Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
29.05.2015
Уңғандарға уңыш юлдаш
Untitled document

 

—Районда бер директор ҙа ҡул эштәре буйынса түңәрәк ойоштороп, күргәҙмәләргә алып йөрөмәй. Был йәһәттән Нәйлә Билаловаға (1-се һүрәттә) тиңләшеүселәр юҡ,—ти Юлай Дидар улы.—Коллективы ла үҙе кеүек уңған. Йыл һайын мәктәп янында баҡса үҫтерәләр, себеш алып аҫрайҙар. Был мәктәптә белем биреү кимәле лә юғары.

1998 йылдан Әбүбәкир мәктәбендә рәсем дәресенән һабаҡ биргән уҡытыусы иңенә 2012 йылда директорлыҡ вазифаһын һалалар. Ҡатмарлы ҡыҫҡартыуҙар осоронда яуаплы эшкә тотона ул. Райондың Балалар ижады үҙәгенән өҫтәмә белем биреү педагогы булараҡ түңәрәген дә ташламай. Ҡыҙҙарҙың технология кабинеты күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре менән тулған. Стенала эленеп торған аллы-гөллө кейеҙҙәргә иғтибар итәм.

—Ҡыҙҙарҙы боронғо кәсеп—кейеҙ баҫыуға өйрәтәм. Баҫҡан кейеҙҙәребеҙ районда «Оҫталар» конкурсында беренсе урынға лайыҡ булды,—ти уҡытыусы, эштәрен күрһәтеп.—Шулай уҡ уҡыусыларым ҡурғаштан төрлө биҙәүестәр яһауға, бәйләүгә, сигеүгә, тегеүгә бик әүәҫ. Нурзидә, Айгүзәл, Алһыу Билаловаларҙың, Нургизә Солтанғужинаның ҡул эштәре һәр ваҡыт юғары баһа ала. Һынлы сәнғәттә Шайморат Билалов, Артур Сынбулатовтар һынатмай.

Нәйлә Рәхимйән ҡыҙы кейеҙ баҫыу нескәлектәрен ҡартәсәһе Сафия Яхья ҡыҙы Ибраһимова мәрхүмәнән өйрәнгән. Fәлиәхмәт ауылында йәшәүсе ҡул эштәренә, һүрәт төшөрөүгә, техникаға оҫта атаһы ла ҡыҙына кәңәштәре менән ярҙам итә.

Нәйлә Рәхимйән ҡыҙы-ның ире Солтан Fүмәр улы Билалов та оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләй. Уҡытыусылар ғаиләһендә 3 бала тәрбиәләнә. Өлкән улдары Алмасҡа 15 йәш, ҡыҙҙары Алһыу 4-се класта уҡый. Кинйәләре Саръян балалар баҡсаһына йөрөй. Билаловтар райондың иң өлгөлө ғаиләләренең береһе булараҡ күп бәйгеләрҙә ҡатнашып, алдынғы урындар яулаған.

* * *

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Һибәтулла ҡыҙы Сынбулатова (2-се һүрәттә) Әбүбәкир мәктәбендә 36 йыл балалар уҡыта. Йылайыр районының Үрге Fәле ауылы һылыуы Сибай педагогия училищеһын тамамлап, ошо ауылда хеҙмәт юлын башлай. Башта башланғыс кластарҙы уҡытһа, 1987 йылдан әсә теленән һабаҡ биреүгә күсә. Һуңғы йылдарҙа өлгәшкән уңыш-тары өсөн уҡытыусы ошо көндәрҙә генә район хакимиәтенең 200 мең һумға торошло заманса ҡорамалдар, техника менән йыһазландырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына лайыҡ булған.

Уңыштарын барлайыҡ. Ағымдағы йылдың апрель айында уҡыусыһы Мәҙинә Акилова «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр район бәйгеһендә гран-при яулаған. Рәсүл Билалов, Фәрүәз Әлибаевтар ҙа ошондай уҡ бәйгенең республика күләмендәге ярышында алдынғы урындарға лайыҡ булған. Нурания, Зөлфирә Билаловалар республика предмет олимпиaдаһында еңеүселәр рәтендә булған.

Әҙәбиәт йылында уҡыусылар Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҡташтары Ҡәҙим Аралбайҙы «Даланың даланлы йырсыһы» тип исемләнгән әҙәби кисәгә саҡырған.

Былар һуңғы йылдарҙағы ғына эштәр. Дүрт тиҫтә йыл эшләү дәүерендә уҡытыусының барлыҡ эштәрен, уңыштарын һанай китһәң, аҡ ҡағыҙ биттәре етмәҫ. Рәйлә Һибәтулла ҡыҙының «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы», «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәр йөрөтөүе уның мөғәллимәлек эшенә мөкиббән киткәнлеген раҫлай.

Уҡыу йылын мул уңыштар менән тамамлаусы уҡытыусыларға киләсәктә лә яңы ижади үрҙәр, ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы уҡыусылар теләйбеҙ.

Мәҙинә Мансурова.

 




гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap