахана-профилакторийында ял итеү мөмкинселегенә эйә. Шулай уҡ икенсе юғары белем алған осраҡта, институт 20 процентлыҡ ташлама яһай.

—Бөгөн беҙҙең төбәккә ниндәй кадрҙар кәрәк? Сибай институтының үҫешен нисегерәк күҙаллайһығыҙ?

—Беҙҙең уҡыу йортоноң маҡсаты—тәү сиратта Башҡорт Урал аръяғы төбәген юғары квалификациялы, конкурентлыҡҡа һәләтле, киң даирәләге белемгә эйә белгестәр менән тәьмин итеү.

Бөгөн беҙгә инженерҙар, экологтар етешмәй. Техник йүнәлешле, тау сәнәғәте тармағы буйынса белгестәргә мохтажлыҡ төбәктә инженер һөнәрҙәре әҙерләүсе уҡыу йорттарының булмауы менән аңлатыла. Техник вуздар булған Өфө, Силәбе, Ырымбур ҡалалары беҙҙән ярайһы уҡ алыҫ урынлашҡан. Ошо арҡала, йәғни матди-финанс сығымдарға бәйле барлыҡ абитуриенттар ҙа уларҙы һайлай алмай. Күптән түгел беҙ Сибай күп профилле профессиональ колледжы (элекке политехник колледж) менән белем биреү кластеры булдырыу хаҡында килешеү төҙөнөк. Ул тау-мәғдән сәнәғәте өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса хеҙмәттәшлек итеүгә йүнәлтелгән. Ошо маҡсатта технология факультеты өсөн уҡыу лабораторияһы төҙөнөк, үҙебеҙҙең автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү станцияһына (СТО) кәрәкле ҡорамалдар алдыҡ, әлеге ваҡытта яңы, заманса ҡаҙанлыҡ төҙөлә. Институт биләмәһендә тау сәнәғәте машиналары һәм ҡорамалдары полигоны булдырылып, йыһазландырылыу өҫтөндә.

—БДУ-ның Сибай институты сағыштырмаса йәш вуз һанала. Әммә ул әле үк үҙенең матур традициялары менән билдәле. Уҡыу йорто ниндәй уңыштары, ҡаҙаныштары менән ғорурлана ала?

—2015 йыл—Сибай институты өсөн юбилей йылы. 25 йыл элек БР Хөкүмәте Указы һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының Уҡыу советы ҡарары нигеҙендә БДПИ-ның Сибай филиалы асыла. Бөгөн беҙҙә 5 факультет эшләп килә. Уҡыу йортоноң төп үҙенсәлектәренең береһе—беҙҙә тәрбиә эшенә ныҡ иғтибар бирелә. Күп кенә вуздар тәрбиә эше менән шөғөлләнеү кәрәкмәй, тип һанауын беләм. Әммә был дөрөҫ түгел. Бөгөнгө заман кешеһе өсөн мәҙәнилек, илһөйәрлек, толерантлыҡ төшөнсәләре үҫешкән йәмғиәттең төп күрһәткестәре булып тора. Шуға ла беҙ тәрбиә эше аша әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Мәҙәниәт, Әҙәбиәт йылдары иғлан ителә, тимәк, бөгөнгө йәш быуындың киләсәгенә ҡағылышлы актуаль проблемалар дәүләт кимәлендә хәл ителә. Мәҫәлән, беҙҙә ҡуйылған шағир, яҙыусыларға бюстар, башҡорт мәғрифәтселәренең барельефтары, рәссамдарҙың картиналары ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Студенттарға ял итеү, үҫешеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Бейеү ансамблдәре, ҡатын-ҡыҙҙар хоры, тынлы инструменттар оркестры «халыҡ» исемен йөрөтә.

Сибай институты—сәләмәт йәшәү рәүеше биләмәһе. Әүҙем ял һәм спорт яратыусылар өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған. Спорт ярыштары даими үтеп тора. Беҙҙең вуз тәүгеләрҙән булып ГТО нормативтарын тапшырыу эшенә ҡушылды. Институтты тамамлаусыларҙы ҙур тормош юлына оҙатыу тантаналары бик матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторола. Шулай уҡ беҙгә яҙыусылар, ша-ғирҙар, сәнғәт эшмәкәрҙәре йыш килә. Дәүләт власы вәкилдәре менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. РФ Дәүләт Думаһы депутаттары П.В.Крашенинников, С.Ш.Мырҙабаева беҙҙең студенттар менән осрашып, лекциялар уҡый.

—Әлеге мәлдә коллектив алдында ниндәй төп бурыстар тора?

—Профориентацион эште йәнләндереп, үҙебеҙҙең төбәк-тең генә түгел, сит өлкәләрҙең дә сығарылыш уҡыусылары менән эшләү бурысы тора. Һәр сығарылыш уҡыусыһы, уның ата-әсәһе менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, аңлатыу эштәре алып барыу зарур. Төбәгебеҙ халҡы, йәштәребеҙ әллә ҡайҙа алыҫҡа китмәйенсә лә сифатлы белем алып булыуын аңларға тейеш.

Быйыл иҡтисад, педагогика һәм тәбиғи фәндәр буйынса магистрҙар әҙерләү йүнәлешен лицензиялау буйынса эш башланыҡ. Параллель рәүештә эшсе һөнәрҙәр, айырыуса тау сәнәғәте белгестәре әҙерләү буйынса ла пландар билдәләнә. Әммә асылда эш белем һәм диплом биреүҙә генә түгел, сығарылыш студенттарының эшкә урынлашыуы, хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалмауы мөһим. Шуға күрә лә, минеңсә, мәғариф иҡтисад менән бер ҡатар атларға тейеш. Ҡабаланып алға китеп, дипломлы белгестәр армияһы сығарырға ярамай. Вуздар, иҡтисад күпме талап итә, шуның сама булырға тейеш. Ошо сәбәптән РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сифатһыҙ белем биреүсе уҡыу йорттарын асыҡлап, улар-ҙы айырым исемлеккә индереү эшен башланы.

Ә беҙҙең уҡыу йортона килгәндә инде, пландар күп, маҡсаттар аныҡ һәм улар тормошҡа ашырырлыҡ. Сибай институты уңышлы үҫеш юлында һәм ул туған Башҡортостаныбыҙ һәм Рәсәй мәнфәғәтендә гөрләтеп эшләйәсәк әле!

—Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Гөлдәр ЯҠШЫFОЛОВА әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap