Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
25.05.2015
Эстафета дәрт өҫтәне
Untitled document

«Сибайский рабочий» гәзите призына ҡалала 57-се тапҡыр ойошторолған еңел атлетика кросы быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналды. Быға тиклем был күмәк спорт сараһы гел Үҙәк майҙанда старт алһа, быйыл Балалар ижады үҙәге биләмәһендә уҙҙы.

Көн йонсоу, ваҡыты-ваҡыты менән ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, спортсыларҙың кәйефе шәп ине. Эстафетала ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Огнев, Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Р.Хәйруллин, ҡала хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Р.Л.Fәбитов тәбрикләп, уңыштар теләне.

Беренсе булып стартҡа хеҙмәт коллективтары сыҡты. 7 команда араһында БДУ-ның Сибай институтынан Лидия Шаһиәхмәтова беренселекте яуланы. Икенсе урында мәғариф бүлегенән Оксана Fәбитова билдәләнһә, «Газпром Трансгаз Өфө» йәмғиәтенең Сибай идаралығынан Татьяна Хөсәйенова өсөнсө урынға иреште.

Ир-егеттәр араһында Балалар спорт мәктәбе тренеры Эльдар Сафин алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе урында Айгиз Нәжметдинов («Газпром Трансгаз Өфө» йәмғиәтенең Сибай идаралығы), өсөнсөлә Күп функциялы үҙәктән Иван Гордеев билдәләнде.

Уҡыусы ҡыҙҙар араһында абсолют чемпион булып 1-се мәктәптән Настя Новикова танылды. Егеттәр араһында ла 1-се мәктәп уҡыусыһы Рәүф Бәхтигәрәйев еңеү яуланы. Студенттар араһында Сибай педколледжының беренсе командаһынан Айгизә Нафиҡова айырылып торҙо. Әткәндәй, был тырыш ҡыҙ былтыр ҙа ошондай уҡ юғары күрһәткескә ирешкәйне. Егеттәр араһында Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы студенты Айҙар Исмәғилевҡа етеүселәр булманы. Раушания Fәлина, Виктория Сергиенко, Алексей Марущак, Рөстәм Ҡолбулдиндар ҙа призлы урындарға өлгәште.

Командалар араһында Сибай педагогия колледжы әүҙемлек күрһәтте. Улар быйыл ике команда әҙерләгән ине. Тәүге команда беренселеккә сыҡһа, икенсеһе БДУ-ның Сибай институты йүгеректәренән генә ҡалышып, өсөнсө урын яуланы. Хеҙмәт коллективтары араһында мәғариф бүлеге—беренсе, «Газпром Трансгаз Өфө» йәмғиәтенең Сибай идаралығы—икенсе, Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге өсөнсө урында тәбрикләнде. Уҡыусылар араһында быйыл 1-се мәктәп спортсылары әүҙемлек күрһәтте һәм беренсе урынға лайыҡ булды. 9-сы лицей командаһы—икенсе, гимназия өсөнсө урынға лайыҡ булды.

СССР Кубогын яулаусы, еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионы, яҡташыбыҙ Ринат Сирғәлин йылдағыса еңеүсегә үҙ бүләген әҙерләгән. Был ҡиммәтле бүләк (йорт турнигы) 700 метр арауыҡты 1 минут та 54,4 секунда уҙған Эльдар Сафин өлөшөнә төштө.

«Сибайский рабочий» гәзите коллективы эстафетаны уҙғарыуға булышлыҡ иткән бағыусыларға—«Ирәндек» боҙ һарайы, «Мир» кинотеатры, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры етәкселәренә, спорт комитеты һәм судья коллегияһына ҙур рәхмәтле.

Рәсүл Азаматов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap